Оло Теләк районы Башҡорт АССР-ы составында 1939 йылдың 25 июнендә ойошторолған район, 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлә.


Оло Теләк районы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

Башҡорт АССР-ы

Берләштерә

12 ауыл советы, 1 ҡасаба советы (1952 йыл)

Административ үҙәк

Оло Теләк

Барлыҡҡа килеүе

1939 йыл

Майҙаны

1 695 км²

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Район үҙәге — Оло Теләк ауылы, Өфөнән 81 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1952 йылда район территорияһы 1695 квадрат километр. 12 ауыл советы һәм 1 ҡасаба советы була.

Ҡасаба советы: Урман ауыл советы (Иглин районы) (әлеге ваҡытта — ауыл советы). Ауыл советтары: Таулы ауыл советы, Ҡаҙаяҡ ауыл советы, Ҡыҙыл яр ауыл советы (Оло Теләк районы), Манагора ауыл советы, Михайловка ауыл советы (Оло Теләк районы), Мулдаҡай ауыл советы, Надеждинск ауыл советы (Оло Теләк районы), Түбәнге Ләмәҙ ауыл советы, Һалдыбаш ауыл советы, Суворо-Гомельск ауыл советы, Төлкө-Түбә ауыл советы, Харьков ауыл советы.

1952 йылдың 29 майынан Оло Теләк районы Өфө өлкәһенә инә, өлкәләргә бүлеү 1953 йылдың 30 апрелендә бөтөрөлә.

1956 йылдың июлендә райондар эреләтелгәндә республика буйынса 7 район бөтөрөлә: Абҙан районы, Байҡыбаш районы, Боҙаяҙ районы, Воскресенск, Ҡандра районы, Матрай районы, Оло Теләк районы.

Оло Теләк районының территорияһы Иглин районына инә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә