Косолапов Филипп Макарович

Косолапов Филипп Макарович (9 ғинуар 1919 йыл — 7 август 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация дивизияһының эскадрилья командиры, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1943).

Косолапов Филипп Макарович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Волков, Черкассы ауыл Советы (Өфө районы), Өфө районы, СССР
Вафат булған көнө 7 август 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Чернигов ҡалаһы, Украина
Һөнәр төрө офицер
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Кутузова III степени Александр Невский ордены
 Косолапов Филипп Макарович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Филипп Макарович (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Маркович) Косолапов 1919 йылдың 9 ғинуарында Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Волков ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта мәктәптең 7 класын тамамлаған. Нефть ҡыуыу заводында эшләй. Өфөлә аэроклуб тамамлай.

1938 йылдың декабренән Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1940 йылда Чкалов хәрби авиация летчиктар мәктәбен тамамлай. Лейтенант М. Ф. Косолапов 1942 йылдың сентябренән хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдың ноябренә тиклем 2-се гвардия истребителдәр авиация полкында хеҙмәт итә. Аҙаҡ, һуғыш аҙағына тиклем, 937-се истребителдәр авиация полкында. Бөтәһе 300-гә яҡын хәрби осош яһай, 33 һауа һуғышында үҙе дошмандың 11 самолетын һәм иптәштәре төркөмө менән — 9 самолетты бәреп төшөрә.

Һуғыштан һуң Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. 1955 йылда Хәрби-һауа академияһын тамамлағай. 1957 йылдан алып полковник Ф. М. Косолапов — запаста. Чернигов ҡалаһында йәшәй.

1994 йылдың 7 авгусында вафат була.

Батырлығы

үҙгәртергә

«1943 йылдың авгусына 2-се гвардия истребителдәр авиация полкының (Көнбайыш фронт 1-се һауа армияһы 2-се истребителдәр авиация корпусы 322-се истребителдәр авиация дивизияһы) эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты М. Ф. Косолапов 107 хәрби осош яһай, 25 һауа һуғышында шәхсән үҙе дошмандың 8 самолетын һәм төркөм составында — 6 самолетты бәреп төшөрә».

Дошман менән алышта күрһәткән ҡыйыулығы һәм хәрби батырлығы өсөн, 1943 йылдың 2 сентябрендә, Косолапов Филипп Маркович Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Өфө районы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 23, л. 575, 576).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 566, л. 3, 25, 26).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 772, л. 2, 4—6).
  5. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 753, л. 4, 10, 11).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә