Пикунов Александр Степанович
Пикунов Александр Степанович (10 ғинуар 1923 йыл — 14 ғинуар 2012 йыл) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, эске эштәр органдары ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Запастағы подполковник (2000)[1]. Эске хеҙмәт полковнигы.
Пикунов Александр Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1923 |
Тыуған урыны | Князев, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 14 ғинуар 2012 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | офицер |
Уҡыу йорто | Сталинградское военное танковое училище[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Степанович Пикунов 1923 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Князево ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы эсендә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай (хәҙерге Өфө ҡалаһы Калинин районындағы 78-се һанлы мәктәп). Мәктәптән һуң Өфө геолог-разведка техникумына уҡырға инә, ләкин ике курс тамамлағандан һуң, ғаилә хәле буйынса тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була. Уҡыуын күрше эшселәр ҡасабаһы Шаҡшала (хәҙер Өфө ҡалаһы, Калинин районы) колхоз-совхоз мәктәбендә дауам итә, уны 1941 йылдың июнендә тамамлай. Йәрмәкәй хеҙмәтсәндәр депутаттары район советы башҡарма комитетының ер бүлегендә ерҙе файҙаланыу буйынса белгес булып эшләй.
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафына Александр Пикунов 1941 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Өфө районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла һәм Өфө пехота училищеһына уҡырға юнәлтелә, ләкин уҡыуын тамамлай алмай. Ржев-Вяземский операцияһынан һуң Калинин фронты ғәскәрҙәре ашығыс тулыландырыуға мохтаж була, Александр Степанович үҙенең курсы менән 1942 йылдың майында фронтҡа китә. Танк ҡоралына ҡаршы тоҫҡаусы булып һуғыша. 1942 йылдың 30 июлендә Беренсе Ржев-Сычев операцияһында ҡаты яралана. Госпиталдән һуң А. С. Пикунов Төньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрелә, унда пулеметсы, һуңынан разведротала разведчик булып хеҙмәт итә.
Александр Степановичты 1943 йылдың март айында фронттан саҡырып алып Ҡурғанда эвакуацияла булған Сталинград хәрби танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. Фронтҡа кесе лейтенант А. С. Пикунов 1944 йылдың июнендә әйләнеп ҡайта һәм 2-се танк батальонының «Т-34» танк командиры (1-се Украина фронты, 3-сө гвардия танк армияһы, 91-се танк бригадаһы) итеп тәғәйенләнә. Уның составында А. Пикунов Висла-Одра һәм Түбәнге-Силез һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша. Берлин стратегик операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә. Ҡала өсөн барған һуғыштарҙа штурмлау төркөмө составында кесе лейтенант А. С. Пикуновтың танкы дошман ҡамауын йырып үтә һәм өйөмдәрҙе артыла. Взвод командиры яраланғандан һуң кесе лейтенант Пикунов взвод менән командалыҡ итеүҙе өҫтөнә ала. Уның етәкселеге аҫтында взвод Шарлоттенбург тимер юлы станцияһын баҫып ала. Һуғыш барышында взвод тарафынан 1 танк, 1 үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы, 3 орудие,3 зенит ҡоролмаһы, 2 бронетранспортер һәм 100 -гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Яҡынса 2800 вермахт һалдаты әсирлеккә алына.
Берлинды алғандан һуң А. С. Пикунов Прага стратегик һөжүм операцияһында ҡатнаша. Һуғыш уның өсөн 1945 йылдың 9 майында Прагала тамамлана. Кесе лейтенант Пикунов Александр Степановичҡа 1945 йылдың 27 июнендә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Александр Степанович һуғыштан һуң хеҙмәтен чех ҡалаһы Лиса-над-Лабемда дислокацияланған 91-се танк бригадаһында дауам итә. 1946 йылда ул запасҡа китә һәм тыуған яғына ҡайта. Өфөлә инструктор, шунан комсомолдың район комитеты секретары булып эшләй. 1949 йылда ВКП (б) ағзаһы була. Педагогия техникумын, һуңынан өлкә партия мәктәбен тамамлай. 1959 йылдан 1-се холоҡ төҙәтеү колонияһында производство-техник уҡытыу инженеры булып эшләй, хөкөм ҡарарын башҡарыу системаһында һәм Башҡорт АССР-ы эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Отставкаға сығыр алдынан Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының ойоштороу-строевой бүлегендә начальник вазифаһын биләй. 1978 йылда майор А. С. Пикунов запаста. 1979 йылдан эске хеҙмәт полковнигы А. С. Пикунов отставкала[2]. Өфөлә йәшәгән. Пенсионер булып та Башҡортостан Республикаһы эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары советының эшендә ҡатнаша. 2000 йылда уға запастағы подполковник дәрәжәһе бирелә.
2012 йылдың 14 ғинуарында Александр Степанович вафат була. Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында ерләнгән.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергәАлександр Степанович гәзиттәрҙә һуғыш тураһында очерктар, фронт хәтирәләре баҫтырып сығара. «Как злыдни на медведя ходили» (2001) шиғри әкиәтенең, «Материнское благословение» (2002), «Кирпичики Победы» (2008), «Моя Берлинская танкоэпопея» (2011) китаптарының авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын йондоҙ» миҙалы № 6545 (27 июнь 1945);
- Ленин ордены (27 июнь 1945);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985);
- миҙалдар, шул иҫәптән:
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы;
- «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы.
Хәтер
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы А. С. Пикуновтың исеме менән Өфө ҡалаһында урам аталған.
- Өфө районының Дорогино ауылы мәктәбе ихатаһында Геройға иҫтәлекле бюст ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ На момент присвоения звания Героя Советского Союза — младший лейтенант.
- ↑ В Башкортостане скончался Герой Советского Союза, фронтовик Александр Пикунов 2014 йыл 1 февраль архивланған..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза: в 5 кн. Книга 1 / сост.: А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башкнигоиздат, 1965. — С. 59—69. — 514 с.
- Якубовский И. И. Глава пятая. От Полесья до Днестра // Земля в огне. — М.: Воениздат, 1975. — 567 с.
Документтар
үҙгәртергә- Общедоступный электронный банк документов «Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.». 2012 йыл 15 март архивланған. 13 марта 2012 года.
- Герой Советского Союза. 2016 йыл 4 март архивланған. 3 июня 2013 года.
- Указ Президиума Верховного Совета СССР. 2016 йыл 4 март архивланған. 3 июня 2013 года.
- Список награждённых. 2016 йыл 4 март архивланған. 3 июня 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пикунов Александр Степанович . «Герои страны» сайты.
- Пикунов Александр Степанович на www.az-libr.ru. 2014 йыл 5 август архивланған. 3 июня 2013 года.
- В гостях у Героя. 2014 йыл 23 июль архивланған. 3 июня 2013 года.
- Броня крепка и танки наши быстры. Газета «Республика Башкортостан» № 245. 2016 йыл 5 март архивланған. 3 июня 2013 года.
- Памяти Александра Пикунова, Героя Советского Союза 2016 йыл 7 март архивланған.. Архивировано 3 июня 2013 года.
- Школа № 78. В гостях у Героя Советского Союза.