Өфө районы флагы
Өфө районы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Өфө муниципаль районы символы. Флаг 2006 йылдың 3 июлендә раҫланған [1].
Өфө районы флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | Өфө районы |
Флаг тасуирламаһы
үҙгәртергәИңенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте 2:3 булған тура мөйөшлө туҡыма, ул ике вертикаль һыҙаттан тора: һул яғы ҡыҙыл һәм уңы — йәшел, уртаһында — сабып барған күк (аҡ) ат.
Авторы - Илгиз Насибуллин.
Символиканы нигеҙләү
үҙгәртергәӨфө районы тарихы һәм үҫеше Өфө ҡалаһы ҡәлғә булараҡ барлыҡҡа килеүе һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы булып китеүе менән тығыҙ бәйләнгән. Шулай уҡ уның географияһы республиканың сәйәси һәм иҡтисади үҙәге тирәләй урынлашыуы ла райондың үҙенсәлеге булып тора. Шуға күрә лә район территорияһы ҙур тарихи ваҡиғалар үҙәгендә булып сыға. Өфө районы халҡы Е. Пугачев етәкселегендәге крәҫтиән һуғышы тураһында иҫтәлеген һаҡлай, сөнки уның штабтарының береһе Чесноковка ауылында урынлашҡан булыуы билдәле. Граждандар һуғышы йылдарында ла район ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бында генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторола.
Шуға күрә флагтың төп урынында сабып барған көмөшһыу ат һыны һайлап алынған – ул тарихи үткәндәр тураһында халыҡ хәтерен һәм киләсәккә ынтылыш символын сағылдыра.
Ҡыҙыл төҫ Тыуған илгә тоғролоҡ, ирек, юғары выжданлылыҡ, шулай уҡ Ватан өсөн түгелгән ҡанды һынландыра.
Йәшел төҫ - йәшәйеш, мәңгелек, муллыҡ, уңдырышлыҡ, тыныслыҡ һәм именлек символы.
Теркәлгән
үҙгәртергәӨфө районы флагы Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 3 июлендәге 7-се ҡарары менән раҫланған.
Башҡортостан Республикаһы символдары Дәүләт регистрына 058-се теркәлеү һаны аҫтында индерелгән.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт геральдика регистрына 3231-се теркәлеү һаны аҫтында индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Внесён в Государственный регистр символики в Республике Башкортостан под № 058