Пегов Виктор Николаевич

рәссам, уҡытыусы

Пегов Виктор Николаевич (6 ноябрь 1938 йыл — 22 октябрь 2018 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1962—2016 йылдарҙа Өфө сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.

Пегов Виктор Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Урыҫ-Юрмаш, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 октябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто И. Я. Яковлев исемендәге Сыуаш дәүләт педагогия университеты
Программа вознаграждения Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[d] һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Николаевич Пегов[1] 1938 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Урыҫ-Юрмаш ауылында тыуған. Уның атаһы Сталинград алышы барышында хәбәрһеҙ юғалған. Һуңыраҡ рәссам үҙенең ғаиләһенә һәм әсәһенә бик күп картиналарын бағышлай. Әсәһенең портреты «Солдатка» — уның иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе.

Виктор 15 йәшендә Өфөгә килә, Моторҙар эшләү заводының «Ударник» мәҙәниәт һарайы янындағы педагог Г. В. Огородников студияһына уҡырға инә. Һынлы сәнғәттең нигеҙен шунда өйрәнә. Һуңынан Ҡаҙан сәнғәт училищеһында уҡый. Өфөгә ҡайтҡас, балалар сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай.

1980 йылда И. Я. Яковлев исемендәге Мордва дәүләт педагогия институтының художество бүлеген ситтән тороп тамамлай.

Пегов 1964 йылдан алып Өфө сәнғәт мәктәбендә уҡыта[2]. Пеговта уҡыған мәктәпте тамамлаусылар араһында билдәле рәссамдар М. Дәүләтбаев, М. Спиридонов, Р. Асҡаров һәм башҡалар бар.

1970 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

В. Н. Пеговтың улы — 1965 йылда тыуған Владислав Викторович шулай уҡ рәссам.

Пегов Виктор Николаевич 2018 йылдың 22 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Виктор Николаевич Пегов[4] йөҙҙәрсә картина ижад иткән: портреттар, пейзаждар, натюрморттар. Уларҙың күптәре тарихи темаға арналған.

Рәссамдың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығы музейы (Өфө), Милли музей, В. И. Ленин йорт‑музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Картиналары: «Солдатки»[5], «Первоклассница»[6], «Боец стройотряда», 1975[7], «Серебристый день», киндер, май, 1989 йыл, «Китап менән натюрморт», к. м., 1970 йыл, «Портрет геофизика», «Портрет уфимки».

«Солнечный день», «Верба распускается», «Дворик». «Лиля», «Дети», «Трактористки. Годы военные», «Геофизик Смирнов», «Старик — конюх за работой».

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1963 йылдан алып Пегов республика, зона, төбәк, бөтә Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

Шәхси күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Өфө (1974, 1978, 1985, 1989, 2001, 2003—04, 2006, 2009, 2013)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Рәссам союзының һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының алтын миҙалы, 2009
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011)
  • Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
  • Рәссам уҡытыусы булып эшләгән Өфөләге балалар сәнғәт мәктәбенә 2021 йылда уның исеме бирелде[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.

Һылтанмалар

үҙгәртергә