Рыбалко Иван Игнатьевич
Рыбалко Иван Игнатьевич (25 май 1925 йыл — 26 апрель 2000 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, механизацияланған уҡсылар батальоны пулемётсыһы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Рыбалко Иван Игнатьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 май 1925 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 апрель 2000 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | офицер |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Игнатьевич Рыбалко Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) Надеждино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 7 синыфты тамамлай. 1942—1943 йылдарҙа Көйөргәҙе геологоразведка партияһында токарь, 3-сө төҙөлөш тресының 2 -се һанлы совхозында эшсе булып эшләй.
Ҡыҙыл Армия сафына 1943 йылда Өфө район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла һәм шул уҡ йылда фронтҡа китә.
Рядовой И. И. Рыбалко 1943 йылдың 22 сентябрендә Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда һәм Украинаның Черкассы өлкәһе Зарубинцы ауылы өсөн барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
1944 йылда Иван Игнатьевич кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1946 йылда демобилизациялана.
1950 йылда ул Башҡорт кооператив техникумын тамамлай. 1951 йылда И. И. Рыбалконы ҡайтанан Совет Армияһына саҡыралар, Өфө берләштерелгән хәрби комиссариатының 4-се бүлексәһенең етәксе булып эшләй.
1952 йылдан КПСС ағзаһы. 1973 йылдан полковник И. И. Рыбалко — запаста, ә һуңынан отставкаға китә.
2000 йылдың 26 апрелендә Өфөлә вафат була.
Батырлығы
үҙгәртергә«69-сы механизацияланған бригаданың 1-се механизацияланған уҡсылар батальоны пулеметсыһы (9-сы механизацияланған корпус, 3-сө гвардия танк армияһы, Воронеж фронты) рядовой И. И. Рыбалко 1943 йылдың 21 сентябренән 22 сентябренә ҡарай төндә беренселәрҙән булып Днепр йылғаһын аша сыға һәм Зарубинцы ауылы өсөн барған һуғышта үҙ пулеметының уты менән, ротаның һөжүменә ярҙам итеп, дошмандың 20-гә яҡын һалдатын юҡ итә, Һөҙөмтәлә рота әҙ юғалтыуҙар менән ауылдың көнсығыш ситен баҫып ала».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рыбалко Иван Игнатьевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2031) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[1].
Хәтер
үҙгәртергә2008 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһының Дим районында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверында Советтар Союзы Геройы Иван Рыбалкоға скульптор Хәлит Ғәлиуллин эшләгән бюст ҡуйыла[2].
Өфөлә, батыр уҡыған Дим районының 113-сө мәктәбе бинаһында, 2017 йылдың 5 майында Советтар Союзы Геройы Иван Рыбалҡоның бюсы ҡуйылған.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.11.1943)[3][4];
- Ленин ордены (17.11.1943);
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5];
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (01.10.1943)[6];
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Наградной лист.
- ↑ Бюст И. И. Рыбалко в Уфе 2015 йыл 23 декабрь архивланған..
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 41, л. 277, 278)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 67, л. 3).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1108, л. 2, 40, 41).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рыбалко Иван Игнатьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 23 май 2019)
- Рыбалко Иван Игнатьевич . «Герои страны» сайты.