Горчилин Александр Михайлович
Горчилин Александр Михайлович (16 сентябрь 1925 йыл — 6 май 1970 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Гвардия мотоуҡсылар батальоны отделение командиры урынбаҫары, гвардия ҡыҙылармеецы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Горчилин Александр Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 16 сентябрь 1925 |
Тыуған урыны | Чесноковка, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 май 1970 (44 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Хәрби звание | рядовой |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Михайлович Горчилин 1925 йылдың 16 сентябрендә Чесноковка (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта белем алған, колхозда эшләгән. 1943 йылдың ғинуарында Горчилин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылдың май айынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренә Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһының 9-сы механизацияланған корпусы 69-сы механизацияланған бригадаһының гвардия мотоуҡсылар батальоны 1-се отделение командиры урынбаҫары була. Днепр өсөн һуғыштар ваҡытында батырлыҡ күрһәтә[1].
1943 йылдың 21-нән 22 сентябренә ҡарай төндә, Горчилин беренселәрҙән булып Украина ССР-ы Черкасск өлкәһе Канев районының Луковица һәм Григорьевка ауылдары районында Днепр аша сыға һәм дошман менән алышҡа инә. Плацдарм өсөн һуғышта дошмандың 45 һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 214,9 бейеклеге өсөн алышта ул беренсе булып дошман траншеяларына бәреп инә һәм ҡул алышында дошмандың дүрт һалдатын юҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» ҡыҙылармеец Горчилин Александр «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була, Ленин ордены һәм 3666-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].
Горчилин һуғыш тамамланғандан һуң демобилизациялана. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1970 йылдың 6 майында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы,
- Ленин ордены
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[3]
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Горчилин Александр Михайлович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 69/11, л. 1, 498, 499)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1108, л. 1, 31, 32)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Горчилин Александр Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2022)