Мөфәссир
Мөфәссир (ғәр. مُفسر) — Ҡөрьәнгә, аят-сүрәләренә аңлатма биреүсе белгес, тәфсирсе.
Мөфәссиргә талаптар
үҙгәртергәТәфсирсенән Ҡөрьәнде тәфсирләп аңлатҡанда билдәле бер фәнни һәм теоретик әҙерлек талап ителә, шуның өсөн ҡатмарлы эштәрҙән һанала. Традицион Исламда мөфәссиргә түбәндәгесә талаптар ҡуйыла:
- Ғәрәп телен камил белеү;
- Теге йәки был аяттың иңеү тарихын белеү;
- Мөхәммәт пәйғәмбәр биографияһын белеү;
- Аналитик фекерләү һәләте булыу;
- Үҙе йәшәгән йәмғиәттәге барлыҡ социаль проблемаларҙы белеү[1].
Тәүге билдәле мөфәссирҙәр:
- Абдуллах ибн Масуд ( 653 йылда вафат булған)
- Ибн Аббас|Абдуллах ибн Аббас ( 687 йылда вафат булған)
- Убайй ибн Каб (яҡынса. 650 йылда вафат булған)
- Зейд ибн Сабит ( 665 йылда вафат булған)
- Абу Муса аль-Ашари ( 666 йылда вафат булған)
- Абдуллах ибн аз-Зубайр ( 692 йылда вафат булған)[1]
Абдулла ибн Ғәббәс, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған энеһе, Мәккәлә беренсе булып Ҡөрьән тәфсире буйынса мәктәпкә нигеҙ һалған. Уның уҡыусылары араһында киң билдәле билдәле тәфсирселәр Мөжәһит ибн Жәбер булыуынса (721 йылда вафат), Ата ибн Әбү Рабаһ (733 йылда вафат), Иҡримә әл-Бәрбәри ( 723 йылда вафат), Сәйет ибн Жөбәйер (714 йылда вафат), Тавус ибн Ҡайсан (724 йылда вафат). Мәккәләге Ибн Ғәббәстең мәктәбенән тыш та яңылары асылған. Мәҫәлән, Абдуллаһ ибн Мәсуд - Ираҡта, а Зәйед ибн Әсләм Мәҙинәлә мәктәп асҡан. Зәйедтең уҡыусыһы Мәлик ибн Әнәс булған[1].