Фетнә
Фетнә (ғәр. فتنة тәртипһеҙлек) — ғәрәп һүҙе: ығы-зығы, тәртипһеҙлек, болғаныш.
Фетнә |
Тарихы
үҙгәртергәБашта «фетнә» һүҙе шлакты сығарыу өсөн металл эшкәртеүҙе аңлата[1]. Был һүҙ йыш ҡына 656 йылда хәлифә Усман үлтерелгәндән һуң башланған беренсе ислам граждандар һуғышына ҡарата ҡулланыла. Икенсе фетнә тип ғәҙәттә өмәүиҙәр (683—685) араһында хәлифәт менән идара итеү өсөн талаш атала. Өсөнсө фетнә — ғәббәсиҙәрҙең өмәүиҙәргә ҡаршы революцияһы (744—750). Дүртенсе фетнә — Әл-Әмин менән Әл-Мәмүн араһында граждандар һуғышы (809—827).
Фетнә һүҙе Ҡөрьәндә Әл-Бәҡара сүрәһе сүрәһенең 217-се аятында телгә алына. Аятта харам айҙа мосолмандар «Батан нәхлә» тигән урынға сәйәхәт ҡылғанда ҡорайыш мөшриктәренә тап булып, бер нисә мөшрикте ҡулға алыуы һәм үлтереүе тасуирлана[2][3][4] . Тәржемәселәр был һүҙҙе ҡотҡоға бирелеү[ком 1], күп илаһлылыҡ[ком 2], вәсүәсә[ком 3], йәберләү һәм болғаныш тип тәржемә итә[ком 4] .
Ислам эсхатологияһында Дәжжәлдең (антихрист) килеүе — ерҙәге иң ҙур фетнә. Дәжжәл ерҙә идара итәсәк, моғжизәләр эшләйәсәк, кешеләрҙе тамуҡҡа һәм ожмахҡа ебәрәсәк[ком 5] . Дәжжәл үҙен мессия тип атар һәм күп кешеләрҙе үҙе артынан эйәртеп барыр.
Фетнә оялаған урын — донъя (ерҙәге тормош): ахирәттә фетнә юҡ.
Аңлатмалар
үҙгәртергә- ↑ Кулиев Э. Коран. Перевод смыслов
- ↑ Османов М-Н. Коран.
- ↑ Крачковский И. Ю. Коран.
- ↑ Пороховой В. М. Коран
- ↑ Если Даджаль ввергнет человека в рай, то этот человек на самом деле окажется в аду, и наоборот.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Lane, E. Arab-English Lexicon
- ↑ Witness Pioneer, «Pre-Badr Missions and Invasions» .
- ↑ List of Battles of Muhammad . 2011 йыл 26 июль архивланған.
- ↑ The Sealed Nectar,Page 245, By Saifur Rahman al Mubarakpuri .
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Лейла Наталья Бахадори. фетнә . Ислам.ру (21 ғинуар 2013). Дата обращения: 3 апрель 2013. Архивировано 3 апрель 2013 года.