Әбү Йософ
Әбү Йософ Яҡуп ибн Ибраһим әл-Ансари әл-Күфи, күберәк Әбү Йософ әл-Ансари булараҡ билдәле (ғәр. أبو يوسف الأنصاري) — күренекле ислам ҡануниәте белгесе (фаҡиһ), Әбү Хәнифәнең иң билдәле уҡыусыларының береһе. Әбү Хәнифә вафат булғандан һуң уның мәктәбен етәкләй. Хәлифәнең юғары судьяһы (ҡаҙый әл-ҡудат) булараҡ, хәнәфи хоҡуҡ мәктәбенең ҡараштары киң таралыуға булышлыҡ итә.
Әбү Йософ | |
ғәр. أبو يوسف | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Өмәүиҙәр хәлифәлеге Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 731[2] |
Тыуған урыны | Әл-Күфә, Ираҡ, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Вафат булған көнө | 13 сентябрь 798 |
Вафат булған урыны | Бағдад, Ираҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Һөнәр төрө | Ҡаҙый, Мөжтәһид, фәлсәфәсе |
Эшмәкәрлек төрө | Фиҡһ |
Эш урыны |
Әл-Күфә Бағдад |
Биләгән вазифаһы | судья[d] |
Уҡыусылар | Мөхәммәт әш-Шәйбани[3], Әхмәт ибн Хәнбәл[4], Ахмад ибн Абу Тайба ад-Дарими[d] һәм Аль-Хасан ибн Зияд ал-Лулуи[d] |
Кемдә уҡыған | Әбү Хәнифә һәм Шу’ба ибн аль-Хаджжадж[d] |
Мәзһәб | Хәнәфи мәҙһәб |
Биографияһы
үҙгәртергәТыуған көнө аныҡ билдәле түгел. Уның вафатынан һәм уҡытыусыларының йәшәү датаһынан сығып, ул Әл-Күфәлә 731 йыл тирәһендә (һижрәнең 113 йылы) тыуған тип фаразлана. Әбү Йософ әйтеүенсә, ул сығышы менән бай булмаған ғаиләнән. Егет ғилемгә интыла, ләкин атаһы унан аҡса эшләрлек һөнәргә эйә булыуын талап итә. Әбү Йософ менән атаһы араһындағы низағ тураһында белеп ҡалғас, Әбү Хәнифә талантлы егетте уҡытҡан өсөн аҡса алыу ғына түгел, хатта уға аҡсалата ярҙам да күрһәтә. Был тарихтың икенсе версияһы буйынса малайҙың атаһы иртә вафат була, ә Әбү Хәнифәлә уҡырға теләүе арҡаһында низағ әсәһе менән була.
Һижри 150 йылда Әбү Йософ Бағдадҡа килә һәм Бағдад судьяһы вазифаһына тәғәйенләнә[5]. Әбү Йософ тотош Хәлифәлеккә судьялар тәғәйенләү һәм һәммә суд ҡарарҙарына апелляция ҡабул итеү хоҡуғына эйә була[6]. Тарихсылар фекеренсә, хәлифәлектең бөтә төп ҡалаларына үҙ кешеләрен билдәләү һәм Әбү Хәнифәнең теоретик эшкәртмәләрен практикала киң ҡулланыу мөмкинлеге хәнәфи мәҙһәб таралыуға сәбәпсе була. Уның вафатынан һуң 798 йылда был вазифаға улы Йософ тәғәйенләнә[5].
Әбү Йософ шәкерттәре Мөхәммәт али-Шәйбани һәм Әхмәт ибн Хәнбәл була. Уның ҡараштары Мөхәммәт әш-Шәфиғигә ҙур йоғонто яһай[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- ↑ Али-заде А. Абу Йусуф (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Шейбани Мухаммад ибн Хасан (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Ахмад ибн Ханбал (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ 5,0 5,1 Али-заде, 2007
- ↑ 6,0 6,1 Ислам: ЭС, 1991
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Боголюбов А. С. Абу Йусуф // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 9.
- Али-заде, А. А. [31 Абу Йусуф] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Прозоров С. М. Некоторые штрихи к портрету верховного судьи Багдада Абу Юсуфа (ум. в 798 г.) // ИВР РАН. Письменные памятники Востока. — СПб.: Наука, 2008. — № 1 (8). — С. 165—169.
- Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Ҡалып:Энис1
- Thomas, David. Abū Yūsuf Ya‘qūb // Christian-Muslim Relations. A Bibliographical History / Ed. by David Thomas and Barbara Roggema. — Leiden: Brill, 2009. — Vol. 1 (600—900). — P. 354—359. — ISBN 90-04-16975-X. (инг.)
- Wakin, Jeanette A. Abū Yūsuf // Encyclopedia of Religion / Lindsay Jones, Ed. in Chief. — 2nd ed. — Detroit; N. Y. et al.: Thomson Gale, 2005. — Vol. 1. — P. 24—25. — ISBN 0-02-865734-9. (инг.)
- Abū Yūsuf // The Oxford Dictionary of Islam / John L. Esposito, ed. in chief. — Oxford; N. Y. et al.: Oxford Univ. Press, 2003. — P. 5—6. — ISBN 0-19-512558-4. (инг.)
- Brockelmann, Carl. Abû Jûsuf // Geschichte der arabischen Litteratur. — Weimar: E. Felber, 1898. — Bd. 1. — S. 171. (нем.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Imam Abu Yusuf (rahmatullahi alaihi) (ингл.). Biographies. Inter-Islam. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано 25 май 2012 года.
- Long, Ibrahim J. Abū Yūsuf: The Knowledge of Kūfa Inherited (ингл.). Seeking The Purest Faith: Reflections of an American Muslim (28 ноябрь 2010). — запись в блоге. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано 25 май 2012 года.
- Wheeler, Brannon M. Abū Yūsuf (инг.) // Gudrun Krämer, Denis Matringe, John Nawas, Everett Rowson (Eds.). Encyclopaedia of Islam, THREE. — Leiden: Brill Online, 2012. (түләүле)
- Pakatchi, Ahmad; Rezaee, Maryam. Abū Yūsuf (инг.) // Wilferd Madelung, Farhad Daftary (Eds.). Encyclopaedia Islamica. — Leiden: Brill Online, 2012. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |