Ғөләмә

Ислам дин ғалимдары

Ғөләмә (ғәр. علماء‎ — күплектәге һүҙ: «уҡымышлылар, ғалимдар»; берлектә — ғәр. عالم‎ — ғалим) йәки ғалимдарИсламды теоретик йәһәттән дә, ғәмәли яҡтан да яҡшы белгән абруйлы дин белгестәренең дөйөмләштерелгән атамаһы.

Ғөләмә
Рәсем
Эшмәкәрлек сфераһы Islamic sciences[d]
 Ғөләмә Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тарихынан

үҙгәртергә

Ғөләмә тип аталыу хоҡуғы биреү тураһында Ҡөрьән белгестәре, факиһтар һәм башҡа уҡымышлылар һәр саҡ бәхәскә инеп торғандар.Ғөләмә фәйләсуфтарға һәм суфыйҙарға ҡаршы ҡуйып ҡаралған. Улар һөнәри шөғөлдәре, йәшәгән урындары, мәҙһәбтәре һәм башҡалар буйынса бүленешкән.Был берләшмәләрҙең әммә аныҡ ойошторолған формалары булмаған. Тик XVI быуаттан ғөләмәләр берҙәм социаль көскә әүерелә башлай. Был Ғосман империяһы йөҙөндәге сөнни Исламды шиғыйлыҡты рәсми дин тип иғлан иткән Сәфәүиҙәр Иран араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡҡа ҡырҡа булышлыҡ итә.

Иранда әкренләп рәсми рухани эшмәкәрҙәр иерархияһы (мөжтәһидтәрҙән муллаларға тиклем) барлыҡҡа килә, уларҙы дөйөмләштереп йыш ҡына ғөләмә тип атағандар.

Ғосман империяһында ғөләмәләрҙең рәсми башлығы дәрәжәһе индерелә, ул Истанбул ҡалаһының мөфтөйө була һәм Шәйех-үл-Ислам дәрәжәһе йөрөтә.

Мосолман дәүләттәре көсһөҙләнгән яңы шарттарҙа ғөләмә берләшмәләренең әһәмиәте арта, улар ҡайһы бер илдәрҙә юл башлап йөрөүсе көскә әүерелә. Әммә ҡайһы бер мосолман илдәрендә социаль тормош һәм мәғарифтың секуляризацияһы ғөләмәләрҙең социаль бнигеҙе тарая. Был төрлөлөк шарттарҙа ғөләмәләрҙең социаль көс булараҡ тотҡан урындары төрлө кимәлдә булып сыға.

Ғөләмә башҡорт телендә

үҙгәртергә

Ғәрәп телендә ғөләмә һүҙе күплек исем булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт телендә уға күплек ялғауы ҡушылыусан, сөнки яңғыҙлыҡ исем булып ҡабул ителә:

  Сабир мулла: Был да мәғлүм булһын ки, беҙ ғөләмәләрҙең бында бер ҙә ҡәҙере юҡ икән.

Б. Ишемғол

 

[1].Башҡорт телендә "ғөләмә" һүҙе диндәге уҡымышлылар, ғалимдар ғына түгел, ғөмүмән, дин әһелдәренә ҡарата ла ҡулланыла.

Күренекле башҡорт дин әһелдәре

үҙгәртергә

Ризаитдин Фәхретдинов (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов; 18591936) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин ғалимы. Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе булған (1923—1936). Дин белеме йәһәтенән абруйлылығы хаҡында уның 1926 йылда Бөтә донъя мосолмандарының конгресында Бөтә Рәсәй мосолмандары делегацияһы етәксеһе булараҡ ҡатнашып, унда конгресс президиумының рәйес урынбаҫары итеп һайланыуы ла күпте һөйләй.

Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан; 20 март 1833 — 2 февраль 1917) — башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе.

  • Улемы // Ужи — Фидель. — М. : Советская энциклопедия, 1956. — С. 187-188. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 44).

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993. - 250-се бит