Ғирфан
Ғирфан — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәҒирфан — «аң», «белем», «тәрбиәле» тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәҒирфан Дәүләт улы Әлимғолов (1903 йыл —?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены кавалеры.
Фамилияларҙа
үҙгәртергәҒирфанов Вәкил Кәли улы (25 ғинуар 1909 йыл — 10 май 1980 йыл) — ғалим-агробиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
Ғирфанов Агиш Шәйех улы 14 апрель 1928 йыл — 8 ноябрь 1999 йыл) — башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
Ғирфанов Рәсим Мәсәлим улы 14 декабрь 1951 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, генерал—майор, 2002—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе, 2010—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Омск ҡалаһының вице-мэры. Почёт ордены кавалеры (2007). Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре.
Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы (1939, Башҡорт АССР-ның Миәкә районы Әбеш ауылы) — журналист, совет-партия хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир, прозаик. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты — Аҡмулла исемен матбуғат биттәрендә яҡтыртҡан өсөн (2008).
Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (3 июль 1913 йыл — 31 март 1989 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районының Киров исемендәге колхозының йылҡысылыҡ фермаһы мөдире. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943).
Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы (1904 йыл — 14 февраль 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, 62-се гвардия кавалерия полкының ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, ҡылыссыһы була.
Ғирфанов Камил Вәли улы (18 сентябрь 1926 йыл) — юғары мәктәп ветераны; уҡытыусы, журналист, ғалим-педагог. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент; Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры (2006). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 58-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |