Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы
Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы(1904[1] - 12 февраль1944)[1] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, 62-се гвардия кавалерия полкының ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, ҡылыссыһы була.[1]
Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1904 |
Тыуған урыны | Сафар, Миәкә районы, СССР |
Вафат булған көнө | 12 февраль 1944 |
Вафат булған урыны |
Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР Замошье[d], Ахремовецкий сельсовет[d], Браславский район[d], Вилейка өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | рядовой, ҡыҙылармеец[d] һәм тоҫҡаусы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәРәхимйән Ғирфан улы Ғирфанов 1904 йылда Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы Сафар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы - Шәйгәрҙанов Ғирфан Шәйгәрҙан улы, әсәһе - Мәрхәбьямал исемле була. Ғаиләлә өс ул тәрбиәләнә: Мәхийән, Рәхимйән, Фазылйән. Өсөһө лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, тик береһенә лә тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Һуғышҡа тиклем, Ғирфан ябай колхозсы була, һунарсылыҡ менән шөғөлләнә.
Ғаилә хәле
үҙгәртергәӨйләнгән. Ҡатыны Минеямал исемле. Балалары: Шәмсиямал(1929 йылғы),Асия(1936 йылғы),Азия(1939 йылғы).
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергәМиәкә районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия[1] сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, ҡыллыссы булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 12 февралендә һуғыш яланында вафат була. Полесье өлкәһе Замошье ауылында ерләнә.[1][2]
Хәтер
үҙгәртергәҒирфанов Рәхимйән Ғирфан улының исеме БР-ҙың Миәкә районы Йәнәби ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташтағы исемлеккә индерелгән.