Ғирфанов Агиш Шәйех улы

Ғирфанов Агиш Шәйех улы (14 апрель 1928 йыл — 8 ноябрь 1999 йыл) — башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).

Агиш Ғирфанов
Тыуған көнө:

14 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Таймый ауылы

Вафат булған көнө:

8 ноябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Ижад йылдары:

1959—1999

Йүнәлеше:

проза, драматургия, тәржемә

Жанр:

сатира һәм юмор

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, рус

Дебют:

«Артҡы ишектән» хикәйәләр йыйынтығы (1968)

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Агиш Ғирфанов 1928 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Таймый ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәп тамамлаған.

  • 1942—1945 йылдар — Мәсәғүт педагогия училищеһы уҡыусыһы.
  • 1945—1950 йылдар — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.
  • 1950—1951 йылдар — Учалы районы Наурыҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы.
  • 1951—1954 йылдар — СССР Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеү.
  • 1954—1959 йылдар — Әбйәлил районы Таштимер урта мәктәбе директоры.
  • 1959—1964 йылдар — «Һәнәк» журналының хаттар бүлеге мөдире.
  • 1964—1966 йылдар — Башҡорт АССР-ы радио һәм телевидение буйынса комитетының балалар өсөн тапшырыуҙар редакцияһында өлкән редактор.
  • 1966—1984 йылдар — Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор һәм нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире.
  • 1985—1987 йылдар — «Һәнәк» журналының бүлек мөдире.
  • 1987—1989 йылдар — «Һәнәк» журналының яуаплы секретары.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Агиш Ғирфановтың ижади эшмәкәрлеге ХХ быуаттың илленсе йылдарында журналист тәжрибәһенән башлана, ул әҙәбиәткә журналистика аша килде тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. Атмышынсы йылдарҙа ул үҙен шаҡтай өлгөргән прозаик итеп таныта. Быға уның «Һәнәк» журналында эшләүе ныҡлап ярҙам итә. Баҫма биттәрендә ул юмор һәм сатира әҫәрҙәре ижад итеү буйынса оҫталығын камилаштыра һәм үҫтерә. Был осорҙа нәҡ ошо йүнәлештәге хикәйәләрен, балалар өсөн «Мөғжизә» исемле повесть яҙа. Башҡорт әҙәбиәтендә быға тиклем булмаған сатирик романды тәүге ижад итеүсе нәҡ Агиш Ғирфанов икәне әҙәбиәт тарихында айырым билдәләнә. Сатирик характерҙағы был эпик әҫәрҙең тәржемәһе менән танышҡан билдәле яҙыусы, РСФСР Яҙыусылар союзының юмор һәм сатира советы рәйесе Леонид Линч уны бик оҡшата һәм бик тә ыңғай баһа бирә. Ул ғына түгел, тәжрибәле тәржәмәсе ярҙамында романдың рус телендә донъя күреүенә ныҡлап булышлыҡ итә. Баш ҡаланың танылған «Советский писатель» китап нәшриәтендә әҫәр 1975 йылда баҫылып сыға һәм илдең төрлө төбәктәрендә уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.

Төп әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Артҡы ишектән: Сатирик һәм юмористик хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 176 бит.
  • Дан туртаһы: Юмористик повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 224 бит.
  • Тыныс йоҡо: Юмористик хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1973. — 126 бит.
  • Пузыри словы: Роман. — М.: Сов.писатель, 1975. — 270 с. Русск.
  • Пятый зуб мудрости: Рассказы. — Уфа, Башкнигоиздат, 1976. — 232 с. Русск.
  • Мөғжизә: Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1977. — 184 бит.
  • Пузыри словы: Роман. — Уфа, Башкнигоиздат, 1980. — 360 с. Русск.
  • Секретное послание: Рассказы. — М.: Сов.писатель, 1982. — 240 с. Русск.
  • Яҙҙар ике килә: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 318 бит.
  • Йәшәреү сере: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 286 бит.
  • Дан туртаһы: Сатирик роман, хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 416 бит.
  • Ҡайтыр яҙҙар: Роман. — Өфө: Китап, 1996.
  • Йәшерен амулет: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1998.

Тәржемәләре үҙгәртергә

  • Чехов А. Невеста / Килен: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 200 бит.

Маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).

Хәтер үҙгәртергә

  • Яҙыусының тыуған ауылы Таймый урамдарының береһе Агиш Ғирфанов исемен йөрөтә.
  • Таймыйҙа һәм Өфөлә әҙип йәшәгән йорттар стенаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
  • Таймый урта мәктәбендә арҙаҡлы яҡташтарының тормошо һәм ижадына арналған музей эшләп килә.
  • Салауат районының почетлы гражданы[1].

Әҙип тураһында үҙгәртергә

  • С. Поварисов. Сатира уты менән // Ағиҙел, 1971, № 2.
  • Ғ. Әбсәләмова. Көлкө лә, уйландыра ла. // Ағиҙел, 1972, № 2.
  • Ғ. Әбсәләмова. Оҫталыҡҡа табан. // Ағиҙел, 1974, № 5.
  • Р. Байымов. Үҙенсәлекле жанр. «Ижади биҙәктәр» китабында, Өфө, 1977.
  • Н. Орлова. Пером сатирика. // Литературная Россия, 1974, № 29. (рус.)
  • Ә. Вәхитов. «Яҙҙар ике килә» китабына инеш һүҙ. Өфө, 1982.
  • Р. Байымов. «Дан туртаһы» китабына инеш һүҙ. Өфө, 1988.
  • В. Романов. Он был истинно народным писателем (К 85-летию со дня рождения писателя Агиша Гирфанова) (рус.)

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Бурангулов А. Г., Бурангулов Я. А., Габбасова З. С. Потомки Салавата. — Уфа: Китап, 2004. — 192 с. (рус.)
  • М. Ғәйнуллин, Ғ. Хөсәйенов. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә