Ҡыуандыҡова Хәмдиә Ғәззәле ҡыҙы
Ҡыуандыҡова Хәмдиә Ғәззәле ҡыҙы (1 ғинуар 1959 йыл — 9 апрель 2013 йыл) — Башҡортостан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000).
Ҡыуандыҡова Хәмдиә Ғәззәле ҡыҙы | |
Гражданлыҡ |
СССР Башҡорт АССР-ы Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1959 |
Тыуған урыны | Яңы Монасип ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 апрель 2013 (54 йәш) |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | Иҫке Монасип ауыл Советы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәмдиә Ғәззәле ҡыҙы Ҡыуандыҡова (Сәғитова) 1959 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған.
1974—1978 йылдарҙа Хәмдиә Ғәззәли ҡыҙы Белорет педагогия училищеһында (хәҙер колледж) уҡый. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңы Монасип мәктәбендә башлай. 2008—2011 йылдарҙа ситтән тороп психолог һөнәре буйынса юғары белем ала. 1980 йылдан Иҫке Собханғол мәктәбе интернатында тәрбиәсе булып эшләй. 1985—2000 һәм 2008—2013 йылдарҙа тыуған ауылы мәктәбендә уҡыта. 2000 йылдан алып 2008 йылға тиклем Иҫке Монасип ауыл Советында эштәр идарасыһы вазифаһын башҡара.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәХәмдиә Ғәззәле ҡыҙы драма түңәрәгендә шөғөлләнә, шиғырҙар яҙа. Ул йәмәғәтселек менән даими эшләй. Уға төрлө йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ата-әсәләр комитеты рәйесе, кибет комиссияһы рәйесе вазифаларын башҡара.
Ғаиләһе
үҙгәртергәХ. Ғ. Ҡыуандыҡова ире Ҡыуандыҡов Факил Афзал улы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000)
- «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсында Гран-при (1993)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Кувандыкова Хамдия Газзалиевна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 293. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.