Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы

(Юныс Бикбов битенән йүнәлтелде)

Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (18831943) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (1917—1919).

Юныс Юлбарыҫ улы Бикбов
Юныс Юлбарыҫ улы Бикбов
Флаг
Флаг
Кесе Ҡоролтай рәйесе, Башҡорт Хөкүмәте рәйесе (1917—1919)
 
Тыуған: 1883({{padleft:1883|4|0}})
Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, 2-се Үҫәргән улусы, Әбүләйес ауылы
Үлгән: 1943({{padleft:1943|4|0}})
Ҡаҙаҡ ССР-ы, Ҡарағанда ҡалаһы
Балалары: Рауил, Салауат, Ырыҫ
Партия: Социалист-революционерҙар партияһы[d]
Белеме: Ҡазан университеты

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Юлбарыҫ Бикбов (ултыра) һәм уның улы Юныс Бикбов

Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы 1883 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2-се Үҫәргән улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) Әбүләйес ауылында Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән үҫәргән ырыуының күренекле башлығы Бикбау бей нәҫеленән[1].

Юныс ауылы мәҙрәсәһендә белем ала, артабан рус мәктәбендә уҡый. Аҙаҡ Ырымбур гимназияһына уҡырға керә, бында социал-демократик түңәрәктең ағзаһы, һуңыраҡ эсерҙар партияһының ағзаһы булып китә[2].

1909 йылда Ҡазан Император университетының юридик факультетына уҡырға ебәрелә һәм унда «башҡорт стипендияһы» иҫәбенә белем ала. Студент йылдарында И. А. Әхтәмов етәксегендәге йәштәр түңәрәгенең ағзаһы була[3].

1911 йылда университетты тамамлағандан һуң, Орск өйәҙе 2‑се Үҫәргән улусында мировой судья булып хеҙмәт итә[4].

1917 йылдың йәйенән автономия өсөн Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең иң әүҙем эшмәкәрҙәренең береһе була. Июнь аҙағында атаһы Юлбарыҫ Бикбов менән бергә Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы итеп һайлана. 1‑се һәм 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҡатнаша[5].

1917 йылдың авгусында Башҡорт мәркәз шураһы ағзалығына кандидат итеп һайлана[4]. Ноябрҙә Ырымбур губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутат итеп һайлана[2].

1917 йылдың декабрендә 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы делегаты була. 20 декабрҙә съезд барышында ойошторолған предпарламент — Кесе ҡоролтайҙың рәйесе, Башҡорт Хөкүмәтенең рәйесе итеп һайлана.

Башҡорт Хөкүмәте рәйесе булараҡ Башҡортостан автономияһының урындағы власть органдарын (кантон башҡармадарын һәм дивандарын) ойоштороу эше менән шөғөлләнә. Ырымбур большевиктарҙың ҡулына күскәс, 1918 йылдың 4 февралендә Ырымбур мосолман губерна революцион комитеты Башҡорт Хөкүмәтенең 7 ағзаһын ҡулға ала. Автономия хөкүмәтенең эшмәкәрлеге туҡтап ҡалғас, ҡулға алынып өлгөрмәгән Бикбов үҙенең туған ауылына йүнәлә һәм Шәйехзада Бабичты үҙ йортона алып ҡайта[1].

1918 йылдың июнендә Силәбе ҡалаһында Башҡорт Хөкүмәте йәнә үҙ эшен башлай, хөкүмәт рәйесе вазифаһын ваҡытлыса Сәғит Мирасов башҡара. 1918 йылдың авгусында хөкүмәт большевиктарҙан азат ителгән Ырымбур ҡалаһына Каруанһарайға ҡайтҡас, Юныс Бикбов Башҡорт Хөкүмәте рәйесе вазифаһын үтәй башлай. Уның етәкселегендә Кесе ҡоролтай ағзалары юридик эштәр менән шөғөлләнә, ауыл хужалығы һәм урман идаралығына ҡағылған закондар ҡабул итә[1].

1918 йылдың сентябрендә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (Комуч) менән Башҡортостан автономияһын таныу, Башҡорт ғәскәрен Халыҡ армияһы составына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Башҡортостан автономияһы делегацияһы составында Өфө дәүләт кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша[6].

1918 йылдың ноябрендә власть Колчактың ҡулына күскәс, урындағы хөкүмәттәрҙе бөтөрөү сәйәсәте башлана. Башҡорт Хөкүмәте был фармандарға буйһонмай һәм үҙенең эшмәкәрлеген Орск өйәҙе биләмәләрендә дауам итә. Хөкүмәт ағзаларының күбеһе большевиктар яғына сығыуҙы хуплай, әммә уның рәйесе Юныс Бикбов, Илдархан Мутин һәм башҡалар быға ҡырҡа ҡаршы була. Һөҙөмтәлә был асыҡ низағҡа килтерә, һуңғылары Баймаҡта Усман Ҡыуатов, Яхъя Сәлихов, Таһир Имаҡов һәм Ғәлиәхмәт Хәсәнов тарафынан ҡулға алына. Әхмәтзәки Вәлидов ҡыҫылыша арҡаһында Бикбов һәм уның фекерҙәштәре азат ителә[7].

1919 йылдың ғинуарында Юныс Бикбов, Илдархан Мутин, Искәндәрбәк Солтанов һәм Хажиәхмәт Ишбулатов хөкүмәт эштәренән ситләтелә, ә Башҡорт Хөкүмәте рәйесе итеп Мстислав Ҡулаев һайлана[1].

1919 йылдың февраленән Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты (Башревком) ағзаһы итеп һайлана[4]. 1919 йылдың 7 апрелендә бер нисә көнгә туған ауылына отпускыға ҡайта, әммә кире эшенә ҡайтмай. Аҡтарҙың уңышлы наступление һуң, Башревком Һамар, аҙаҡ Саранск ҡалаһына эвакуациялана. Башревкомда Бикбовты аҡтар яғына күскән тип иҫәпләйҙәр һәм уны ағзалыҡтан сығаралар. Ысынында туған ауылға ҡайтҡас, Бикбов Үҫәргән кантоны Чеботарёвка ауылы большевиктары тарафынан ҡулға алына һәм аҡтарҙың һөжүме арҡаһында азат ителә. Юныс Бикбовҡа аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да йәшенергә тура килә[8].

Башҡортостан территорияһы аҡтарҙан азат ителгәндән һуң, ул Үҫәргән кантоны ревкомына урындағы власть органдарын ойошторорға ярҙам итә. 1920 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы юстицияһының халыҡ комиссары була. Артабан «Башкиропомощь» ойошмаһында эшләй[1].

1920—1930 йылдарҙа Йылайыр кантонында халыҡ судьяһы вазифаһын үтәй[4]. 1930 йылдың 22 мартында ҡулға алына һәм 5 йылға хөкөм ителә[9]. Улдары Рауил (1918—?), Салауат (1921—?) һәм Ырыҫ (1927—?), шулай уҡ ағаһы Искәндәр (1876—?) һәм уның улы Зәйни (1910—?) репрессияға тарттырыла[10]. Юныс Бикбов Аҡ диңгеҙ—Балтика каналы төҙөлөшөнә ебәрелә. 1933 йылда азат ителә.

1933 йылда ғаиләһе менән Ташкентҡа күсә, башта мәктәптәрҙә, ә артабан университетта уҡытыусы булып эшләй[1].

1937 йылдың 29 сентябрендә репрессиялана, 8 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә һәм Ҡарағанда ҡалаһына ебәрелә. 1943 йылда төрмәлә вафат була. 1962 йылда аҡлана[4].

  • Ейәнсура районы Әбүләис ауылында Юныс Бикбов исемен йөрөткән урам бар.
  • 2018 йылдың сентябрендә Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында Юныс Бикбовҡа бюст асылды[11]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского национального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 17—20. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  2. 2,0 2,1 Юнус Юлбарсович Бикбов // Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М., РОСПЭН, 2008.
  3. Энциклопедия Челябинска
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Бикбаев Р. Ә., Исхаҡов С. М. Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Насиров Р. Х. Башҡорт хөкүмәтенең тәүге рәйесе // Ватандаш. — 1999. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  6. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. /Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — Т. 1. — С. 159. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  7. Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — С. 195—196. — 364 с. — ISBN 5-295-02542-X.
  8. Бының тураһында 1919 йылдың 29 октябрендә Башревком Президиумына үҙенең объяснительная записакаһында ошолай итеп бәйән итә:

    «… Только доехал до Мурзабулатово, что в 12 верстах от нас, узнал, что белые в Муйнаково, в 30 верстах от нас, красные в Петровске. Я уже не решился ехать дальше на фронт, отступающие красные были до того разъярены после муртазинских событий, что они истерзали Бабича и Иркабаева и до 10 человек башкирских солдат в Преображенске… В первое время я скрывался в стороне, но с отдалением фронта вернулся домой, и стало жить спокойно, никто не справлялся и не доносит… Когда приблизился фронт, я опять скрываюсь в лесу и уже не один, а с 10 вооруженными солдатами-башкирами. До прихода красных мы оставались в лесу и, когда впервые вступил Петроградский полк в нашу деревню, в середине августа мы вернулись по домам. Я был в полной уверенности, что отношение товарищей красных, должно быть, изменилось, ибо был Башревком. Но, увы! Оказалось, далеко не так, отношение товарищей красных все то же — вызывающее, тот же произвол и грабежи… Я опять побоялся показываться, даже чуть не был арестован тремя красноармейцами 179-го Смоленского полка, спас случайный приезд тов. Имакова. Усерганы освободились от того кошмарного произвола только тогда, когда прибыл военный комиссар с отрядом конным Башревкома. Вот то политическое преступление, которое я совершил перед вами, за котороевы исключили меня из состава ревкома, основываясь только на слухах, несмотря на то что я избран Всебашкирским военным съездом. Такой акт, я со своей стороны, считаю в высшей степени негосударственным и ходатайствую о пересмотре такого опрометчивого решения и об отмене его»

  9. Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан. Т. 1. — Уфа, 1997. — С. 287.
  10. Жертвы политических репрессий СССР
  11. Иҫәнғол ауылында Юныс Бикбовҡа бюст асылды(недоступная ссылка)
  • Исхаков С. М., Бикбаев Р. А. Бикбов Юнуc Юлбарисович. // Башкирская энциклопедия. Т. 1. — Уфа, 2005. — С. 463.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — С. 195—196. — 364 с. — ISBN 5-295-02542-X.
  • Насиров Р. Башҡорт хөкүмәтенең тәүге рәйесе // Ватандаш. — 1999. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  • Ярмуллин А. Ш. Юныс Бикбов // Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. — Өфө, 2009.
  • Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского национального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 17—20. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә