Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы

(Юлбарыҫ Бикбов битенән йүнәлтелде)

Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы (1847–1922) — башҡорт старшинаһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы.

Юлбарыҫ Сурағол улы Бикбов
Тыуған көнө

1847({{padleft:1847|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Үҫәргән улусы, Бурағол ауылы

Вафат булған көнө

1922({{padleft:1922|4|0}})

Вафат булған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Үҫәргән кантоны, Әбүләйес ауылы

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Биографияһы

үҙгәртергә

1847 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Бурағол ауылында тыуған[1]. Сығышы менән үҫәргән башҡорттарының Бикбау бей нәҫеленә барып тоташа.

 
Юлбарыҫ Бикбов (ултыра) һәм уның улы Юныс Бикбов

1877 йылда Ырымбур ҡалаһындағы И. И. Неплюев исемендәге кадет корпусын тамамлай[2].

1889–1922 йылдарҙа 2-се Үҫәргән улусында старшина булып хеҙмәт итә[2]. 1896 йылда Николай II-нең тәхеткә ултырыу тантанаһына саҡырыла, император илгә тоғро хеҙмәт иткәне өсөн уны көмөш миҙал менән бүләкләй[1].

1899 йылда «Оренбургская газета»ның ете һанында баҫылып сыҡҡан «Башкурды» исемле күләмле әҫәре билдәле. Был әҫәр башҡорт халҡының тарихына арналған. Әҫәрҙә Европа, ғәрәп, фарсы ғалимдарының башҡорттар тарихына бәйле тикшеренеүҙәрҙе, халыҡтың ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары, легендалары, шәжәрәләре ҡулланылған.

1917 йылдың июнендә Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың 8–20 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында делегат булып ҡатнашҡан. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшеүселәргә, шулар иҫәбендә улы — Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа ярҙамлашҡан[3].

  • 1-се ҡатыны — Тутыя (1881 йылға тиклем вафат булған), балаларынан — Искәндәр (1876–1962) ғүмере буйы Ейәнсура районының Әбүләис ауылында йәшәй, «Көрәш» (һуңынан Салауат исемендәге) колхозда эшләй, уның улы Абдулла, ейәндәре Алмас һ. б., уның балалары әле Себер яғында, ХМАО-ла эшләй.
  • 2-се ҡатыны — Мәхүпъямал (1881 йылда никахлаша, 1894 йылда вафат булған), балаларынан — Юныс (1883–1943).
  • 3-сө ҡатыны — Хөббөниса (1894 йылда никахлаша), балалары – Сәлимгәрәй (1895–1970) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, унда аяғы ҡаты яраланып, Ейәнсура районы Әбүләис ауылына һыңар аяҡлы булып ҡайтып төшә, ғүмере буйына ошо ауыл ҡараған «Көрәш» (һуңынан Салауат исемендәге) колхозда эшләгән , балалары, ейәндәре ошо ауылда төпләнгән; Әсфәндиәр (1897–1939), Вазифа (1899–1940), Ғүмәр (1901–1942), Ибраһим (1904–1943). Улдары Искәндәр менән Юныс репрессиялана, Ғүмәр менән Ибраһим Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Башкурды (материалы по истории башкирского народа) // Оренбургская газета, 1899. — № 762, 765, 768, 771, 773, 777, 789.
  • Башкурды // Ядкяр, 2002. № 3. С. 57–70.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Исянгулов Ш. Н. Абуляисово: материалы по истории деревни. — Туймазы: ТИЦ – филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», 2015. — 164 с.