Бикбау бей
Бикбау бей — үҫәргән ҡәбиләһе башлығы була. Башҡорт халҡының Нуғай Урҙаһына ҡаршы барған оҙайлы көрәштәрен ойоштороусы, әйҙәүселәрҙең береһе.
Бикбау бей | |
Тыуған көнө |
XIV быуат |
---|---|
Эшмәкәрлеге |
ҡәбилә башлығы |
Атаһы |
Тәтегәс |
«Үҫәргән тәуарихы»нда Бикбауҙың атаһы Тәтегәс тип күрһәтелгән[1].
Башҡорт халҡының Шәжәрәләр яҙмалары һәм башҡа төрлө тарихи сығанаҡтарҙан асыҡланыуынса Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Иҫке бей, Шәғәле Шаҡман менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе тураһында һөйләшеүҙәрҙә лә ҡатнаша[2]. Килешеү төҙөгәндән һуң ул дәүләттең Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамотаһын йәғни ярлыҡ ала. Иван Грозный Бикбау бейгә тархан (кенәз) титулы бирә.
Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Бикбау ауылының атамаһы Бикбау бейҙең исеменән килеп сыҡҡан тигән фараз да йәшәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Надергулов М. Х. «История Усергана» — историко-литературное сочинение // Ватандаш. — 2011. — № 2. — С. 185—190. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Аҡманов И. Ғ. Бикбау бей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҡманов И. Ғ. Бикбау бей // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.