Торналар

торна һымаҡтар (лат. Gruiformes) отрядындағы ҡоштар ғаиләһе.
(Торна битенән йүнәлтелде)

Торналар[1][2][3] (лат. Gruidae) —торна һымаҡтар (лат. Gruiformes) отрядындағы ҡоштар ғаиләһе. Был боронғо ғаилә. Уның барлыҡҡа килеүе динозаврҙар дәүеренең тамамланған саҡҡа, 40—60 миллион йыл элекке эоцен ваҡытына ҡарай тип һанайҙар.

Торналар
Япон торнаһы
Япон торнаһы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gruidae Vigors, 1825

Ырыуҙар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Торналарҙың иң яҡын туғандары булып арамалар (Aramidae) һәм Psophiidae һанала. Ә тарихи тыуған төйәге — Америка континенты. Унан тәүҙә торналар Азияға барып сығалар, артабан инде Африкаға һәм Австралияға таралалар. Торналар донъяла киң таралған, тик Антарктидала һәм Көньяҡ Америкала ғына юҡтар.

Борондан уҡ был ҡоштар менән кешеләр таныш булған, бының турала Африкала, Австралияла һәм Европала мәмерйә һүрәттәре рәүешендәге археологик дәлилдәр бар.

Ғаилә 15 төрҙө менән 4 ырыуҙы үҙ эсенә ала, шуларҙың 2 ырыуға ҡараған 7 төрө Рәсәйҙә оялайҙар.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Был эре, оҙон аяҡлы һәм оҙон муйынлы ҡоштар, уларҙың бейеклеге — 90-155 см, ҡанат йәйеме — 150-240 см, ә ауырлығы — 2-11 кг. Иң бәләкәй торна — ҡара торна, иң ҙуры — Австралия торнаһы.

Индияла төйәк иткән Австралия торнаһының G. a. antigone ярым төрөнөң бейеклеге 175 см-ға етә. Был уны донъялағы иң бейек осоусы ҡошҡа әйләндерә[4]. Иң ауыр торна — япон торналары, көҙ ваҡытында уларҙың ауырлығы 11 кг-ға етеүе мөмкин.

Уларға оҡшаған һәм алыҫ туғанлыҡтары булған селәндәрҙән айырмалы рәүештә осҡан ваҡытта аяҡтарын һәм муйынын һуҙалар. Был уларҙы ҡауҙыларға оҡшата, әммә уларҙан айырмалы рәүештә торналар бер ҡасан да ағастарға ултырмай.

Үткер төҙ суҡышлы башы бәләкәй. Күпселек төрҙәрҙең башында тиренең ҡауырһынһыҙ һәм сағыу төҫтәге участкалары бар. Ҡанаттарының өсөнсө дәрәжәләге ҡағыныу ҡауырһындары бер аҙ оҙонайған, шуға ла ҡош ерҙә баҫып торғанда ҡойроғо оҙон һәм ҡупшы күренә.

Ҡауырһын ҡатламы йышыраҡ һоро йәки аҡ төҫтә була. Әгәр торналарҙы башҡа һаҙлыҡ ҡоштары менән визуаль рәүештә сағыштырғанда, селәндәрҙән сағыштырмаса уларҙың аяҡтары оҙонораҡ, ә муйыны һуҙылғаныраҡ; ҡауҙыларҙан айырмалы рәүештә тәне зифа, аяҡтары оҙонораҡ, ә суҡышы пропорциональ рәүештә бәләкәйерәк.

Экологик мөхиткә ҡарап, төрлө төрҙәр үҙенсәлекле һыҙаттарға эйә. Мәҫәлән, тажлы торналарҙың аяҡтарында артҡы эләктереү бармағының булыуы уларға ағас ботаҡтарында торорға мөмкинлек бирә.

Ҡара торналарҙың менән Африка ҡара торналарының бармаҡтары туғаҙаҡтыҡы кеүек ҡыҫҡа, был уларға үләнле ерҙә тиҙ йүгереү мөмкинлеген бирә. Торналарҙың башҡа төрҙәре һыу мөхитенә нығыраҡ яраҡлашҡан: муйындары, суҡыштары һәм аяҡтары һиҙелерлек оҙонораҡ, аяҡ бармаҡтары киңерәк.

Һыуҙағы тормошҡа иң яраҡлашҡаны — аҡ торна — уның суҡышы иң оҙоно, ә аяҡ төҙөлөшө ләмле тупраҡ буйлап тыныс хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә. Тоҙло мангр һаҙлыҡтарында йәшәүсе Австралия торнаһының күҙ янында махсус тоҙ биҙҙәре бар.

Енси диморфизм бөтә төрҙәрҙә лә күренмәй тиерлек, тик ата торналар инә торналарҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ була.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә
 
Торналар өсмөйөшө

Төньяҡта үрсегән төрҙәр ҡышын көньяҡҡа табан алыҫ юлға күсенә, ҡалғандары ултыраҡ тормош алып бара. Ерҙән 900-1500 метр бейеклектә осалар, шул уҡ ваҡытта йылы һауаның өҫкә табан ағымын файҙаланырға тырышалар, тик елдең уңайһыҙ йүнәлеше булған осраҡта ғына өсмөйөш формаһын ҡоралар.

Шулай уҡ миҙгелле миграция ваҡытында өсөн бер нисә аҙна хәл алыу өсөн бер-ике даими туҡталыштары була. Йәш ҡоштар күсеү һәм тәүге ҡыш ваҡытында ата-әсәләре янында ҡала, әммә яҙ үрсеү урынына иртәрәк оса алалар.

Үрсеү осоронда торналар парлашып торалар, миграция алдынан (күсәр төрҙәрҙә) йәки ҡоро миҙгел ваҡытында (ултыраҡ төрҙәрҙә) туптарға йыйылалар. Һыйыныу урынында төркөмләп төн үткәрәләр, шул уҡ ваҡытта бер аяғы менән һыуҙа тороп йоҡлайҙар.

Туҡланыу рационы бик киң, әммә үҫемлек аҙыҡтары өҫтөнлөк итә — орлоҡтар, үренделәр һәм тамырҙар. Бынан тыш бөжәктәр, һирәгерәк баҡалар һәм ваҡ кимереүселәр менән туҡланалар. Себештәре башлыса бөжәктәр менән туҡлана, сөнки уларҙа бик күп кәрәкле аҡһым була.

Өлкән ҡоштарҙың күбеһе йылына кәмендә бер тапҡыр, үрсеү миҙгеле тамамланғандан һуң, төләйҙәр. Яңы сыҡҡан себештәр асыҡ көрән төҫлө йөн менән ҡапланғандар, ул яҡынса 2 айҙан һуң ҡауырһындар алмашына. Төләү ваҡытында 15 төр торналарҙың 10-ы оса алмай, сөнки бер юлы бөтә ҡағыныу ҡауырһындарын ташлай.

Үрсеү ваҡытында бөтә торналар ҙа үҙ территорияһында ныҡлы торалар һәм уны башҡа ҡоштарҙан һаҡлайҙар. Территория ярайһы уҡ ҙур булыуы һәм бер нисә квадрат километрҙы биләүе мөмкин. Башлыса көндөҙ әүҙем булалар, йышыраҡ иртән йәки төштән һуң туҡланалар. Йыш һәм оҙаҡ ҡына ҡауырһындарын ҡарайҙар.

Торналар бик оҙаҡ йәшәй. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡырағай тәбиғәттә торналар кәмендә 20 йыл йәшәй, ә зоопарктарҙа уларҙың йәше 80-гә етергә мөмкин.

 
Аҡ торналар пары

Торналар моногам, әммә парҙар ғүмер буйы һаҡлана тигән халыҡ ышаныуҙарын дөрөҫ тип әйтеп булмай. Орнитологтарҙың һуңғы тикшеренеүҙәренә ярашлы, улар ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора[5]. Әгәр ата йәки инә зат үлһә, икенсе ҡош яңы тормош иптәшен табыуы ихтимал.

Ултыраҡ торналарҙың үрсеү миҙгеле ямғырҙар миҙгеленә тура килә. Күсәр төрҙәрҙә парҙар ҡышҡы туҡталҡала барлыҡҡа килә, буласаҡ оя янында ҡоштар йыры менән оҙатылған характерлы бейеүҙәр ойошторалар. Бейеүгә һикереү, ҡанаттар ҡағыуы һәм йөрөш инә ала.

Ҙур оялары (диаметры бер нисә метр булыуы мөмкин) һаҙлыҡтың ситендә йәки эргәһендә ҡорола, ҡайһы берҙә ҡамыш кеүек яр буйы тығыҙ үҫемлектәрендә йәшерелгән була. Төҙөлөш материалы сифатында ҡоро үлән менән бәйләнгән таяҡтар, ботаҡтар һәм үҫемлектәрҙең башҡа өлөштәре ҡулланыла. Йәш торналар беренсе йылда йомортҡа һалмайынса бер нисә оя төҙөй ала. Киләһе йыл тағы бер нисә оя ҡоралар, тик береһен генә ҡулланалар. Өлкән ҡоштар бер оя менән генә сикләнәләр.

Инә торна ғәҙәттә ике йомортҡа һала, әммә тажлы торналарҙың бер ояһында 5 йомортҡаға хәтлем булыуы мөмкин. Торна ҙурыраҡ һайын йомортҡалары ҙурыраҡ була — ҙур төрҙәрҙә уларҙың оҙонлоғо 11,5 см-ға етә. Күпселек төрҙәрҙә йомортҡа пигмент таптары менән ҡуйы ҡапланған була. Тропиктарҙа йәшәгән төрҙәрҙә тажлы торналарҙағы кеүек улар асыҡ зәңгәр төҫтә, йә Австралия йәки Һиндостан торналарҙағы кеүек аҡ төҫтә. Аҡ торна, ҡара муйынлы йәки Канада торналары кеүек төньяҡ райондарҙа үрсегән ҡоштарҙың йомортҡалары ҡарараҡ — һоро таплы һары-көрән төҫтә.

Күп төрҙәрҙә бер генә себеш тере ҡала, тик яҡшы уңышлы йылындарҙа ғына ата-әсә икәүҙе аҫрай ала. Әгәр йомортҡаны инә заттан алһалар, ул тағы бер йомортҡа һалыуы мөмкин. Орнитологтар күҙәтеүе аҫтында, мәҫәлән, АҠШ-тың Висконсин штатындағы Халыҡ-ара торналарҙы һаҡлау фонды питомнигындағы кеүек, ҡоштарҙың тәүге һалынған йомортҡалары һайлап алына һәм артабан яһалма бәпкә сығарыу өсөн инкубаторға урынлаштырыла.

Ата-әсәнең икеһе лә йомортҡа баҫыуҙа ҡатнаша. Инкубация осоро төрҙәрҙән төрҙәргә тиклем үҙгәрә, ләкин, ҡағиҙә булараҡ, 27 көндән (аҡ һәм ҡара торнала) 36 көнгә тиклем (һырғалы торнала) дауам итә. Себештәре сыҡҡандан һуң ояны бер нисә көн үткәс тә ҡалдырырға һәләтлеләр. Яңы тыуған бәпкәләре йөн менән ҡапланған, тулы ҡауырһын ҡатламы төрөнә ҡарап 55-150 көн эсендә барлыҡҡа килә. Бик тиҙ үҫәләр, 3 айҙан һуң 150 см-ға тиклем бейеклеккә етәләр. Йәш торналарҙа енси өлгөрөү зоопарктарҙа өс йылдан һәм ҡырағай тәбиғәттә 4-5 йылдан һуң барлыҡҡа килә. Аҡ торналарҙа енси өлгөрөү 6-7 йылдан һуң да барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Тәбиғи дошмандары

үҙгәртергә

Торналар төрлө климат шарттарында киң таралған, шуға күрә дошмандары ла төрлөсә. Уртаса зонала торна йомортҡалары менән айыуҙар, төлкөләр, януттар туҡлана. Әле ҡауырһынһыҙ себештәргә бүреләр һунар итә. Өлкән торналарҙың төп дошмандары — бөркөт кеүек эре йыртҡыс ҡоштар.

Хәүефтәр һәм һаҡлау

үҙгәртергә

Күпселек төрҙәр һаны кәмей бара, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй юҡҡа сығыу алдында тора. Америка торнаһының (Grus americana) бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе ныҡ ҙур була, 1941 йылда был ҡоштар һаны ни бары 15 зат була. 2000 йылға торналар һанын тергеҙеү буйынса тырышлыҡтар һөҙөмтәһендә зоопарктарҙа йәшәгәндәрҙе бергә иҫәпкә алып 350 ҡошҡа тиклем арталар[6]. Юғалыу хәүефе янаған тағы бер төр — япон торнаһы (Grus japonensis), 2000 йылда был ҡоштар һаны көнсығыш Азияның ике популяцияһында яҡынса 1800 зат тәшкил иткән.

Популяцияның ҡырҡа кәмеүенең төп сәбәбе булып был ҡоштарҙың йәшәү мөхитенең кәмеүе, һаҙлыҡтарҙы киптереү һәм урбанизация тора.

Ете төр — шул иҫәптән аҡ торна, япон торнаһы — Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл китап исемлегенә индерелгән; шулай уҡ даур торнаһы һәм ҡара торна һаҡлана. 1973 йылда АҠШ-та Халыҡ-ара торналарҙы һаҡлау фондына нигеҙ һалына.

Таралыуы

үҙгәртергә

Торналар бөтә континенттарҙа киң таралған, тик Антарктидала һәм Көньяҡ Америкала ғына юҡ. Һыу объекттарында йәки һаҙлыҡлы урындарҙа йәшәйҙәр. Йәйгеһен күп төрҙәр сөсө һыулы урман һаҙлыҡтарын һайлай, ә ҡышын тоҙло һыулы яр буйы һаҙлыҡлы ерҙәренә күсә. Ике төр — ҡара торна һәм Африка ҡара торнаһы — һыу объекттарынан алыҫ урында һәм арид дала зонаһында йәки саваннала йәшәргә яраҡлашҡандар.

Таралыу һәм ҡоштар һаны таблицаһы[7]
Төр Латин атамаһы Таралыуы (Үрсеүе) Ҡышлауы< Ҡоштар һаны
Африка ҡара торнаһы Anthropoides paradisea Көньяҡ Африка Ултыраҡ &&&&&&&&&&020000.&&&&&020 000—&&&&&&&&&&021000.&&&&&021 000 (Көньяҡ Африка Республикаһы) һәм 60 (Намибия)
Ҡара торна Anthropoides virgo Евразия далалары (Ҡара диңгеҙҙән алып Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышына тиклем) Көнсығыш һәм Үҙәк Африка ~&&&&&&&&&0200000.&&&&&0200 000—&&&&&&&&&0240000.&&&&&0240 000
Тажлы торна Balearica pavonina Көнсығыш Африка Ултыраҡ ~&&&&&&&&&&040000.&&&&&040 000
Көнсығыш тажлы торна Balearica regulorum Көнбайыш һәм Көньяҡ Африка Ултыраҡ ~&&&&&&&&&&058000.&&&&&058 000—0Аңлатма хатаһы: Танылмаған " " тыныш билдәһе.Аңлатма хатаһы: Танылмаған " " тыныш билдәһе77 000
Һырғалы торна Bugeranus carunculatus Көнбайыш һәм Көньяҡ Африка Ултыраҡ ~8000
Америка торнаһы Grus americana Үҙәк Канада Көньяҡ АҠШ һәм Төньяҡ Мексика ~400
Һиндостан торнаһы Grus antigone Һиндостан, Көньяҡ-көнсығыш Азия, Австралия Ултыраҡ ~&&&&&&&&&&015500.&&&&&015 500—&&&&&&&&&&020000.&&&&&020 000
Канада торнаһы Grus canadensis Төньяҡ-көнсығыш Себер, Канада, Куба АҠШ-тың коньяғы, Төньяҡ Мексика ~&&&&&&&&&0650000.&&&&&0650 000
Һоро торна Grus grus Европа, Азия, Рәсәй Көньяҡ Франциянан алып Төньяҡ-көнсығыш Ҡытайға тиклем &&&&&&&&&0250000.&&&&&0250 000—&&&&&&&&&0275000.&&&&&0275 000
Япон торнаһы Grus japonensis Көнсығыш Рәсәй (Амур бассейны), Япония Ҡытай , Корея һәм Япония ~1700—2000
Аҡ торна Grus leucogeranus Көнсығыш Себер Ҡытайҙа Янцзы йылғаһы ~2900—3000
Ҡара торна Grus monachus Көнсығыш Рәсәй (Даурия, Амур бассейны), Төньяҡ Ҡытай Японияның Кюсю утрауы ~9400—9600
Ҡара муйынлы торна Grus nigricollis Тибет Тибет уйһыулыҡтары ~5000—6000
Австралия торнаһы Grus rubicunda Австралия, Яңы Гвинея Ултыраҡ ~&&&&&&&&&&020000.&&&&&020 000—&&&&&&&&&0100000.&&&&&0100 000
Даур торна Grus vipio Көнсығыш Рәсәй (Даурия, Амур бассейны), Монголия, Ҡытай Японияның Кюсю утрауы, Янцзы йылғаһы үҙәне ~4900—5300

Торна донъя халыҡтары мәҙәниәтендә

үҙгәртергә
 
Оригами сәнғәте — ҡағыҙ торна

Тәбиғи матурлығы һәм һоҡланғыс парлашыу бейеүҙәре арҡаһында торналар төрлө тарихи дәүерҙәрҙә күп халыҡтарҙың мәҙәниәтендә һиҙелерлек эҙ ҡалдырған. Эгей диңгеҙе төбәгендә, Сәғүд Ғәрәбстанында, Ҡытайҙа, Японияла,Төньяҡ Америка индеецтары араһында торналар менән бәйле мифтар һәм легендалар табылған.

Японияның Хоккайдо утрауының төньяғында, мәҙәни традициялары Японияныҡына ҡарағанда Себер менән тығыҙ бәйләнгән Айна ҡәбиләһе ҡатын-ҡыҙҙары махсус «торна бейеүе» башҡарғандар, уны 1908 йылда немец сығышлы билдәле америка фотографы Арнольд Генте (ингл. Arnold Genthe) фотоға төшөрөп ала. Кореяла торна бейеүе Силла династияһы ваҡытынан (б.э.т. 646 йыл) алып Тонгдоса будда ғибәҙәтханаһы ихатаһында башҡарыла. Яҡутстанда беҙҙең көндәргә тиклем торнаны осраҡлы рәүештә үлтереү ҙә, ояһын емереү ҙә һис шикһеҙ бәхетһеҙлек килтерә тигән ышаныс һаҡланған.

Мәккәлә, исламға тиклемге осорҙа, Аллаһы Тәғәләнең ҡыҙҙары булараҡ хөрмәт ителгән Алла, Узза һәм Манат алиһәләрен «өс аҫыл торналар» тип атағандар.

Яран гөлөнөң (лат. geranium) атамаһы грек. γεράνιον γερανός «торна»[8] тигәндән килә. Атамаһы торна суҡышын хәтерләткән яран емештәре арҡаһында барлыҡҡа килгән.

Легендалар буйынса, боронғо грек сәйәхәтсе шағир Ивикты талаусылар тарафынан үлтерелеүе торна-шаһиттар ярҙамында асыҡлана. Фридрих Шиллер һуңыраҡ ваҡиғаны ошолай һүрәтләй:

«И он боролся уж с кончиной…
Вдруг… шум от стаи журавлиной;
Он слышит (взор уже угас)
Их жалобно-стенящий глас.
„Вы, журавли под небесами,
Я вас в свидетели зову!
Да грянет, привлеченный вами,
Зевесов гром на их главу“.»

Ҡышын көньяҡҡа осҡан Стримон торналары латин шиғриәтендә тәүге тапҡыр Виргилий тарафынан латинса «Георгики»ла[9] Strymoniaeque grues һәм «Энеида»ла[10] Strymoniae grues тип телгә алына. Борон торналар ҡоротҡос булып һаналалар, сөнки сәсеү ваҡытында ауыл хужалығы ерҙәрендә игенде ашағандар[11][12]. Римлеләр торналарҙы ҡош-ҡорт итеп тотҡан[13][14].

«Энеида»ла Виргилий Троя стеналарынан дардандарҙың ҡысҡырыуҙарын һәм уҡтарының осоуын Стримон торналарының (Strymoniae grues) ҡысҡырыуҙары һәм осоуҙары менән сағыштыра. Гомер шулай уҡ аргостарҙың һәм трояндарҙың ҡысҡырыуҙарын һәм хәрәкәтен Кайстр йылғаһы буйындағы торналар ҡысҡырыуҙары, хәрәкәттәре менән сағыштыра[15][16].

Боронғо рим яҙыусыһы Өлкән Плиний, таш тотоп, яңғыҙ ҡарауылсы крандың йоҡлап ятҡан көтөүҙе нисек һаҡлағанын һүрәтләгән. Кран йоҡлаһа, ҡолаған таш, һис шикһеҙ, уны уятыр.

Аристотель үҙенең «Хайуандар тарихы» трактатында торналарҙың күсенеүен һүрәтләй һәм уларҙың Нил яры буйында ҡышҡы ял ваҡытында пигмейҙар менән һуғыш алып барыуҙары тураһында һөйләй. Ул шулай уҡ торна һәр ваҡыт ашҡаҙанында алтынды билдәләгәндә ҡулланылырға мөмкин булған прибор таш йөрөтә тигән мәғлүмәтте ялған тип атай.

Мысыр иероглифтарында торна һүрәте «Б» хәрефен билдәләү өсөн ҡулланыла. Инглиз телендәге ««Pedigree» (шәжәрә) һүҙенең килеп сығышы боронғо француз телендәге «pie de grue» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан, ул һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «торна аҙымы» тигәнде аңлата.

Ҡытайҙа, Японияла һәм Вьетнамда торналар оҙон ғүмер символы булып һанала, һәм уларҙың һүрәттәре йыш ҡына башҡа оҙон ғүмер символдары (ҡарағай, бамбук һәм ташбаҡа) менән бергә торалар. Аждаһа менән бер рәттән вьетнамдар торнаны ла үҙ мәҙәниәтенең символы тип һанайҙар. Феодаль Японияла торнаны хакимлыҡ итеүсе класс һаҡлай һәм крәҫтиәндәр уларҙы ашатҡан булған. XIX быуатта феодаль система бөтөрөлгәс, торналарҙы һаҡлау юғалтыла һәм тик ҙур тырышлыҡ менән генә торналарҙы юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарып ҡалалар.

Япония үҙенең спутниктарының береһен «tsuru» тип атай, йәғни торна тигәнде аңлата. Японияла ырым бар — кем 1000 ҡағыҙ торна бөкләп эшләй, шул үҙен яҡшы сәләмәтлек менән тәьмин итә. 1955 йылда Хиросимаға атом бомбалары төшөрөү эҙемтәләренән 12 йәшлек япон ҡыҙы Садако Сасаки һәләк булыуы менән ҡағыҙ торналар тыныслыҡ символына әйләнә — бөтә донъянан балалар Японияға Садако эшләп өлгөрмәгән торналар ебәрә.

Ҡытай "tian-he" (изге торна) һәм "xian-he" (фатихалы торна) сәләмләүе аҡыллылыҡ теләүе тип һанала. Легендар даоизм сагалары күктән торналарҙың арҡаларында килтерелгән.

Рәсәйҙә бейеүсе торналар бик күп әйберҙәрҙән — беләҙектәрҙә, балдаҡтарҙа һ. б. һүрәтләнгән. Яҙ көнө торна бейеүен кем беренсе күрә, шуға бәхет һәм уңыш төшәсәк тигән ышаныс бар булған (Рыбаков, 1987).

Әрмәнстанда торна (әрм. Կռունկ) илдең милли символы тип һанала[17].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Птицы СССР. Курообразные. Журавлеобразные / Отв. ред.: Р. Л. Потапов и В. Е. Флинт. — Л.: Наука, 1987. — С. 266. — 528 с.
  2. Иванов А. И., Штегман Б. К. Краткий определитель птиц СССР. — Изд. 2-е, испр. и доп. (В серии: Определители по фауне СССР, издаваемые ЗИН АН СССР. Вып. 115) — Л.: Наука, 1978. — С. 159. — 560 с.
  3. Жизнь животных. Том 6. Птицы / под ред. В. Д. Ильичева, А. В. Михеева, гл. ред. В. Е. Соколов. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1986. — С. 186. — 527 с.
  4. NPWRC :: The Cranes 2006 йыл 16 декабрь архивланған.
  5. Hayes, M.A. 2005. Divorce and extra-pair paternity as alternative mating strategies in monogamous sandhill cranes (MS thesis). Vermilion, S.D.: University of South Dakota. 86 p. Доступно онлайн на странице International Crane Foundation’s Library 2006 йыл 28 сентябрь архивланған.
  6. The Earthlife Web — The Gruidae or Cranes. Дата обращения: 6 сентябрь 2007. Архивировано 26 сентябрь 2007 года.
  7. Численность указана по данным Международного фонда охраны журавлей (International Crane Foundation (ингл.). Дата обращения: 21 ғинуар 2007. Архивировано 1 февраль 2007 года.) на январь 2007 года
  8. герань // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва, под ред. и с предисл. проф. Б. А. Ларина. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986. — Т. I : А—Д.
  9. Вергилий. Георгики. I, 120
  10. Вергилий. Энеида. X, 265
  11. Феокрит. Идиллии. X, 31
  12. Дион Хрисостом. Избранные речи. VI: Диоген, или О тирании, 92
  13. Апициевский корпус. 212—17 (VI, 2, 1—6)
  14. Афиней. Пир мудрецов. IV, 7, 66
  15. Гомер. Илиада. II, 456—65
  16. Гомер. Илиада. III, 2—7
  17. Армения // Энциклопедия «Кругосвет».

Һылтанмалар

үҙгәртергә