Ҡара торна- журавель красавка
Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Дөйөм төҫө Күкһел һоро. Башы, муйыны, ҡанат остары, аяҡтары ҡара, суҡышы һары. Башының ике яғында оҙон аҡ ҡауырһындар бар, улар сәс толомдарына оҡшап торалар. Башҡа торналар менән бутау мөмкин түгел. Парлашып йәшәйҙәр.
Тауышы яңғырауыҡлы: «торрой-роҡ, торрой-роҡ».
Яландарҙа, таҡырҙарҙа йәшәйҙәр. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Йәш үлән һаба¬ғы һәм тамырҙары, бөжәктәр менән туҡлана, һирәкләп сысҡандар ҙа аулай. Ояһын күрәндән күл, һаҙлыҡтарҙағы түңгәктәргә, утрауҙарға эшләй. Унда ҡыҙғылт көрән таплы 2 бөртөк һарғылт һоро йомрртҡаһы була.