Динозаврҙар

мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлыҡ иткән умыртҡаһыҙ, ер өҫтө һөйрәлеүселәре отрядына ҡараған хайуан

Диноза́врҙар (лат. Dinosauria, бор. грек. δεινός «ҡурҡыныс, ҡот осҡос, хәүефле» һәм σαῦρος «кеҫәртке»[1]) — мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлыҡ иткән умыртҡаһыҙ, ер өҫтө һөйрәлеүселәре отрядына ҡараған хайуан. Улар өҫтөнлөк иткән дәүер — яҡынса һуңғы триас осоронан (бөгөнгөнән 225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (бөгөндән 65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр менән бергә юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың һөлдәләре планетаның бөтә континенттарында ла табылған[2]. Палеонтологтар тарафынан был хайуандарҙың 500-ҙән[3] артыҡ ырыу һәм 1000-дән[4][5] артыҡ төрө билдәләнгән һәм тасуирлап һүрәтләнгән Улар ике ҙур төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кеҫәрткеләр.

Динозаврҙар
Динозавр һөлдәлере
Динозавр һөлдәлере
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Dinosauria Owen, 1842

Отряд
Геохронология

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI  436486
EOL  3014672

Этимология

үҙгәртергә

«Динозавр» терминын фәнни әҙәбиәткә 1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн беренсе тапҡыр индереп ебәрә. Ул был һүҙҙе ташҡа әйләнгән боронғо кеҫәрткеләрҙең тәү табылған һәм ҙурлығы менән ғалимдарҙы таң ҡалдырған һөлдәләрен тасуирлағанда ҡуллана[6]. Таксономик яҡтан атама динозаврҙың теше, тырнағы һәм башҡа үҙенсәлегенә ишара булһа ла, Оуэн был терминды табылған һөлдәләрҙең нәҡ ҙурлығына ҡарап бирә[7]. Үҙенең ҡараштарын нигеҙләп, Оуэн динозаврҙарҙы икенсел осорҙоң ҡалын тиреле хайуандары тип нарыҡлай. XIX быуатта ҙур бегемоттарҙы, филдәрҙе һәм носорогтарҙы тап ҡалын тирелеләр тип йөрөткәндәр, ә икенсел осор тип мезозой дәүере аталған.

Өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Ер аҫтында табылған ҙур һөйәктәрҙе боронғо заманда Троя һуғышында ҡатнашыусыларҙан ҡалған тип, Урта быуаттарҙан XIX быуатҡа тиклем туфан ҡалҡыуы ваҡытында һәләк булған бәһлеүән һөйәктәре тип иҫәпләгәндәр. Алыҫ Көнсығышта аждаһа һөйәктәре, уларҙың дауалау сифаты бар тип ҡарағандар.

1824 йылда Король геология йәмғиәте президенты Уильям Бакэнд Юра осоро сланецтарында табылған бик боронғо хайуан һөйәктәре табылыуы хаҡында сығыш яһай. Сағыштырмаса анатомия белгесе Жорж Кювье ярҙамы менән Бакленд табылған һөйәктәрҙе гигант йыртҡыс кеҫәрткенеке тип квалификациялай, һәм уны мегалозавр, йәғни «ғәйәт ҙур кеҫәртке» тип атай. 1826 йылда Линней йәмғиәте ағзаһы хирург Гидеон Мантелл (Суссекс графлығы) Геологик йәмғиәттә ошоға оҡшаш табыш менән сығыш яһай, ул билдәһеҙ төрҙөң тешен тәҡдим итә. Теште ул игуанодон, йәғни игуана кәҫәрткеһе теше тип атай. 1833 йылда панцирлы анкилозавр кәҫерткеләр вәкиле гилеозавр тураһында яҙа.

 
Мегалозавр яңаҡ һөйәге,Баклэнд мәҡәләһенән иллюстрация
 
Мезозой фаунаһы XIX быуат төҫмөрләү. Алғы планда, Р. Оуэн реконструкциялаған дүрт аяҡлы йән эйәһе — мегалозавр
 
Гәлсәр һарайҙа мегалозавр статуяһы

1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн ошо өс төрҙөң оҡшашлағын һәм хәҙерге һөйрәлеүселәрҙән айырмаһын иҫәпкә алып, уларҙы айырым Dinosauria («ҡот осҡос кеҫәртке»)[8] тигән аҫ отрядҡа керетә.

АҠШ-да 1858 йылда яҡшы һаҡланған гидрозавр һөлдәһе табылғас, ике аяҡта йөрөй алыуы асыҡлана, дүрт аяҡлы динозавр тураһында фаразлау юҡҡа сыға. Артабанғы тиҫтә йыл эсендә динозаврҙар төркөмөнөң төп вәкилдәре өйрәнелә. Динозаврҙарҙы өйрәнеүҙә Америка палеонтологтары Гофониил Марш менән Эдвард Коп өлөшө баһалап бөткөһөҙ, улар апатозавр һәм бронтозавр (һуңынан уларҙы бер төргә керетәләр), диплодок һәм стегозавр, моноклон, трицератопс һәм башҡа, барлығы 142 төрҙө өйрәнә. Йыйылған материал динозаврҙарҙы ике ғаиләгә, ҡошзаврҙар һәм кеҫәрткезаврҙарға бүлергә мәжбүр итә.

XX быуаттың беренсе яртыһына тиклем күпселек фәнни йәмғиәттәрҙә динозаврҙар бик ҙур, һәлмәк атлап йөрөүсе тигән яңылыш фекер йөрөткәндәр. 1970 йылдарҙа үткерелгән күп кенә тикшереүҙәр динозаврҙар бик әүҙем, юғары метоболизмлы һәм социаль мөнәсәбәтле йән эйәләре булыуын күрһәтә.

1964 йылда дейноних ҡалдыҡтары табылғас, фәндә яңы асыш башлана, уның тән төҙөлөшө буйынса йылғыр һәм йылы ҡанлы йән эйәһе булыуы асыҡлана. Йылы ҡанлы йән эйәһе булған тигән фекер, уларҙың физиология һәм үҙ-үҙен тотошо тураһындағы фаразды киренән ҡарарға мәжбүр итә. 1979 йылда динозаврҙарҙың ата-әсә инстинкты һәм социаль тотошо тураһында дәлилдәр табыла (йомортҡа баҫыу, балаларын һаҡлау һәм туйындырыу). Ниһайәт, дейнонихтың өҫкө ослоҡтарын ҡош ҡанаты менән сағыштырып ҡарау уларҙың яҡын икәнен һәм ҡоштарҙың динозаврҙарҙан килеп сыҡҡан тигәнде иҫбатлай, һуңыраҡ ҡайһы бер динозаврҙар ҡауырһын менән ҡапланған булыуы дәлилләнә. 2005 йылда тираннозаврҙың[9] һаҡланған туҡымаһынан коллаген тигән матдәне айырып алып була, был матдәнең химик составы динозаврҙарҙың хәҙерге ҡоштар менән яҡын икәнен иҫбатлаусы дәлил булып тора[10].

Хәҙерге ваҡыт

үҙгәртергә

Ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, динозаврҙарҙың һүрәтләнгән төрҙөренең өстән бере бөтөнләй булмаған. Быға тиклем тикшерелеп тасуирланған бер үк хайуандың төрлө кимәлдәге үҫешкән һөлдәләре фәнгә билдәһеҙ имеш тип яңынан һүрәтләнгән. Икенсе ғалимдарҙың киңәйтелгән тикшеренеүе күрһәтеүенсә, динозаврҙарҙың барлыҡ төрҙәренең 50 процентҡа яҡыны яңылыш аталып йөрөтөлә[11].

Хәҙерге ваҡытта динозаврҙарҙы системалаштырыуҙа ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш йәшәп килә. Боронғо ҡаҙылдыҡ хайуандарҙы өйрәнеүсе палеонтологтарҙың бер төркөмө әлегәсә билдәле таксондарҙы бүлгеләп, теге йәки был күрһәткес буйынса уларҙан яңы ырыу һәм төрҙәр айырып сығарһа, уларҙың башҡа һөнәрҙәштәре алдан һүрәтләнгән төрҙәрҙең дә булыу-булмауын шик аҫтына ала. Мәҫәлән, Америка палеонтологы Джек Хорнер (ингл. Jack Horner) 2007 йылда баҫылған мәҡәләһендә хәҙерге ваҡытта фәндә Dracorex hogwartsia, Stygimoloch spinifer һәм Pachycephalosaurus wyomingensis исемдәре менән билдәле динозаврҙар бары тик бер төрҙөң төрлө йәштәге вәкилдәре генә тип раҫлай. 2009 йылда Nanotyrannus тип йөрөтөлгән төр вәкиленең баш һөйәген ныҡлап тикшергәндән һуң, Джек Хорнер был динозавр ғәмәлдә Tyrannosaurus тип аталған төрҙөң йәш сағы тигән һығымта яһай. 2010 йылда Journal of Vertebrate Paleontology баҫмаһындағы мәҡәләлә Монтана дәүләт университеты (Montana State University) палеонтологтары шулай уҡ Трицератопстар (Triceratops) һәм Торозаврҙар (Torosaurus) — бер үк хайуан затының төрлө кимәлдә үҫкән вәкилдәре генә тип яҙып сыҡты. Шул уҡ йылда Йель университеты ғалимдары быға тиклем һөйәктәре Chasmosaurus тип аталған төргә индерелеп йөрөтөлгән динозаврҙың яңы — Мохоцератопс (Mojoceratops) төрөүенә ҡарауын нигеҙле тасуирланы[12].

Барлыҡҡа килеүе һәм эволюция

үҙгәртергә

Боронғо быуындары

үҙгәртергә
 
Триас осоронда Ер географияһы

Һөйрәлеүселәр динозаврҙар барлыҡҡа килгәнсе уҡ булған. Тәпәйҙәре кәүҙәнең ян-яғынан, хәҙерге кеҫәрткеләрҙеке кеүек, урынлашҡан. Ташкүмер осоронда, бынан 300 миллион йылдар элек, глобаль йылыныу башлана, был тропик урмандарҙы юҡ итә һәм һөйрәлеүселәрҙең эволюцион үҫешенә килтерә. Һәр популяция ҙур булмаған тереклек итеү өлкәһендә бикләнеп ҡала һәм һәр популяция үҙенсә үҫешә башлай, шулай итеп төрлөлөк күбәйә[13].

Динозаврҙарҙың ата-бабалары — архозаврҙар ("хакимлыҡ итеүсе кеҫерткә"ләр) барлыҡҡа килә. Архозаврҙар килеп сығышы, пермь һәм триас осоро сиктәрендә, терапсидтарҙың күпләп юҡҡа сығыуы менән бергә бара. Триас осоро башында бик күп яңы төрҙәр барлыҡҡа килә.

Динозаврҙарҙың текодонттарҙан айырмаһы, кәүҙә торошо һәм локомоция характеры менән бәйле. Артҡы ослоҡтары вертикаль булып формалаша, алғы ослоҡтарға ҡарағында оҙонораҡ булыуы ике аяҡта йөрөгән тигәнде дәлилләй[14]. Юғары төҙөлөшлө терапсидтар төҙөлөшө буйынса бер арт юллы һөтимәрҙәргә оҡшаш була, ҡайһы бер фараздар буйынса һөт биҙҙәре һәм йөнө булған. Тероморфтарҙың ҡапыл юҡҡа сығыуы һәм «ысын кәҫәрткеләр»ҙең үҫеше — палеонтологияның өйрәнелмәгән даирәһе. Диназаврҙар үҙҙәренең боронғо быуыны архозаврҙарҙан, Пермь осоронда күмәк ҡырылыуҙан 20 миллион йыл үткәс айырыла. Был осорҙа Ерҙәге тереклектең 95%-ы юҡҡа сыға[15]. Бөгөнгө көндә билдәле булған динозавр ҡалдыҡтарының яҡынса йәше 230 миллион йыл.

Динозаврҙар отряды Көньяҡ Америка биләмәһендә барлыҡҡа килгән һәм, триас осоронда 230-ҙан 199-сы миллион йылдар элек барлыҡ Пангеяға таралған тигән фараз бар[16][17].

Тәүге динозаврҙар

үҙгәртергә

Хәҙерге Бразилия биләмәһендә табылған ставрикозавр бөгөнгө көндә билдәле булған иң тәүге динозавр булып иҫәпләлә, 228 миллион йылдар элек йәшәгән диназаврҙың өлөшләтә һөлдәһе триас осоро ҡатламдарында табылған. Сираҡ һөйәге бот һөйәгенән оҙонораҡ, һөйәк эсе буш, был йүгереүсе хайуандарға хас[18]. 1963 йылда Аргентинаның төньяҡ-көнсығышында эрреразавр табылыуы тураһында хәбер ителә. Табылған ҡалдыҡтар өлөшләтә булғанға квалификациялап булмай. Тик 1988 йылда баш һөйәге менән тулы һөлдә табылғас, ябай терепод тип квалификациялана[19]. Хәҙерге Мексика биләмәһендә табылған Tawa hallae эрреразавр һуңғы үҫеш осорондағы теропод икәнен раҫлай[20][21]. Эрреразаврҙың оҙонлоғо 4 метрға, ауырлығы 200—250 киллограммға еткән. Баш һөйәге оҙон һәм тар, һуңғы теропод менән оҡшашлығы юҡ, артҡы ослоҡтары тәүге динозаврҙарҙыҡы кеүек. Аргентинала эрреразавр табылып 4 йыл үткәс тағы бер боронғо динозавр һөлдәһе табыла — 235 миллион йыл элек йәшәгән эораптор. Тышҡы яҡтан ул башҡа һөйрәлеүселәрғе оҡшаған, әммә һөйәк һәм теш үҙенсәлектәре буйынса ябай теропод тип иҫәпләнә. Эораптор төҙөлөшө буйынса динозаврҙарҙың дөйөм ата-бабаһын хәтерләтә, тип иҫәпләй палеонтологтар[22]. Был фараз дөрөҫ тип иҫәпләгәндә, уңың һыҙаттары буйынса, беренсе динозаврҙар ике аяҡлы бәләкәй йыртҡыстар булғандар тип әйтергә мөмкин. Маразух и Lagerpeton кеүек ябай динозаврҙар табылғас, уларҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары ҙур булмаған ике аяҡлы йән эйәләре булыуы тураһында һөйләй.

Уларҙың иң билдәлеһе, хәҙерге Аргентинала өҫкө триас ҡатламында табылған — пизанозавр.

Дөйөм тасуирлама

үҙгәртергә
 
Тава

Динозаврҙар мезозой осороноң юра һәм аҡбур осоронда өҫтөнлөҡ итеүсе ерҙә йәшәүсе умыртҡалы хайуандар була. Башҡа хайуандар ул заманда бик бәләкәй булған (һөтимәрҙәр хәҙерге бесәй ҙурлығында ғына), һәм улар ит ашаусы динозавр өсөн табыш булған[23]. Repenomamus giganticus тигән төрҙө иҫәпкә алмағанда, 12-14 кг ауырлығындағы триконодонт йәш пситтакозавры кеүек ваҡ динозаврҙар менән туҡланған[24].

Динозаврҙар хайуандар донъяһында күп төрлөлөгө менән айырылып торған, 2006 йылғы тикшереүҙәргә ҡарағанда 500 ырыу булғанлығы тураһында һүҙ бара. Элегерәк үткәрелгән тикшереүҙә, дөйөм ырыу иҫәбе 3400 булыуы мөмкин тип күрһәтә, күбеһе беҙҙең көнгә тиклем һакланмаған[25]. 2008 йылдың 17 сентябренә торошло динозаврҙарҙың 1047 төрө билдәле булыуы тураһында яҙылған[5]. Табылған динозаврҙарҙын береһе лә диңгеҙҙә йәки һауала йәшәмәгән. Спинозавр исеме менән билдәле төрө ярым һыуҙа йәшәүсе тип билдәләнә[26].

Динозаврҙар тәүге асылғандан һуң уларҙың ҡалдыҡтары донъяның бөтә ҡитғаларында ла, шул иҫәптән Антарктидала табылған[27]. Хәҙерге Рәсәй территорияһында табылған динозаврҙар бер нисәү генә. Был хайуандың (амурозавр) ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары Байкал аръяғында һәм илдең көньяғында табылған[28]. Амур йылғаһы буйҙарында: Благовещенск ҡалаһы янында һәм Амур өлкәһенең Архарин районында «олоротитан» исеме алған динозаврҙарҙың ике шаҡтай ҙур ҡәберлеге бар.

Морфология

үҙгәртергә

Дөйөм характеристика һәм ҙурлығы

үҙгәртергә
 
Тираннозавр
 
Анкилозаврҙар төркөмөнә ҡараған эдмонтония
 
Кеше янында динозаврҙар ҙурлығы: Көрән күк (фиолетовый) — аргентинозавр — 39 метр. Ҡара-ҡыҙыл — шантунгозавр — 15 метр. Йәшел — спинозавр — 18-19 метр. Ҡыҙғылт һары (оранжевый) — стегозавр — 8 метр. Зәңгәр (синий) — трицератопс — 8 метр.

Бөгөнгө көнгә динозаврҙарҙың күп төрҙәре билдәле. Уларҙың ҡайһы берҙәре ике аяҡтарында йөрөһә, икенселәре дүрт аяҡлы булған. Ә Ammosaurus һәм игуанодонт тигән исем алғандары бер үк ваҡытта ике аяҡлап та, дүрт аяҡтарында ла еңел хәрәкәт итә алған. Хайуандарҙың күптәре бөтә кәүҙәһе һөйәк бронянан (анкилозавр) һәм мөгөҙ ҡатлауҙан (стегозавр) тороуынан алып, мөгөҙҙәре (трицератопс) һәм баштарындағы кикректәренә (паразауролоф) тиклем характерлы үҙенсәлеккә эйә булған.

Динозаврҙарҙы башлыса һәм йыш ҡына ҙур кәүҙәле хайуан тип һанаһалар ҙа, уларҙың күптәре хәҙерге кеше буйы хәтлем генә, ҡайһылары иһә бөгөнгө бесәйҙәр кеүек кенә булған. Ҡасандыр Төньяҡ Америкала көн иткән һәм Hesperonychus elizabethae исеме менән 2009 йылда тасуирланған динозавр хәҙерге ваҡытта иң бәләкәй тип иҫәпләнә. Уның кәүҙә оҙонлоғо 50 сантиметр, ауырлығы 2 килограмға яҡын булған. Ул, күрәһең, бөжәктәр, ваҡ һөтимәрҙәр һәм динозавр балалары менән туҡланған. 2008 йылда динозаврҙың шул уҡ Төньяҡ Америкала йәшәгән һәм Albertonykus borealis исемен алған, Hesperonychus тип аталғанына ҡарағаанда ла бәләкәйерәк булған тағы бер төрөн тасуирлаһалар ҙа, палеонтологтар был турала рәсми хәбәр таратырға ашыҡмай, сөнки табылған мәғлүмәттәр етди һығымталар яһау өсөн етеңкерәмәй.


Хәҙерге баһалауҙар буйынса, ҡасандыр Ер йөҙөндә көн иткән ит менән туйыныусы йыртҡыс януарҙарҙың иң эреһе спинозавр, ул кәүҙәһенең ҙурлығы күрһәткестәре менән хатта тираннозаврҙы ла уҙып киткән булған: оҙонлоғо 16—18 метрға яҡын, бейеклеге 8 метр. Арҡаһы буйлап 1,8 метр бейеклеккә еткән елкән һымаҡ тире һуҙылып торған. Оҙонлоҡтары 13 метрға еткән гиганотозавр һәм кархародонтозавр барлыҡ динозаврҙарҙың өстән бер өлөшөнән күберәген тәшкил иткән эре тероподтар ярымотрядына ҡарай. Хәҙерге ваҡытта иң билдәле булған йыртҡыс динозавр — тираннозавр — зурлығы менә алда әйтелгән төркәмдән ныҡ ҡалышмаған. Уның иң тулы һаҡланған һөлдәһенең оҙонлоғо 12,8 метрға етә, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә күренеүенсә, ул 15 метрға тиклем дә еткән булырға тейеш[29].

1970 йылда Монголияла ҡаҙып алынған дейнохейрустың алғы һаны 2,5 метрға етә. Һаҡланған һөлдә ҡалдыҡтарының бик аҙ булыуы сәбәпле, был төр динозаврҙың дөйөм оҙонлоғо әлегә билдәләнмәгән. Табылғандарға ҡарап, ғалимдар дейнохейрустың оҙонлоғо 20 метрға еткән булыуы мөмкин тип фаразлай.

Динозаврҙарҙың дүрт аяҡлы һәм үлән ашаусы зауропод төркөмөнә ҡараған диплодок, аргентинозавр, суперзавр һәм завропосейдон тип исемләнгәнде оҙонлоҡҡа 25—35 метрға еткән. Самалауҙар буйынса уларҙың тағы ла эрерәктәре булыуы мөмкин[30], әммә әлегә бындай фараздар оло шик аҫтында ҡалып килә.

Динозаврҙар ҡаты ҡабыҡлы, ҡош һәм башҡа һөйрәлеүселәр йомортҡаһынан бер ни менән дә айырылмай торған, йомортҡа һалғандар. Йомортҡаны баҫыу өсөн оя төҙөгәндәр.

Йомортҡалары һәм оялары

үҙгәртергә
 
Овираптор йомортҡалары
 
Йомортҡа эсендә теризинозавр эмбрионы

Беренсе ҡаҙылдыҡ динозавр йомортҡаһы 1959 йылда Францияла табылған. Был гипселозавр йомортҡалары. Дөйөм алғанда, динозавр йомортҡалары йоморо йәки оҙонсараҡ формала. Теризинозавр йомортҡаһы тип фаразланған, Көнсығыш Ҡытайҙа табылған иң ҙур йомортҡа 45 сантиметр ҙурлыҡта. 1995 йылда Ҡытайҙа ергә күмелеп һаҡланған иң ҙур йомортҡалар ятҡылығы табыла. Гоби сүллегендә 1923 йылда динозаврҙар ояһы табыла. Улар ояны ерҙә соҡор итеп йәки ерҙә ҡалҡып торған оя итеп эшләгән. Йомортҡаны инә динозавр баҫҡан. Ояла йомортҡалар рәтләп һәм ярымтүңәрәкләп һалынған. 2010 йылда АҠШ һәм Аргентина ғалимдары динозаврҙар йомортҡа баҫыу өсөн геотермаль сығанаҡ йылыһын файҙаланған икәнен иҫбат итте.[31].

Юҡҡа сығыуы

үҙгәртергә
 
Астероид — динозаврҙарҙың юҡҡа сығыу сәбәптәренең береһе

Динозаврҙар аҡбур осоро аҙағында, яҡынса 65 миллион йыл элек юҡҡа сыҡҡан. Улар әкренләп үлеп бөткәнме, әллә ҡапыл юҡҡа сыҡынмы[32], был һорауға хәҙерге көндә яуап юк.

Динозаврҙарҙың ҡырылыуы, «бөйөк ҡырылыу» тип аталған дәүерҙең бер өлөшө, улар менән бергә диңеҙ һөйрәлеүселәре, моллюсктар, күп кенә һыу үҫемдәре юҡҡа сыға. Барлығы диңгеҙ хайуандарының 16 % юҡҡа сыға, һәм ҡоро ерҙә йәшәүсе умыртҡалыларҙың 18%-ы. Бер гипотеза буйынса, Мексика ярымутурауы Юкатан районына төшкән астероид йәки комета «бөйөк ҡырылыу»ға сәбәпсе була, әммә башҡа гипотезалар ҙа бар.

Сәнғәт әҫәрҙәрендә һәм донъя мәҙәниәтендә

үҙгәртергә
 
Хьюэндендә муттабурразавр статуяһые, Квинсленд штаты, Австралия

Динозаврҙарҙы өйрәнеү һәм уның менән бәйле асыштар сағыштырмаса күптән түгел башланғанға күрә, был терминдың тарихы ни бары йөҙ илле йыл самаһы булғанға күрә, динозавр тип барлыҡ тарихҡа тиклем булған һөйрәлеүселәрҙе атайҙар. Эвалюция тарихында динозаврҙар барлыҡҡа килгәнсе миллион йылдар элек Триас һәм Пермь осорҙарында ер йәҙәндә өҫтөнләк иткән анаспид һәм синаспид кеүек һөйрәлеүселәр өҫтөнлөк итеүе билдәле. Улар дәһшәтле пермь ҡырылыуы осоронда юҡҡа сығалар һәм диназарҙарыҙың ата-бабалары архозаврҙарға йәшәргә юл асалар. Был тарихҡа тиклем булған кәҫәрткенең табылған ҡалдыҡтары донъяның палеонтология музейҙарында яҡшы һаҡланған булауы ла танылыуына ярҙам итә.

Шулай итеп, динозаврҙарҙаң яҡшы өйрәнелеүе, тарихи драма булған Аҡбур осоронда уларҙың юҡҡа сығыуы, иҫ киткес ҙурлыҡта булыуы кешелек аңында киң популярлыҡ ала һәм күп һанлы әҫәрҙәрҙең геройына әйләнә.

Артур Конан Дойлдың «Юғалған донъя» һәм Владимир Обручев тың «Плутония» романдарында сикләнгән тәбиғәт анклавтарында, Юра осоронан бирле үҙгәрештәр кисермәгән, беҙҙең көндәргә тиклем йәшәгән диновазрҙар тураһында һөйләнә. Конан Дойлдың был әҫәре бер нисә тапҡыр экранлаштырыла.

Гарри Гаррисондың «Эдем» трилогияһында диназаврҙар һәм Мезозой эраһының башҡа йән эйәләре юҡҡа сыҡмаған, мозазаврҙарҙың тоҡомдары киң үҫешкән биологик цивилизация төҙөгәне хаҡында һөйләнә. Америка яҙыусыһы Майкл Крайтон монивтары буйынса «Юра осоро паркы» һәм уның дауамдары — «Юра осоро паркы 2: Юғалған донъя» һәм «Юра осоро паркы 3» фильмдары төшөрөлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Liddell-Scott-Jones Lexicon of Classical Greek». http://www.perseus.tufts.edu/cgi-bin/lexindex?lookup=deino/s&lang=greek&doc=Perseus:text:1999.01.0169&formentry=0. Retrieved 2008-08-05.
  2. Oldest evidence of dinosaurs found in Polish footprints Contact: Kristin Elise Phillips kphillips@amnh.org American Museum of Natural History http://www.eurekalert.org/pub_releases/2010-10/amon-oeo100510.php 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  3. MacLeod, N, Rawson, PF, Forey, PL, Banner, FT, Boudagher-Fadel, MK, Bown, PR, Burnett, JA, Chambers, P, Culver, S, Evans, SE, Jeffery, C, Kaminski, MA, Lord, AR, Milner, AC, Milner, AR, Morris, N, Owen, E, Rosen, BR, Smith, AB, Taylor, PD, Urquhart, E & Young, JR (1997). «The Cretaceous-Tertiary biotic transition». Journal of the Geological Society 154 (2): 265—292. doi:10.1144/gsjgs.154.2.0265. http://findarticles.com/p/articles/mi_qa3721/is_199703/ai_n8738406/print 2008 йыл 23 декабрь архивланған..
  4. Wang, S.C., and Dodson, P. (2006). «Estimating the Diversity of Dinosaurs». Proceedings of the National Academy of Sciences USA 103 (37): 13601-13605. doi:10.1073/pnas.0606028103. PMID 16954187.
  5. 5,0 5,1 Will the real dinosaurs stand up?, BBC, September 17, 2008
  6. Owen, R. (1842). «Report on British Fossil Reptiles.» Part II. Report of the British Association for the Advancement of Science, Plymouth, England.
  7. Farlow, J.O., and Brett-Surman, M.K. (1997). «Preface». in Farlow, J.O., and Brett-Surman, M.K. (eds.). The Complete Dinosaur. Indiana University Press. pp. ix-xi. ISBN 0-253-33349-0.
  8. В. Р. Алифанов Небесные драконы, допотопные грешники и змеи Ирландии 2006 йыл 9 октябрь архивланған.
  9. Би-би-си | Наука и техника | Найдены мягкие ткани тираннозавра? — 25 марта 2005 г.
  10. Элементы — новости науки: Коллаген из костей динозавров — это уже реальность. — 20.04.07
  11. Lenta.ru: Наука и техника: Треть известных видов динозавров предложили упразднить
  12. Аммонит.ру — Возможно, что трицератопс и торозавр — это один и тот же динозавр
  13. Rainforest collapse triggered Carboniferous tetrapod diversification in Euramerica
  14. Кэрролл Р. Палеонтология и эволюция позвоночных = Vertebrate Paleontology and Evolution / Под ред. акад. Л. П. Татаринова. — М.: Мир, 1993. — Т. 2. — С. 87—88. — 283 с. — ISBN 5-03-001819-0.
  15. Kump LR, Pavlov A & Arthur MA (2005). «Massive release of hydrogen sulfide to the surface ocean and atmosphere during intervals of oceanic anoxia». Geology 33 (5): 397—400.
  16. Nesbitt, S. J.; Smith, N. D.; Irmis, R. B.; Turner, A. H.; Downs, A. & Norell, M. A. (2009). «A complete skeleton of a Late Triassic saurischian and the early evolution of dinosaurs». Science 326 (5959): 1530—1533.
  17. Родиной динозавров является Южная Америка
  18. Кэрролл, Р. Л. Глава 14. Анатомия и филогенетические связи динозавров // Палеонтология и эволюция позвоночных = Paleontology and evolution of vertebrates / Под ред. Л. П. Татаринова. — М.: «Мир», 1993. — Т. 2. — С. 90. — 87—125 с. — ISBN 5-03-001819-0.
  19. DINOWEB — подотряд Theropoda
  20. Палеонтологи обнаружили одного из самых первых динозавров. Lenta.ru (11 декабрь 2009). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  21. Прояснены начальные моменты эволюции динозавров — Наука и техника — История, археология, палеонтология — Палеонтология — Компьюлента 2010 йыл 17 февраль архивланған.
  22. Dinoweb — Theropoda — Eoraptor
  23. Morales, Michael (1997). «Nondinosaurian vertebrates of the Mesozoic». in Farlow, James O.; and Brett-Surman, Michael K. (eds.). The Complete Dinosaur. Bloomington: Indiana University Press. pp. 607—624. ISBN 0-253-33349-0.
  24. Hu Yaoming; Meng, J; Wang, Y; Li, C (2005). «Large Mesozoic mammals fed on dinosaurs». Nature 433 (7022): 149—152
  25. Russell, Dale A. (1995). «China and the lost worlds of the dinosaurian era». Historical Biology 10: 3-12. doi:10.1080/10292389509380510.
  26. Amiot, R.; Buffetaut, E.; Lécuyer, C.; Wang, X.; Boudad, L.; Ding, Z.; Fourel, F.; Hutt, S.; Martineau, F.; Medeiros, A.; Mo, J.; Simon, L.; Suteethorn, V.; Sweetman, S.; Tong, H.; Zhang, F.; and Zhou, Z. (2010). «Oxygen isotope evidence for semi-aquatic habits among spinosaurid theropods». Geology 38 (2): 139—142.
  27. MacLeod, N, Rawson, PF, Forey, PL, Banner, FT, Boudagher-Fadel, MK, Bown, PR, Burnett, JA, Chambers, P, Culver, S, Evans, SE, Jeffery, C, Kaminski, MA, Lord, AR, Milner, AC, Milner, AR, Morris, N, Owen, E, Rosen, BR, Smith, AB, Taylor, PD, Urquhart, E & Young, JR (1997). «The Cretaceous-Tertiary biotic transition». Journal of the Geological Society 154 (2): 265—292
  28. Тридцать лет спустя " Город 28 2016 йыл 6 март архивланған.
  29. Erickson, Gregory M.; Makovicky, Peter J.; Currie, Philip J.; Norell, Mark A.; Yerby, Scott A.; & Brochu, Christopher A. (2004). «Gigantism and comparative life-history parameters of tyrannosaurid dinosaurs». Nature 430 (7001): 772–775. DOI:10.1038/nature02699.
  30. Carpenter, K. (2006). «Biggest of the big: a critical re-evaluation of the mega-sauropod Amphicoelias fragillimus.» In Foster, J.R. and Lucas, S.G., eds., 2006, Paleontology and Geology of the Upper Jurassic Morrison Formation. New Mexico Museum of Natural History and Science Bulletin 36: 131—138.
  31. Динозавры располагали кладки яиц рядом с геотермальными источниками — Наука и техника — История, археология, палеонтология — Палеонтология — Компьюлента 2010 йыл 5 июль архивланған.
  32. Science, Vol 254, Issue 5033, 835—839 PM Sheehan, DE Fastovsky, RG Hoffmann, CB Berghaus, and DL Gabriel. Sudden extinction of the dinosaurs: latest Cretaceous, upper Great Plains, USA