Бөжәктәр (лат. Insecta, Insecta-Ectognatha, Ectognatha) — умыртҡаһыҙ быуынтыҡ аяҡлы хайуандар класы ((башҡа классификация буйынса — ярым класс[1]).

Бөжәктәр

Ҡамҡа Coccinella
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Insecta Leach, 1815

Ярым класс һәм инфракласс:

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  99208
NCBI  50557

Күбаяҡтар менән трахеялылар ярымтибына ҡарай. Күбәләк, ҡуңыҙ, себен, ҡырмыҫка, бал ҡорто һәм башҡаларҙы иҫәпкә алып, ерҙәге башҡа хайуандар араһында күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Бөжәктәрне өйрәнеүсе фән энтомология тип атала.

Бөжәктәр — быуынтыҡ аяҡлыларҙың иң юғары төҙөлөшлө һәм төрло йәшәү шарттарында: ҡоро ерҙә, һауала, һыуҙа тереклек итергә яраҡлашҡан ҙур классы. Бөжәктәрҙең үҫеше һәм туҡланыу сығанаҡтарына яраҡлашыуы планетала ҡоро ер үҫемлектәре эволюцияһына бәйләнгән. Ябыҡ орлоҡлолар килеп сыҡҡас, уларҙы һеркәләндереүсе булараҡ, бөжәктәр көслө үҫеш алған һәм планетала киң таралған.

Бөжәктәр (Insecta), буынтыҡ аяҡлылар тибындагы хайуандар классы. Ерҙәге хайуандарҙың боронғо (девондан бирле), иң күп һанлы һәм төрлө төркөмө. 1 млн самаһы төрө билдәле, ысын барлыҡта 1,5-2 млн данда кәм булмауы ихтимал; Антарктиданан башҡа бөтә континенттарҙа да таралғандар.

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Бөжәктәрҙең әһәмиәте

үҙгәртергә

Бөжәктәрҙең күбеһе — ер өҫтөндә йәшәүселәр, күп кенә төрҙәре личинка фазаһында йәки барлыҡ фазаларҙа ла сөсө һыулыҡтарҙа йәшәй; күбеһе тупраҡ менән бәйләнгән. Уларҙың үҙ-үҙен тотошо ҡатлаулы: аҙыҡ эҙләүҙә яңлышмау, нәҫел тураһында ҡайғыртыу, йыраҡҡа күсеүҙәр, функциялар бүленеше (бал ҡорттары) һ.б. Бөжәктәр матдәләрҙең биологик өҙлөкһөҙ әйләнешендә һәм тупраҡ яһалыуҙа ҙур роль уйнай, үҫемлектәрҙе һеркәләндерә, ҡиммәтле аҙыҡ продукттары һәм сеймал (бал, балауыҙ, ебәк) бирә.

Икенсе яҡтан, бөжәктәр ауыл хужалығы, урман һәм декоратив үҫемлектәргә, аҙыҡ продукттарына, ағаска зарар килтерә, кеше һәм хайуандарҙа төрлө ауырыу ҡуҙғатыусыларҙы күсерә. Бөжәктәр доньяһының күп төрлөлөген һәм үҙенсәлеген, ҡортҡостарға ҡаршы көрәш сараларын комплекслы фән — энтомология өйрәнә. Һуңгы ваҡытта, тәбиғәт биоценозларының кеше тарафынан бозолоуы нәтижәһендә, бөжәктәр һанының кәмеүе күҙәтелә.

Тышҡы төҙөлөшө

үҙгәртергә

Бөжәктәрҙең күкрәге 3 сегменттан — алғы, урта һәм артҡы күкрәктән тора. Һәрбер сегменттың берәр пар аяғы, ә ҡанатлы формаларының урта һәм артҡы күкрәгендә шулай уҡ берәр пар ҡанат бар. Йәшәү рәүешенә һәм ярашыу дәрәжәһенә тәңгәл рәүештә күп кенә аяк типтары барлыҡҡа килгән. Иң ғәҙәти һәм иң аҙ ярашҡан аяҡтар — йөрөү һәм йүгерү өсөн. Айыу сиңерткәләре һәм кайһы бер уңғыҙҙарҙың алғы аяҡтары — ҡаҙыуға, суфи сиңеркәләренең алғы аяҡтары эләктереп алыуға яйлашҡан. Һикеругә яйлашыу артҡы аяҡтарҙы көчлө йыуан ботло һикереүсе аяҡтарға үҙгәртә (туры ҡанатлылар, япраҡ борсалары — куңыҙҙар һ.б.) Һыу бөжәкләренең артҡы аяҡтары йөҙөүгә яйлашкан — киңәйгәндәр, ҡырыйҙарынан төктәр менән ҡаплангандар. Урта пар аяҡ яраҡлашмай, сөнки ул һәр ваҡыт йөрөүҙә һәм йүгереүҙә ҡатнаша, һәм шунлыҡтан үҙенең элеккеге функцияһен әҙ үҙгәртә. Ҡорһағы 11 сегменттан тора, ләкин күбеһенең сегмент һаны 5-6 -ға ҡәҙәр кәмегән. Ата бөжәктәрҙең популяция органдары, ә инә бөжәкләрҙең йомортҡа һалгыслары үҫкән була.

Бөжәкләрҙең күбеһе трахея ярҙамындә атмосфера һауаһын һулай; күреү, еҫ, тәм һиҙеү, ишетеү һәләттәренә эйә.

Оҙонлоғо 0,2 мм-ҙан алып 33 см-ға ҡәҙәр. Бөжәкләрҙең кәүҙәһе өс өлөштән: баш, күкрәк һәм ҡорһаҡ. Тышҡы яҡтан ҡаты хитин япма менән ҡапланған, ул тышҡы скелет ролен үтәй һәм һыуҙың парға әйләнүенә ҡаласаулай. Кәүҙәнең хәрәкәтсәнлеге уның быуынтыҡлар йәки сегменттар серияһына бүлгәләнеүенән килә, улар араһындағы хитин япма нескә һәм һығылмалы. Башында бер пар ҡатлаулы, йәки фасеты һәм ябай йәки кескенә күҙҙәр бар. Мыйыҡсаларының төзөлөшө ғәйәт күп төрле һәм улар йыш ҡына бүленештең мөһим систематик билдәһе булып хеҙмәт итәләр: еп һымаҡ, ҡыл һымаҡ, муйынса һыман, тешәүле, тараҡ һымаҡ, суҡмар һымаҡ, орсоҡ һымаҡ, пластинкалы, быуынлы, ҡаурыйлы һ.б. Йыш ҡына мыйыҡсалар төзөлөшөндә енси диморфизм күҙәтелә: ата бөжәк мыйыҡсалары, инә заттыҡына ҡарағанда, нығраҡ үҫкән була.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Ауыҙ органдарының төзөлөшө, төрлө туҡланыу юлдарына яраҡлашҡанлыҡтан, төрлө була. Ауыҙ аппаратының башланғыс тибы — кимереүсе, ул ҡаты аҙык — органик ҡалдыҡтар, тере үҫемлек һәм хайуан аҙығы киҫәктәре менән туҡланыуға яйлашҡан; тараҡан һымаҡтар, туры ҡанатлылар, ҡуңғыҙҙар өсөн хас. Ауыҙ органдарының башҡа типтары кимереүселәрҙең үҙгәрештәр кисереүе нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Шыйыҡ аҙыҡ менән туҡланыуға күскән формаларҙың ауыыҙ органдары хортумсыҡлы һурыусы ауыҙ аппаратына әүерелә. Ауыҙ органдары айырмалары буйынса бөжәкләрҙе һурыусы типтағы 2 төркөмгә берләштерергә була: һурыусылар (шыйыҡ аҙыҡ субстратты тишмәйенсә алына) һәм сәнсеп һурыусылар (аҙыҡ субстратны тишеп алына). Һурыусы бөжәктәр (элпә ҡанатлылар, тәңкә ҡанатлылар, ҡан һурмаусы пар ҡанатлылар) нектар һәм шыйыҡ органик аҙыҡ, сәнсеп һурыусы бөжәктәр (тигеҙ ҡанатлылар, ҡандалалар, трипстар, беттәр, борсалар һәм ҡан һурыусы пар ҡанатлылар) үҫемлектәрҙең күҙәнәк шыйыҡсаһы һәм хайуандар ҡаны менән туҡланалар.

Үҫеш стадиялары

үҙгәртергә

Бөжәкләрҙең үҫеше өс йәки дүрт фазанан тора: йомортҡа, личинка, ҡурсаҡ (барыһыныҡы ла түгел) һәм имаго (етлеккән бөжәк). Фаза һаны буйынса үсештең 2 метаморфоз тибын айыралар — тулы булмаган әүерелеш (3 фаза) һәм тулы әүерелеш (4 фаза, ҡурсаҡ стадияһын да керетеп) юлы. Тулы булмаған әүерелешле бөжәктәр личинкалары тышҡы яҡтан ҙур бөжәктәр менән оҡшаш йәшәү рәүеше алып бара. Личинкаларҙың тулы әүерелеш юлы менән үҫешенә ҡабыҡ һалыу ҙа хас, шуның нигеҙендә кәүҙә ҙурая һәм тышҡы яҡтан үҙгәрештәр хасил була. Ҡабыҡ һалыуҙар һаны өс (себендәр) йәки дүрт-биштән алып (туры ҡанатлылар, ҡандалалар, ҡуңыҙҙар, күбәләктәр һ. б.) 25-кә ҡәҙәр (көнлөкселәр) үҙгәрә.

Үҫеш стадиялары тулы булмаған бөжәктәр:

  • Тура ҡанатлылар
  • Тараҡандар
  • Суфый сиңерткәләр (Богомолы)
  • Термиттар
  • Беттәр
  • Ҡандалалар
  • Мамыҡ(ҡауырһын) ашаусылар (Пухоеды)
  • Бесән ашаусылар (сеноеды)
  • Яҙлауыстар (Веснянки)
  • Көнлөкселәр (Поденки)
  • Энәғараҡтар (Стрекозы)
  • Быуынтыҡтомшоҡлолар Членистохоботные): цикадалар,үлән беттәре һ.б.
  • Өрәктәр (Приведениевые): таяҡ сиңерткә (палочник), яптаҡтәнлеләр (листотелы)

Тулы әүерелеш юлы менән үҫешеүсе бөжәктәр:

  • Ҡаты ҡанатлылар, йәки Ҡуңыҙҙар
  • Тәңҡә ҡанатлылар, йәки Күбәләктәр
  • Ике ҡанатлылар
  • Яры ҡанатлылар
  • Селтәр ҡанатлылар
  • Бөрсәләр
  • Һыу бөжәктәре (Ручейники)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Бей-Биенко Г. Я. Общая энтомология: Учебник для университетов и сельхозвузов. — 3-е изд., доп. — М.: Высшая школа, 1980. — 416 с.
  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 3. (том посвящён сухопутным членистоногим). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. — Москва: Просвещение, 1969. — 576 с.
  • Тыщенко В. П. Физиология насекомых: Учеб. пособие для студентов ун-тов, обучающихся по спец. «Биология». — М.: Высш. шк., 1986. — 303 с.: ил.

Һылтанмалар

үҙгәртергә