Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы

Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (берлеге) (франц. Union internationale pour la conservation de la nature, IUCN, рус.  Международный союз охраны природы, МСОП) — планетаның биотөрлөлөгөн һаҡлау мәсьәләләрен яҡтыртыусы коммерцияға ҡарамаған халыҡ-ара ойошма. Ойошма яңылыҡтар бирә, төрлө илдәрҙә конгресстар үткәрә, яҡлауға мохтаж төрҙәрҙең исемлеген әҙерләй. БМО-ның Генераль Ассамблеяһында ойошманың күҙәтеүсе статусы бар.

IUCN
Тип

Халыҡ-ара ойошма

Нигеҙләү йылы

Октябрь 1948, Фонтенбло, Франция

Урыны

Rue Mauverney 28, 1196 Гланд, Швейцария

Төп фигуралар

Mr Valli Moosa
Ms Julia Marton-Lefèvre

Эшмәкәрлек өлкәһе

Тәбиғәтте һаҡлау

Хеҙмәткәрҙәр һаны

бөтә донъя буйлап 1 100 тирәһе

Веб-сайт

iucn.org

Гланде ҡалаһында штаб-квартира, Швейцария

Ойошма 1948 йылда төҙөлгән, шиаб-квартираҙы Гланде (Швейцария) ҡалаһында урынлашҡан. Союз 82 илде (шул иҫәптән Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы), 111 хөкүмәт учреждениеларын, 800-ҙән артыҡ хөкүмәткә ҡарамаған ойошманы, 181 илдән 10 000 -гә яҡын ғалим һәм экспертты берләштерә.

Мәсьәләләре

үҙгәртергә

Тәбиғәттең бөтөнлөгөн һәм төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында йоғонто яһау, дәртләндереү һәм бөтә донъя йәмәғәтселегенә ярҙам итеү, шулай уҡ тәбиғәт ресурстарын тиң хоҡуҡлы файҙаланыу.

Союз, ағза-ойошмаларҙан башҡа 6 фәнни комиссияны һәм профессиональ секретариатты берләштерә.

Хәүефлелек дәрәжәләре

үҙгәртергә

1963 йылдан Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (Международный союз охраны природы, МСОП) хәүеф янаған хайуандар һәм үҫемлектәр исемлеген (Ҡыҙыл китап) төҙөй. Унда хәүефлелек 5 дәрәжәгә бүленә:

 

  • Extinct (юҡҡа сыҡҡан) (EX)
  • Extinct in the Wild (ҡырағай тәбиғәттә юҡҡа сыҡҡан) (EW)
  • Critically Endangered (киҫкенләшкән хәүефлек) (CR)
  • Endangered (хәүефле) (EN)
  • Vulnerable (бирешеүсән) (VU)
  • Near Threatened (бирешеүсәнгә яҡын) (NT)
  • Least Concern (иң аҙ хәүефле) (LC)
  • Data Deficient (етерлек мәғлүмәт юҡ) (DD)
  • Not Evaluated (хәүеф баһаланмай) (NE)

Махсус һаҡланған биләмәләрҙең классификацияһы

үҙгәртергә
 
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының XIV Генераль ассамблеяһы (Ашхабад. 25 сент. — 5 окт. 1978 й)

1978 йылда союз махсус Ерҙең махсус һаҡланған территорияларын квалификациялау системаһын ҡабул итә, 1994 йылда был системаны яңырта;

  • Категория Ia һәм b: ҡәтғи тәбиғи резерват — тейелмәгән тәбиғәт, тулы һаҡлау;
  • Категория II: милли парк — туризм менән яраҡлаштырылған экосистеманы һаҡлау;
  • Категория III: тәбиғәт ҡомартҡыһы — тәбиғи иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау
  • Категория IV: заказник — төрҙәрҙең йәшәгән урынын идара итеү ысулы менән һаҡлау урыны;
  • Категория V: махсус һаҡлана торған ер өҫтө һәм диңгеҙ ландшафты — ер өҫтө һәм диңгеҙ ландшафтын һаҡлау һәм ял итеү урыны;
  • Категория VI: идара ителеүсе ресурслы махсус һаҡлана торған урын — экосистеманы һаҡсыл ҡулланыу.

Наградалар

үҙгәртергә

1993 йылда союз Зәңгәр Планета премияһын алды.