Толпар (хоккей клубы)

(Толпар (хоккей клубы, Өфө) битенән йүнәлтелде)

«Толпар» хоккей клубы — Өфө ҡалаһында 2009 йылда ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы. Хоккей клубы башҡорт халыҡ эпос персонажы Толпар иҫтәлегенә аталған. 2009 йылдан башлап Йәштәр хоккей лигаһында ҡатнаша. ЙХЛ чемпионатының ике тапҡыр бронза миҙалсыһы, даими миҙгел еңеүсеһе. «Салауат Юлаев» хоккей клубының йәштәр командаһы.

Толпар
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Өфө Өфө
Нигеҙләнгән: 2009
Элекке исемдәре: Салауат Юлаев 2
Өй аренаһы: Салауат Юлаев спорт һарайы (3 501 урын)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: Йәштәр хоккей лигаһы
Конференцияһы: Көнсығыш
Баш тренеры: Рәсәй Федерацияһы Михаил Васильев
Капитан: Рәсәй флагы Никита Анохин
Аффилир-клубы: Салауат Юлаев (КХЛ)
Торос (ЮХЛ)
Конференцияла еңеүҙәр: 1 (2010/2011)
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: 1 (2010/2011)
Дивизионда еңеүҙәр: 1 (2010/2011)
Рәсми сайт: http://hcsalavat.ru/tolpar/
Аффилир КМС: БЮТ

Тарихы үҙгәртергә

2009 йылда нигеҙләнгәнгә тиклем, Өфөлә «Салауат Юлаев-2» командаһы Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында сығыш яһай. Был команда 1999 йылда нигеҙләнә. Ул үҙ дивизионында әллә ни уңыштарға өлгәшмәй, тик һуңғы йылында ғына «Урал—Көнбайыш Себер» зонаһында икенсе урынды ала. Йәштәр командаһының төп клуб менән исемдәре оҡшамаҫҡа тейеш ине — был ЙХЛ ойоштороусыларының төп шарттарының береһе. Шуға күрә элекке «Салауат Юлаев-2» исемен тиҙ генә үҙгәртергә кәрәк ине. Йәштәр командаһының исеме өсөн варианттар бик күп була. Көйәрмәндәр араһында ҙур популярлыҡты «Аҡбуҙат», «Башҡорт ҡорттары» һәм «Толпар» ала. Клуб етәкселеге һуңғы вариантта туҡтарға була[1].

Александр Семак етәкселегендә (2009—2013) үҙгәртергә

Тәүге ЙХЛ миҙгелендә команданың баш тренеры итеп билдәле хоккейсы Александр Семак була. Көнсығыш конференцияһында был клуб икенсе урынды ала. Харламов кубогы өсөн плей-оффта тәүҙә «Алмаз» һәм «Омские Ястребы» хоккей клубтарын үтә. Ярымфиналда «Кузнецкие Медведи» хоккей клубына серияла 2-3 иҫәбе менән отола. Ә бронза миҙалдары өсөн серияла «Толпар» хоккейсылары Силәбенән «Белые Медведи» хоккейсыларынан көслөрәк була һәм ЙХЛ-дың тәүге миҙгелен бронза миҙалдары менән тамамлайҙар.

Киләһе йылда «Толпар» даими миҙгелдә 121 мәрәй йыйып беренсе урынды яулай. Кирилл Полозов 77 (32+45) мәрәй Борис Михайлов бүләген ала, ә Рафаэл Хәкимов миҙгелдең иң яҡшы ҡапҡасыһына бирелә торған Владислав Третьяк бүләгенә лайыҡ була. Был команда чемпион булырлыҡ ине. Ярымфиналда Магнитогорскиҙан «Стальные Лисы» командаһына хәл иткес бишенсе уйындың өҫтәмә ваҡытында ғына еңелә. «Толпар» бронза миҙалы өсөн серияла дәғүәсеһен ота миҙгелде уңышлы тамамлай. Дөйөм алғанда, был миҙгел команда өсөн тарихында иң уңышлы була.

2011/12 йылдар миҙгелендә «Толпар» даими чемпионатты үҙ дивизионында икенсе урында тамамлай. Команданың һөжүмсеһе Артем Гәрәев 82 мәрәй менән Лиганың иң һөҙөмтәле уйынсыһы исемен һәм Борис Михайлов исемен йөрөткән бүләкте ала. Харламов кубогының конференциялар сирекфиналында Өфө хоккейсылары «Кузнецкие Медведи» хоккей клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола. 2012/13 йылдар миҙгелендә «Толпар» плей-офф уйындарына конференцияла етенсе урындан эләгә. Беренсе раундта «Стальные Лисы» командаһын 3-0 иҫәбе менән еңһәләр, конференциялар ярымфиналында шул уҡ айырма менән буласаҡ чемпионға «Омские Ястребы» хоккей клубына еңелә.

Венер Сафин етәкселегендә (2013—2015) үҙгәртергә

2013 йылдың 30 апрелендә Александр Семак менән килешеүҙең ваҡыты уҙа һәм 4 майҙа «Салауат Юалев» элекке баш тренеры Венер Сафин менән ике йылға контракт төҙөлә[2]. Уның етәкселегендә «Толпар» плей-оффҡа Көнсығыш конференцияһында бишенсе урындан сыға. Һөжүмсе Алексей Митрофанов 92 мәрәй менән Борис Михайлов исемендәге һәм 40 шайба менән Борис Майоров исемендәге бүләктәрҙе яулай. Өсөнсө тапҡыр «Толпар» уйынсыһы ЙХЛ даими миҙгелендә иң күп мәрәй йыйған уйынсы була. Харламов кубогының беренсе раундында Өфө хоккейсылары Екатеринбург ҡалаһынан «Авто» хоккей клубын 3-0 иҫәбе менән ота. Ә киләһе конференциялар сирекфиналында «Мамонты Югры» командаһына биш уйында отола.

2014 йылдың август айында Өфөлә Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы үтә. «Толпар» хужа команда булараҡ шунда ҡатнаша. Сафин егеттәре төркөмдә икенсе урынды ала, ярымфиналда АҠШ-тан «Су-Сити Маскетирс» хоккей клубын 4-6 иҫәбе менән отоп, финалға сығалар. Шунда улар икенсе Рәсәй командаһы «Спартак» хоккей клубына еңелә. ЙХЛ даими чемпионатында «Толпар» тағы ла миҙгелде бишенсе урында тамамлайҙар. Степан Хрипунов лигала иң күп һөҙөмтәле пас бирә. Плей-оффта Башҡортостан командаһы бер-бер артлы «Ладья» һәм «Мамонты Югры» хоккей клубтарын серияла 3-1 иҫәбе менән ота. Конференциялар ярымфиналында иһә буласаҡ чемпионға «Чайка» клубына өс уйында отола. Ошолай итеп Венер Сафин «Толпар» баш тренеры ролен тамамлай.

2015—әлеге ваҡыт үҙгәртергә

2015 йылдың 5 май көнөндә «Торос» менән ике тапҡыр Братина кубогын еңгән Руслан Сөләймәнов менән килешеү төҙөлә[3]. Әммә ул команда менән оҙаҡ эшләмәй: уға «Южный Урал» хоккей клубы контракт тәҡдим итә[4]. Сөләймәновтың урынына Алик Гәрәев ҡуйыла. «Толпар» даими чемпионатты бик уңышлы тамамлай — Өфө хоккейсылары конференцияла өсөнсө урында урынлашалар. Тик плей-оффта улар беренсе раундта уҡ «Снежные Барсы» командаһына өс уйында отола һәм миҙгелде тамамлайҙар.

2016 йылдың 28 июнендә «Торос» менән Братина кубогын еңгән тағы бер белгес Константин Полозов клубтың баш тренеры итеп ҡуйыла[5]. Алик Гәрәев уның ярҙамсыһы була. Команда уйынсыларының уртаса йәше түбәнәйә. Шуға күрә «Толпар» тәү тапҡыр үҙ тарихында Харламов кубогы өсөн плей-офф уйындарына эләгә алмай ҡала. 2017 йылдың 2 май көнөндә Алик Гәрәев яңынан команданың баш тренеры итеп ҡуйыла, ә уға Константин Полозов, Денис Хлыстов һәм Андрей Василевский ярҙам итәсәктәр[6]. Денис Хлыстов миҙгел барышында Нефтекаманан «Торос» хоккей клубында Руслан Сөләймәновтың тренер штабына керә. Даими миҙгелде «Толпар» конференцияла бишенсе урында тамамлай, ә плей-оффтың тәүге раундында Екатеринбургтан «Авто» хоккей клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола.

2018/2019 йылдар миҙгелендә «Толпар» Көнсығыш конференцияһында өсөнсө урынды яулай. Плей-оффта тәүҙә «Реактор» хоккей клубын серияла 3-1 иҫәбе менән ота, ә аҙаҡтан «Авто» хоккей клубына шул уҡ иҫәп менән еңелә. Миҙгел тамамланғас, 21 майҙа команданың баш тренеры итеп Олимпия чемпионы Михаил Васильев ҡуйыла, ә Алик Гәрәев «Торос» хоккей клубына эшкә күсә[7].

Сығыш яһауҙар тарихы үҙгәртергә

Йәштәр хоккей лигаһының даими чемпионаттарында үҙгәртергә

Миҙгел Урын У Е ӨВЕ БСЕ БСО ӨВО О ШИ ШҮ ±Ш М
2009/10 2 54 34 5 0 1 0 14 221 131 +80 113 69.7
2010/11 1 53 37 0 1 2 6 7 222 106 +116 121 76.1
2011/12 5 60 33 5 2 0 3 17 218 160 +58 116 64.4
2012/13 13 60 29 0 4 2 4 21 216 176 +40 101 56.1
2013/14 8 56 35 1 1 1 3 15 229 159 +70 113 67.3
2014/15 7 54 29 5 2 4 2 16 211 162 +49 99 61.1
2015/16 5 44 29 3 0 3 4 9 145 106 +39 88 66.7
2016/17 19 60 29 2 0 3 5 21 189 162 +27 99 55
2017/18 11 60 32 1 3 4 2 18 182 131 +51 110 61.1
2018/19* 7 60 36 2 1 3 3 15 194 115 +79 84 70
Бөтәһе 561 323 24 14 23 32 153 2027 1408 +319 934 64.75

Иҫкәрмәләр: У — уйындар, Е — төп ваҡытта еңеү, ӨВЕ — өҫтәмә ваҡытта еңеү, БСЕ — буллиттар серияһында еңеү, БСО — буллиттар серияһында отолоу, ӨВО — өҫтәмә ваҡытта отолоу, О — төп ваҡытта отолоу, ШИ — индергән шайба, ШҮ — үткәргән шайба, ±Ш — шайбалар айырмаһы, М — мәрәйҙәр, %М — мәрәйҙәр проценты.

*Шул миҙгелдән алып бер еңеү өсөн ике мәрәй бирә башлайҙар

Йәштәр хоккей лигаһының плей-оффтарында үҙгәртергә

  • 2009—2010
1/8 финалы: «Толпар» — «Алмаз» Череповец 3-0 (5:3, 2:1, 3:2)
1/4 финалы: «Толпар» — «Омские Ястребы» Омск 3-0 (2:1, 3:2, 4:3 ө.в.)
1/2 финалы: «Толпар» — «Кузнецкие Медведи» Новокузнецк 2-3 (2:1 ө.в., 1:2 Б, 3:1, 2:4, 1:6)
3-сө урын өсөн: «Толпар» — «Белые Медведи» Силәбе 2-0 (4:2, 5:2)
  • 2010—2011
1/8 финалы: «Толпар» — «Белые Медведи» Силәбе 3-2 (4:2, 2:3, 6:4, 3:4, 3:0)
1/4 финалы: «Толпар» — «Белые Тигры» Ырымбур 3-0 (3:2, 5:3, 6:3 ө.в.)
1/2 финалы: «Толпар» — «Стальные Лисы» Магнитогорск 2-3 (3:0, 2:3 Б, 3:6, 3:2, 5:6 ө.в.)
3-сө урын өсөн: «Толпар» — «Химик» Воскресенск 2-0 (6:4, 3:2)
  • 2011—2012
1/8 финалы: «Толпар» — «Кузнецкие Медведи» Новокузнецк 0-3 (3:6, 0:3, 1:2)
  • 2012—2013
1/8 финалы: «Толпар» — «Стальные лисы» Магнитогорск 3-0 (2:5, 3:2 ө.в., 3:2)
1/4 финалы: «Толпар» — «Омские Ястребы» Омск 0-3 (1:2 Б, 2:5, 1:3)
  • 2013—2014
1/16 финалы: «Толпар» — «Авто» Екатеринбург 3-0 (7:6 ө.в., 2:1, 4:3 ө.в.)
1/8 финалы: «Толпар» — «Мамонты Югры» Ханты-Мансийск 2-3 (1:4, 2:3 ө.в., 5:4 ө.в., 2:3 ө.в.)
  • 2014—2015
1/16 финалы: «Толпар» — «Ладья» Тольятти 3-1 (3:6, 6:2, 6:4, 6:4)
1/8 финалы: «Толпар» — «Мамонты Югры» Ханты-Манси 3-1 (4:3, 4:1, 3:4, 4:3)
1/4 финалы: «Толпар» — «Чайка» Түбәнге Новгород 0-3 (0:1, 2:3 Б, 1:3)
  • 2015—2016
1/8 финалы: «Толпар» — «Снежные Барсы» Астана 0-3 (4:5 ө.в., 1:2, 2:3)
  • 2017—2018
1/8 финалы: «Толпар» — «Авто» Екатеринбург 0-3 (0:3, 1:3, 0:2)
  • 2018—2019
1/8 финалы: «Толпар» — «Реактор» Түбәнге Кама 3-1 (0:2, 1:0, 2:1, 3:2 ө.в.)
1/4 финалы: «Толпар» — «Авто» Екатеринбург 1-3 (3:0, 0:1 Б, 1:2, 3:4 ө.в.)

«Толпар» Йәштәр донъя кубогында үҙгәртергә

2014 йылда Өфөлә Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы үтә. Шунда «Толпар» хужа команда була. Төркөм этабында бер тапҡыр ғына еңелә, ә турнирҙың финалында «Спартак» хоккей клубына еңелә.

«Толпар» 2014 йылғы Йәштәр донъя кубогы уйындарында
  • Төркөм этабы:
«Толпар» — «Динамо-Шинник» Белоруссия 0:2 (0:1, 0:1, 0:0)
«Толпар» — «Эспоо Блюз» Финляндия 5:2 (1:1, 2:1, 2:0)
«Толпар» — «Пираты» Чехия 2:0 (1:0, 1:0, 0:0)
«Толпар» — «Кейп-Бретон» Канада 3-2 ө.в. (0:0, 2:1, 0:1, 1:0)
  • 1/2 финал:
«Су-Сити Маскетирс» АҠШ — «Толпар» 4:6 (1:1, 0:2, 3:3)
  • Финал:
«Толпар» — «Спартак» Рәсәй 1:2 Б (1:0, 0:1, 0:0, 0:0, 0:1)

Стадион үҙгәртергә

 
«Салауат Юлаев» спорт һарайы

«Толпар» үҙенең өйҙәге уйындарын Салауат Юлаев спорт һарайында һәм Өфө-Аренала үткәрә. Өфөнөң төп боҙ майҙансығында ул 2009—2010 йылдарҙа уйнай. Шул йылда «Толпар» уйындарына бөтәһе 87 000 тамашасы килә, ә сирекфиналдың бер осрашыуында 8 500 кеше. Был ике күрһәткес тә Лигала иң юғары була. Ә артабан тик спорт һарайында ғына дәғүәселәре менән осраша. Салауат Юлаев исемен йөрөткән спорт яһалмаһы Өфө ҡалаһында, Зорге урамы 41 йортта урынлашкан. «Салауат Юлаев» спорт һарайы беренсе тамашасыларҙы 1967 йылдың 28 ноябрендә аренаны асыу матчы «Салауат Юлаев» менән «Торпедо» командалары араһында уйында ҡабул итә. Спорт һарайы 3 500 кеше һыйҙыра ала.

Баш тренерҙар үҙгәртергә

«Толпар» командаһының бөтә тренерҙары:

Тренер штабы үҙгәртергә

Составы үҙгәртергә

«Толпар» хоккей клубының составы команданың рәсми сайтында 2019 йыл 1 июнь архивланған. тулыһынса бар.

Ҡапҡасылар
Ил Исем Тыуған йыл
31   Юрий Грошев 16 июнь, 1999
  Александр Гилев 29 август, 2000
49   Дмитрий Брагинский 13 апрель, 2000
Һаҡсылар
Ил Исем Тыуған йыл
32   Никита Голощапов 1 июнь, 2000
37   Кирилл Голощапов 1 июнь, 2000
79   Спартак Басимов 7 август, 2000
95   Сергей Варлов 30 июнь, 2000
Һөжүмселәр
Ил Исем Тыуған йыл
34   Александр Оськин 8 сентябрь, 1999
51   Михаил Козлов 22 май, 2000
55   Александр Ренёв 17 июнь, 1997
61   Александр Петрунин 4 ғинуар, 1999
64   Эммануил Шафеев 30 сентябрь, 2000
72   Павел Синявский 3 ғинуар, 1998
74   Никита Малмыгин 10 февраль, 2000
83   Алексей Пустозеров 29 апрель, 2000
85   Дмитрий Коземаслов 9 август, 2000
86   Ярослав Соколов 3 октябрь, 2000
87   Антон Пачин 7 май, 1998
90   Николай Сытый 5 июль, 1999
97   Ранис Мирғалиев 14 сентябрь, 1997
99   Даниил Скориков 1 апрель, 1999

Капитандар үҙгәртергә

«Толпар» командаһының бөтә капитандары:

Команданың ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  •   ЙХЛ даими чемпионаты еңеүсеһе (2010/11)
  •   Денис Ляпин иҫтәлегендә турнир еңеүсеһе (2009—2011, 2015)
  •   Ю. И. Моисеев иҫтәлегендә турнир еңеүсеһе (2009)
  •   Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогының көмөш миҙалсыһы (2014)
  •   ЙХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы (2009/10, 2010/11)
  •   Денис Ляпин иҫтәлегендә турнирҙың бронза миҙалсыһы (2012, 2013)
  •   Ю. И. Моисеев иҫтәлегендә турнирҙың бронза миҙалсыһы (2013)
  •   «Салауат Юлаев» хоккей клубы кубогының бронза миҙалсыһы (2014, 2017, 2019)

Уйынсыларҙың бүләктәре үҙгәртергә

  • Борис Михайлов исемендә бүләк (ЙХЛ даими чемпионатында иң күп мәрәй йыйған уйынсыға) — Кирилл Полозов (2010/11), Артем Гәрәев (2011/12), Алексей Митрофанов (2013/14).
  • Владислав Третьяк исемендә бүләк (ЙХЛ миҙгеленең иң яҡшы ҡапҡасыһына) — Рафаэл Хәкимов (2010/11).
  • Борис Майоров исемендә бүләк (ЙХЛ даими чемпионатында иң күп шайба кереткән уйынсыға) — Алексей Митрофанов (2013/14).
  • Йәштәр донъя кубогының иң яҡшы уйынсыһы — Степан Хрипунов (2014).

«Толпар» составында уйнаған билдәле уйынсылар үҙгәртергә

Республиканың башҡа командалары менән хеҙмәттәшлеге үҙгәртергә

Клуб рекордтары үҙгәртергә

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • Клуб тарихында бөтәһе бер «легионер» (икенсе ил вәкиле) ғына була. Ул Ҡаҙағстан хоккейсыһы Максим Богатыренко 2011/2012 йылдар миҙгелендә була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә