Сохатский Владимир Александрович
Сохатский Владимир Александрович (28 декабрь 1989 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Салауат Юлаев» системаһының уйынсыһы.
Владимир Александрович Сохатский | |||||||||||||||||||||||||||
Позиция |
Ҡапҡасы | ||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Буйы |
183 см | ||||||||||||||||||||||||||
Ауырлығы |
79 кг | ||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
Соха | ||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө |
28 декабрь 1989 (34 йәш)
| ||||||||||||||||||||||||||
МХЛ драфты |
Һайланмай | ||||||||||||||||||||||||||
Карьера | |||||||||||||||||||||||||||
2006-ә.в.
| |||||||||||||||||||||||||||
Хоккейсы карьераһы | |||||||||||||||||||||||||||
|
Биографияһы
үҙгәртергәВлади́мир Алекса́ндрович Соха́тский 1989 йылдың 28 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
Карьераһы
үҙгәртергәҮҙенең профессиональ карьераһын Владимир үҙенә 18 йәш булғанда 2006 йылда «Салауат Юлаев-2» (әлеге «Толпар») составында башлай. Дебют миҙгелдә туғыҙ уйын уҙғара һәм 19 гол үткәрә. 2007—2009 йылдарҙа Владимир командаһы өсөн 48 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 80 шайба үткәрә. 2009 йылда Йәштәр хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, шуның менән бергә «Салауат Юлаев-2» командаһының исеме «Толпар» тигәнгә үҙгәрә. Тәүге миҙгелдә даими беренселектә ул 32 уйын уҙғара, шуларҙың ун туғыҙын еңә. Йәштәр хоккей лигаһының бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. «Толпар» үҙ конференцияһында икенсе урында урынлаша. Ә Харламов кубогы уйындарында ул ике матч ҡына уйнай. «Толпар» ярымфиналда «Кузнецкие Медведи» командаһына еңелә һәм бронза миҙалдары менән бүләкләнә. Владимир Йәштәр лигаһында башҡа бер уйында ҡатнашмай.
«Торос»
үҙгәртергә2010 йылдың йәйендә Нефтекаманың «Торос» хоккей клубына күсә. Яңы барлыҡҡы килгән Юғары хоккей лигаһының тәүге миҙгелендә Владимир 11 осрашыу үткәрә, шуларҙың береһе плей-офф уйындарына тура килә. Тәүге уйынын 2010 йылдың 13 сентябрендә уҙғара. Шул көндө «Торос» Түбәнге Тагилдан «Спутник» хоккей клубына 2:3 иҫәбе менән еңелә. Шул миҙгелдә Сохатский команданың запас ҡапҡасыһы була. Киләһе миҙгел уның өсөн уңышлыраҡ сыға. Ул команданың төп ҡапҡасыһына әйләнә. Даими миҙгелдә 32 осрашыу үткәрә. Братины кубогы өсөн плей-офф ярыштарында Владимир 16 уйын уҙғара. «Торос» бер-бер артлы «Молот-Прикамье», «Ермак», «Донбасс» һәм «Рубин» командаларын еңеп үҙ тарихында тәүгегә Братина кубогын еңә. Сохатский миҙгедең иң яҡша ҡапҡасыһы тип билдәләнә.
2012/2013 йылдар миҙгелендә ул «Торос» өсөн 47 осрашыу уҙғара. Нефтекама хоккейсылары даими чемпионатта өсөнсө урын яулайҙар. Братина кубогы уйындарында Сохатский 19 осрашыу уҙғара һәм шуларҙың алтауһында ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра, финалдың хәл иткес етенсе уйында ул бер шайба ла үткәрмәй. «Торос» икенсе тапҡыр кубокты еңә. Ә Владимир плей-офф уйындарының иң ҡиммәтле уйынсыһы тип билдәләнә. 2013/14 йылдар миҙгелендә «Торос» өсөн 36 уйын үткәрә. Братины кубогының 1/8 финалында дүрт осрашыу үткәрә һәм дүртеһендә еңә. Артабан ул уйнамай, сөнки Владимирҙы «Салауат Юлаев» саҡыртып ала. Киләһе ике миҙгелдә «Торос» өсөн ни бары туғыҙ уйын ғына уҙғара, плей-оффта бер осрашыу ҙа үткәрмәй.
Салауат Юлаев
үҙгәртергә2013/2014 йылдар миҙгелендә Владимир Сохатский «Салауат Юлаев» өсөн тәүге уйынын уҙғара. 2013 йылдың 13 декабрендә «Северсталь» менән уйында 1:4 иҫәбендә Алексей Волковты алмаштыра. Шул матчта ул 12 минут һәм 23 секунд боҙҙа була. Даими миҙгелдә ул 6 уйын уҙғара. Ә шул миҙгелдең плей-офф уйындарында ике тапҡыр Василевскийҙы уйын ваҡытында алмаштыра һәм бөтәһе плей-оффта 10 минуттан әҙерәк уйнай. Миҙгел тамамланғас Василевский Америкаға уйнарға китә, ә Сохатский команданың төп ҡапҡасыһы роле өсөн көрәшә ала ине. Владимир даими миҙгелдә 45 уйын үткәрә. 2014 йылды 14 сентябрендә «Амур» командаһына ҡаршы уйында ҡапҡаһын лигала үҙе өсөн тәүгегә ҡоро ҡалдыра. Гагарин кубогында Сохатский ҙа, команда ла уңышһыҙ сығыш яһайҙар — Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһына конференция сирекфиналында 1-4 иҫәбе менән серияла еңелә.
2015/2016 йылдар миҙгеле алдынан команданың составы күбеһенсә яңыртыла. «Салауат Юлаев» ике ҡапҡасы Никлас Сведберг һәм Рафаэл Хакимов менән килешеүҙәр төҙөй. Даими миҙгелдә Владимир 11 осрашыу үткәрә, шуларҙың етәүһендә уйында ҡапҡала башлай. Плей-офф уйындарында ул өс тапҡыр Сведбергты уйын ваҡытында алмаштыра. Владимир команда менән конференция финалына етә, Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалдарын еңә.
«Автомобилист»
үҙгәртергә2016 йылдың 11 май көнөндә Владимир Сохатский Екатеринбургтан «Автомобилист» хоккей клубына күсә, «Салауат Юлаев» уның өсөн ҡапҡасы Никита Циркуль һәм һөжүмсе Максим Аскаровты ала[1]. Владимир яңы клуб менән Тольятти ҡалаһында миҙгел алдынан үткән «Лада» кубогын еңә, ә үҙе турнирҙың иң яҡшы ҡапҡасыһы тип билдәләнә. 29 сентябрҙә Владимир «Автомобилист» өсөн тәүге рәсми уйын үткәрә. Шул көндә Екатеринбург командаһы Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубын (2:0) еңә, ә Сохатский «ҡоро» еңеү менән дебют яһай[2]. Шул миҙгелдә «Автомобилист» плей-офф уйындарына эләгә алмай, ә Владимир 11 тапҡыр ғына еңә.
2017/2018 йылдар миҙгелендә «Автомобилист» Көнсығыш конференцияһында бишенсе урынды ала, ә Гагарин кубогында тәүге раундта еңелеп ҡала. Владимир был миҙгелдә барыһы 13 уйында 4 еңеү яулай һәм икәүҙә ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. 2018 йылдың 16 май көнөндә Сохатский «Автомобилист» менән бер йылға яңы килешеү төҙөй[3]. 2018/2019 йылдарҙың КХЛ даими миҙгелендә Владимир 12 уйында ҡатнаша, 6 тапҡыр еңеү яулай һәм бер тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. «Автомобилист» тәүге тапҡыр Көнсығыш конференцияһында беренсе урынды яулай, ә Гагарин кубогының сирекфиналында «Салауат Юлаев» командаһына отолоп ҡала. Шулай уҡ ул Юғары хоккей лигаһында Учалынан «Горняк» хоккей клубы өсөн дүрт уйында ҡатнаша. 2019 йылдың 1 май көнөндә «Автомобилист» Владимир Сохатский менән бергә эшләмәү тураһында иғлан итә[4].
«Салауат Юлаев» системаһында (2019 йылдан алып)
үҙгәртергә2019 йылдың 1 июнендә «Салауат Юлаев» ҡапҡасы менән дауамы бер йыл булған ике яҡлы контракт төҙөй[5].
Ҡаҙаныштар
үҙгәртергә- Братина кубогы — 2012, 2013
- Братина кубогының иң ҡиммәтле уйынсыһы — 2013
- Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2014
- Рәсәй чепионатының бронза миҙалсыһы — 2016
- КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2014, 2016
- ЮХЛ иң яҡшы ҡапҡасыһы — 2011/2012
- ЙХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша — 2010
- ЙХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2009/2010
Статистика
үҙгәртергә- Һуңғы яңыртыу: 28 июль 2019
Иҫкәрмәләр: У — уйындар һаны, Е — еңеүҙәр, О — отолоуҙар, Мин — боҙҙа үткәргән минуттар һаны, ҮШ — үткәргән шайбалар, «0» — ҡоро уйындар һаны, ЫК — ышаныслыҡ коэффициенты, %КҠШ — кире ҡағылған шайбалар проценты
Даими миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Миҙгел | Команда | Лига | У | Е | О | Мин | ҮШ | «0» | ЫК | %КҠШ | У | Е | О | Мин | ҮШ | «0» | ЫК | %КҠШ |
2006/2007 | Салауат Юлаев-2 | Беренсе лига | 9 | 19 | 2.11 | — | — | — | — | — | — | — | — | |||||
2007/2008 | Салауат Юлаев-2 | Беренсе лига | 13 | 32 | 2.46 | — | — | — | — | — | — | — | — | |||||
2008/2009 | Салауат Юлаев-2 | Беренсе лига | 35 | 59 | 1.69 | — | — | — | — | — | — | — | — | |||||
2009/2010 | Толпар | ЙХЛ | 32 | 19 | 11 | 1808 | 68 | 4 | 2.26 | 91.2 | 2 | 1 | 0 | 103 | 5 | 0 | 2.31 | 89.4 |
2010/2011 | Торос | ЮХЛ | 10 | 1 | 2 | 295 | 15 | 0 | 3.05 | 88.7 | 1 | 0 | 0 | 34 | 1 | 0 | 1.72 | 95.2 |
2011/2012 | Торос | ЮХЛ | 32 | 17 | 6 | 1814 | 70 | 2 | 2.31 | 91.7 | 16 | 14 | 2 | 1000 | 26 | 1 | 1.56 | 94.3 |
2012/2013 | Торос | ЮХЛ | 47 | 27 | 11 | 2772 | 86 | 7 | 1.86 | 93.0 | 19 | 15 | 4 | 1142 | 30 | 6 | 1.58 | 93.6 |
2013/2014 | Торос | ЮХЛ | 32 | 19 | 7 | 1921 | 49 | 5 | 1.53 | 93.7 | 4 | 4 | 0 | 240 | 3 | 2 | 0.75 | 97.7 |
2013/2014 | Салауат Юлаев | КХЛ | 6 | 3 | 2 | 304 | 13 | 0 | 2.56 | 91.1 | 2 | 0 | 0 | 9 | 1 | 0 | 6.41 | 85.7 |
2014/2015 | Торос | ЮХЛ | 3 | 0 | 2 | 117 | 9 | 0 | 4.59 | 75 | — | — | — | — | — | — | — | — |
2014/2015 | Салауат Юлаев | КХЛ | 45 | 19 | 19 | 2359 | 103 | 2 | 2.62 | 90.7 | 5 | 1 | 4 | 295 | 13 | 0 | 2.64 | 92.1 |
2015/2016 | Торос | ЮХЛ | 6 | 4 | 2 | 359 | 12 | 0 | 2 | 92.7 | — | — | — | — | — | — | — | — |
2015/2016 | Салауат Юлаев | КХЛ | 11 | 3 | 6 | 541 | 31 | 0 | 3.44 | 87.6 | 3 | 0 | 0 | 83 | 6 | 0 | 4.31 | 82.9 |
2016/2017 | Автомобилист | КХЛ | 35 | 11 | 16 | 1854 | 75 | 4 | 2.43 | 92.2 | Команда плей-оффҡа эләкмәй | |||||||
2017/2018 | Автомобилист | КХЛ | 12 | 4 | 5 | 619 | 26 | 2 | 2.52 | 91.3 | 1 | 0 | 1 | 58 | 2 | 0 | 2.07 | 92 |
2018/2019 | Автомобилист | КХЛ | 12 | 6 | 5 | 633 | 29 | 1 | 2.75 | 89.5 | — | — | — | — | — | — | — | — |
2018/2019 | Горняк | ЮХЛ | 4 | 1 | 3 | 238 | 13 | 0 | 3.27 | 88.5 | — | — | — | — | — | — | — | — |
2018/2019 | Салауат Юлаев | КХЛ | ||||||||||||||||
2018/2019 | Торос | ЮХЛ | ||||||||||||||||
Бөтәһе ЙХЛ-да | 32 | 19 | 11 | 1808 | 68 | 4 | 2.26 | 91.2 | 2 | 1 | 0 | 103 | 5 | 0 | 2.31 | 89.4 | ||
Бөтәһе ЮХЛ-да | 134 | 69 | 33 | 7518 | 254 | 14 | 2.03 | 92.3 | 40 | 33 | 6 | 2417 | 60 | 9 | 1.49 | 94.4 | ||
Бөтәһе КХЛ-да | 121 | 46 | 53 | 6314 | 277 | 9 | 2.63 | 90.9 | 11 | 1 | 5 | 446 | 22 | 0 | 2.96 | 90.5 |
Шәхси тормошо
үҙгәртергәВладимир Сохатскийҙың ҡатыны Вера бар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Владимир Сохатский — Eliteprospects.com сайтында статистикаһы (инг.)
- КХЛ сайтында профиле
- ЮХЛ сайтында профиле
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Владимир Сохатский Өфөнән китә(недоступная ссылка)
- ↑ Шайбы Тичара и Голышева помогли "Автомобилисту" всухую обыграть "Магнитку"
- ↑ Сохатский «Автомобилист» менән яңы контракт төҙөй . KHL Media Team (16 май 2018).
- ↑ Изменения в команде и тренерском штабе ХК “Автомобилист”
- ↑ Трансферные новости системы ХК «Салават Юлаев»
Үткән: Станислав Голованов |
Братина кубогы өсөн плей-оффта иң ҡиммәтле уйынсы: Владимир Сохатский |
Киләһе: Константин Макаров |
Үткән: Александр Судницын |
ЮХЛ миҙгелендә иң яҡшы ҡапҡасы: Владимир Сохатский |
Киләһе: Владимир Ковач |