Василевский Андрей Леонидович

совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005)

Василевский Андрей Леонидович (21 июль 1966 йыл) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005)[2]. «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2022).

Василевский Андрей Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 21 июль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй
Өфө, РСФСР, СССР
Балалары Василевский Андрей Андреевич
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы ҡапҡасы[d]
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Спорт командаһы ағзаһы Салауат Юлаев хоккей клубы
Масса 218 фунт
Спорт төрө Шайбалы хоккей[1]
Бейеклеге/буйы 176 сантиметр

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Леонидович Василевский — профессиональ хоккей ҡапҡасыһы. Ул 1966 йылдың 21 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. «Салауат Юлаев» СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В. И. Воробьёв). 1983—1989 һәм 1999—2001 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн уйнай, әммә киң билдәлелекте Төмән ҡалаһының «Рубин» командаһы өсөн уйнаған саҡта яулай. 2005 йылдан алып «Салауат Юлаев» СДЮСШОР-ының тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2010 йылдан башлап «Толпар» йәштәр командаһы (Өфө) тренеры һәм Рәсәйҙең сурдлимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры[2],[3][4] . Шул уҡ ваҡытта уның ике улы үҫеп етә — 1993 йылғы Алексей һәм 1994 йылғы Андрей. Икеһе дә «Салауат Юлаев» хоккей секцияһында шөғөлләнә башлай. Башта икеһе лә һөжүмсе позицияһында уйнайҙар, әммә һуңыраҡ өлкән улы Алексей — һаҡсы, ә кесе улы Андрей — ҡапҡасы позицияһын һайлайҙар. Василевский А. Л. һаҡсы булараҡ 1983—1987 йылдарҙа — «Авангард», 1987—1989 — «Салауат Юлаев» (Өфө), 1989/1990 — «Торпедо» (Нефтекама), 1999—2001 — «Салауат Юлаев» (Өфө), 1990—1992 -«Кедр» (Томск), 1992—1998 — «Рубин» (Төмән), 1999 «Северсталь» (Череповец) хоккей клубтары өсөн уйнай[5].

Сығыштар статистикаһы

үҙгәртергә
Сезон Команда Лига Регуляр сезон Плей-офф
И В П Н+ОТ Мин ГП СИ ГПС И В П Н+ОТ Мин ГП СИ ГПС
1994/95 Рубин МХЛ 32 - - - - 116 - - - - - - - - - -
1995/96 Рубин МХЛ 46 - - - - 134 - - - - - - - - - -
1995/96 Рубин МХЛ кубогы 8 - - - - 17 - -
1996/97 Рубин Суперлига 39 - - - - 98 - - 5 - - - - 17 - -
1997/98 Рубин Суперлига 24 - - - - 70 - - - - - - - - - -
1998/99 Северсталь Суперлига 8 - - - - 23 - - - - - - - - - -
1998/99 Рубин Суперлига 22 - - - - 56 - - - - - - - - - -
1999/00 Салауат Юлаев Суперлига 35 - - - - 86 - - - - - - - - - -
2000/01 Салауат Юлаев Суперлига 43 - - - - 104 - - - - - - - - - -
2001/02 Газовик Юғары лига 38 - - - - 89 - - - - - - - - - -
2002/03 Нефтяник Юғары лига 13 - - - - 27 - - - - - - - - - -

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[2]

үҙгәртергә
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2022)[6].
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005);
  • Сурдлимпия уйындарының көмөш призеры (2003);
  • Сурдлимпия уйындарының бронза призёры (2007);
  • Үҫмерҙәр араһында СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1983);
  • РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1981);
  • СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982).
  • Ветерандар араһында донъя чемпионы (2004);
  • Ишетеү буйынса инвалид-спортсылар араһында Европа чемпионы (2004).
  • Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (20022007).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә