Тимер (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Тимер — башҡорт ир-ат исеме, башҡа мосолман халыҡтарында ла ҡуллыныла.
Этимологияһы
үҙгәртергәТимер башҡорт телендә «тимер» һүҙенән тимер һымаҡ ныҡ булһын тигән теләк менән ҡушылған исем[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәАҡһаҡ Тимер, Тимер ибн Тарағай Барлас (рус. Тиму́р; Тамерлан) — (8 апрель[2][3] 1336 йыл, Хужа Илгәр ауылы, хәҙерге Үзбәкстан — 18 февраль 1405 йыл, Отрар, хәҙерге Ҡаҙағстан; чагатай телендә تیمور (Temür, Tēmōr) — «Тимер») — Урта, Көньяҡ һәм Көнбайыш Азия, шулай уҡ Кавказ, Волга буйы һәм Русь тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес, яулап алыусы. Атаҡлы йыhангир, әмир (1370 йылдан). Баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд булған империяға һәм Тимериҙәр династияһына нигеҙ һалыусы.
Тимер Арыҫлан (тулы исеме — Арыҫланов Тимер Гәрәй улы; 1 май 1915 йыл — 19 март 1980 йыл) — башҡорт шағиры. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939 — 1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (31 март 1914 йыл — 17 июль 2011 йыл) — тарихсы-ғалим, совет комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры.
Фамилияла
үҙгәртергәТимеров Азамат Камил улы (14 февраль 1969 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).
Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы (21 апрель 1971 йыл) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006).
Ауылдар
үҙгәртергәТимер (рус. Тимирово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл.
Тимер (рус. Тимирово) — Башҡортостан Республикаһының Шаран районындағы ауыл.
Тимер (рус. Тимирово) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.
Әҙәбиәттә
үҙгәртергә«Тимер ташҡын» - совет яҙыусыһы, беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943), Александр Серафимович Серафимовичтың повесы.
Тимер бүре - тылсымлы әүермән-бүре рәүешендәге Көнсығыш Европа фольклор персонажы.
Сәнғәттә
үҙгәртергә«Тимер ташҡын» - (рус. Железный поток) — төҫлө нәфис киң форматлы совет фильмы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәТиме́р - химик элементтарҙың периодик системаһында һигеҙенсе төркөмдөң өҫтәмә төркөмсә, дүртенсе периодындағы 26-сы химик элемент.
Тимертау - (рус. Темирта́у, ҡаҙ. Теміртау) — Ҡаҙағстандағы ҡала.
Тимер-бетон - бетондан һәм ҡоростан торған төҙөлөш композицион материалы.
Тимериҙәр (Тимуридтар) - Мәүрәннәһр һәм бөгөнгө Иран, Ираҡ биләмәләрендә 1370-1507 йылдарға тиклем хакимлыҡ иткән урта быуат төрки династия.
Тимер быуат - кешелек тарихының тәүтормошондағы беренсе синыфтар барлыҡҡа килгән осоро, тимер эшкәртеүҙең таралыуы һәм тимер ҡоралдар эшләү менән билдәләнә.
Тимер Еңгәй — Рәсәйҙәге йылға.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Жан-Поль Ру. Тамерлан. М., 2005
- ↑ Джастин Мароцци. Тамерлан: Завоеватель Мира. М., 2008
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |