Тимер бүре — тылсымлы әүермән-бүре рәүешендәге Көнсығыш Европа фольклор персонажы.

Тимер бүре
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Тимер
Является символом Вильнюс

Литвала бүре Вильнюсҡа нигеҙ һалыу тураһындағы риүәйәттә һүрәтләнә, бында уның ныҡлығы күрһәтелә. Тимер бүре бөйөк кенәз Гедиминға төшөндә инә[1], өҫтәүенә, мәжүси ҡанбаба Лиздейка Тимер бүрегә буласаҡ яҡын барғыһыҙ һарай кәүҙәләнеше булараҡ аңлатма бирә[2] (әлеге риүәйәт Литва баш ҡалаһындағы Гедимин һәйкәлендә кәүҙәләндерелгән).

Ҡала нигеҙ һалыу тураһындағы риүәйәттә кенәз һунарҙан һуң Вильня йылғаһы янындағы убала төнгә туҡтағанда күргән төшө тураһында бәйән итә:

Һәм шунда, Кривая, ә хәҙерге ваҡытта Лысая, тип аталған тау башында ул төш күрә: ҙур тимер бүре тора һәм уның эсендә нимәлер олой, әйтерһең, йөҙ бүре олой. Йоҡонан айнығас, ул бөркөт ояһында табылған һәм кенәз Гедиминдың волхвы һәм иң юғары мәжүси попы булған Лиздейко исемле волхвына әйтә: «Күрҙем мин мөғжизәле төш»; һәм төшөмдә нимә күргәнемде бөтәһен дә әйттем. Ә теге Лиздейко волхв батшаға әйтә: «Бөйөк кенәз, тимер бүре — баш ҡалаға ишара, ә эсендәге олоу — уның даны бөтә донъяға тараласағын күрһәтә». Һәм бөйөк кенәз Гедимин иртәгәһенә үк, ҡайтмайынса, кеше артынан ебәргән һәм һарайға нигеҙ һалған: береһе, Түбәнге, Свинторогта, ә икенсеһе — хәҙер Лысая тип йөрөтөлгән, Кривая тауында, һәм уларға Вильно исемен биргән.

— Быховец хроникаһы — «РОД ВЕЛИКИХ КНЯЗЕЙ ЛИТОВСКИХ, ИЗ ПОКОЛЕНИЯ И ИЗ РОДА... »[3]

«Тимер бүре» исеме менән А. Вольдемарастың нацистар ойошмаһы аталған, был ойошма 1934 йылда фетнә ҡуптарырға маташа[4], шулай уҡ Литва Юғары Советының заманса мотоуҡсылар бригадаһы Тимер бүре исемен йөрөтә.

Украин әкиәттәрендә Тимер бүре көс-ҡөҙрәтте, рыцарлыҡты, ҡаһарманлыҡты кәүҙәләндерә һәм үгәйһетелгәндәргә ярҙамға килә[5].

Белоруссияла Тимер бүре полоцк кенәзе Всеслав менән тиңләштерелә[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә