Назар Нәжми

Башҡортостандың халыҡ шағиры
(Нәжми Назар битенән йүнәлтелде)

Назар Нәжми (тулы исеме — Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов, 5 февраль 1918 йыл — 6 сентябрь 1999 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI һәм VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1978), I (1985) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм "Почёт Билдәһе" (1999) ордендары кавалеры.

Исеме:

Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов

Псевдонимдары:

Назар Нәжми

Тыуған көнө:

5 февраль 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы[1]
Миңеште ауылы

Вафат булған көнө:

6 сентябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)

Вафат булған урыны:

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғырҙар, поэмалар

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт, татар

Премиялары:
РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы — 1982
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Октябрь Революцияһы ордены — 1978 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1968
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Почёт ордены — 1999

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште[1] ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡырға инә. Өсөнсө курстан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына һәм миҙалдарға лайыҡлы була.

Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре «Беренсе йыр» (1938), «Икенсе йыр» (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда «Октябрь» журналында «Ауыл эскиздары» исемле шиғырҙар циклы сыға.

1950 йылда Назар Нәжмиҙең «Тамсылар» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан «Тулҡындар», «Көтөлмәгән ямғыр», «Ер һәм йыр», «Шиғырҙар һәм поэмалар» тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада» тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған «Дуҫ тураһында ун бер йыр», «Күлдәк», «Иблес», «Урал» исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.

Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус телендә баҫылып сыҡты.

Назар Нәжми выждан һәм тәрән аҡыл тойғоларын уятҡан ҡыҙыҡлы драматург булараҡ та сығыш яһаны. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары менән дә шулай булды. Улар барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Назар Нәжми башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты.

1944 йылдан КПСС, 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Назар Нәжми 1999 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тамсылар. Шиғырҙар. Өфө. 1950.
  • Лирика. Москва, «Молодая гвардия». 1954.
  • Тулҡындар. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1955.
  • Һиндостан сәхифәләре. Юл яҙмалары. Өфө.1960.
  • Көтөлмәгән ямғыр. Шиғырҙар. Өфө.1960.
  • Яҙғы йыр. Пьеса. Өфө.1961.
  • Ер һәм йыр. Шиғырҙар. Өфө.1961.
  • Открывающий ворота. М, Детгиз, 1963.
  • Мои звезды. Стихи и поэма. Уфа. 1963.
  • Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1964.
  • Көҙгө һуҡмаҡтар. Шиғырҙар. Өфө. 1967.
  • Һайланма әҫәрҙәр. Өфө. 1968.
  • Березы. Стихи. Уфа. 1969.
  • Осенние тропы. Москва, «Советский писатель». 1969.
  • Ҡарҙар яуа. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1971.
  • Яҡтылыҡ юғарынан төшә. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, иҫтәлектәр, әҙәби портреттар. Өфө, 1972.
  • Көтмәгәндә. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1973.
  • Вслушиваясь в тишину. Стихи и поэмы. Москва, «Советская Россия». 1973.
  • Спасибо этому дому. Стихи и поэмы. Москва, «Советский писатель». 1974.
  • Всегда под звездами. Стихи и поэмы. Москва, «Современник». 1975.
  • Дыхание. Лирика. Уфа. 1976.
  • Әҫәрҙәр. I том. Шиғырҙар. Өфө. 1977.
  • Әҫәрҙәр. II том. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1978.
  • Әҫәрҙәр. III том. Пьесалар. Өфө. 1978.
  • Тарафтар. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1980.
  • Приглашение другу. Стихи и поэмы. Москва, «Советская Россия». 1981.
  • Стороны. Стихи, поэма. Москва, «Советский писатель». 1982.
  • Кем уйлаған. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре. Өфө. 1983.
  • Яҡты күҙҙә. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1984.
  • Атай йорто. Шиғырҙар. Өфө. 1988.

Шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар

үҙгәртергә

Тормошо һәм ижады хаҡында

үҙгәртергә
  • Әхмәтйәнов К.Ә. Н.Нәжми — шиғыр оҫтаһы. Монография. Өфө, 1974 й., 167 бит.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Назар Нәжми. — «Ағиҙел», 2002 й., № 11, 170-179-сы биттәр.
  • Мостай Кәрим. Шағир юлда (Баш һүҙ). — Н.Нәжми. Шиғырҙар һәм поэмалар.Өфө. 1964.
  • Ҡәҙим Аралбай. Әҙәбиәтебеҙҙең арҙаҡлы аҡһаҡалы. — «Йәшлек» гәзите, 1993 й., 11 февраль.
  • Мусин Н. С. Моң. — Ихлас күңелдән һөйләшеү. Өфө, 1990 й., 13-30-сы биттәр.
  • Асанбаев Н. В. Тауҙар бейек. — «Ағиҙел», 2000 й., № 11, 130-137-се биттәр.
  • Левшин И. Сосед по огню. — «Литературная Россия» — 1982 г., 10 декабря.
  • Хәбиров Ә.Х. Поэтик бейеклектәрҙе яулап. — «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1982 й., № 4, 37-40-сы биттәр.
  • Хәбиров Ә.Х. Назар Нәжмиҙең «Ике Зөләйха» поэмаһында шәхес, ғаилә һәм әхлаҡ мәсьәләләре. — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 1998 й., № 2, 30-35-се биттәр.
  • Кинйәбулатов И. Л. Төштәремә керҙе Ваҡыт… — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 5 февраль, № 23.
  • Кинйәбулатова К. К. Моңло йыр өҙөлдөмө ни? — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 5 февраль, № 23.
  • Хәмиҙуллина М. Йәшәү хәҡиҡәте. — «Ағиҙел», 1998 й., № 2, 25-30-сы биттәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993)
  • РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982)
  • БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1978)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1968),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1999)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтарҙа

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә