Татарстан — Яңы Ғасыр
Татарстан — Яңы Быуат (татар. Татарстан — Яңа Гасыр) — Татарстандың ике дәүләт телендә тапшырыусы телерадиокомпанияһы. Уның составына Татарстандың берҙән-бер юлдаш каналы — ТНВ, «Болғар радиоһы» (2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем — «Яңы ғасыр» радиоһы), «Love-радио» радиоһының Ҡазан филиалы, «На волне Татарстана — Татарстан дулҡынында» гәзите инә. 2012 йылдың 15 июненән яңы «ТНВ—Планета» каналы тәҡдим ителде. Өфөлә хәбәрсе пункты эшләй.
Татарстан — Яңы Быуат | |
татар. Татарстан — Яңа Гасыр, рус. Татарстан — Новый Век | |
Ил | |
---|---|
Тапшырыу зонаһы | |
Эшләй башланған ваҡыт | |
Сайт |
Тарих
үҙгәртергә- Асыҡ акционер йәмғиәте 2001 йылдың 17 майында теркәлде.
- Канал 2002 йылдың 26 авгусында эшләй башланы.
Логотибы
үҙгәртергәТелеканал үҙенең эшмәкәрлек осоронда логотибын алмаштырҙы, хәҙергеһе — икенсеһе.
- 2002 йылдың 26 авгусынан 2007 йылдың 2 сентябренә тиклем логотип өс хәрефле ТНВ яҙыуынан — симметрия һыҙыҡтары күк, ә логотип үҙе 30 процентҡа тиклем аҡ төстә үтә күренмәле ине һәм ул экрандың өҫкө һул мөйөшөндә торҙо.
- 2007 йылдың 3 сентябренән хәҙерге ваҡытҡа тиклем логотип өс йәшел таҫманан тора (һәр таҫма үҙенә айырым йәшел төҫмөргә эйә), унда «ТНВ», аҫтағы өлөштә «ТАТАРСТАН» һүҙҙәре яҙылған. Ул экрандың өҫкө уң мөйөшөнә ҡуйылған.
Программала
үҙгәртергәАудитория
үҙгәртергәТелеканалдың потенциаль аудиторияһы — 35 миллион кеше. Ер юлдашы аша ТНВ Рәсәй төбәктәренә, БДБ илдәренә, Азия менән Европа илдәренең күпселегенә үҙ сигналын тарата.
Һылтамалар
үҙгәртергә- Интернет сайт 2011 йыл 2 сентябрь архивланған.