Намаҙҙар

Намаҙ төрҙәре
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Исламда намаҙ (рус. Исламская молитва (намаз)) — намаҙ ваҡытҡа ҡарап, килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғаларға бәйле төрлө формаларҙа уҡыла. Намаҙҙарҙың күпселеге ике рәкәғәттән торһа ла, бағышланылышына ҡарап, рәкәғәттәр иҫәбендә айырыуса ныҡ айырыла. Ғәҙәти рәкәғәттәре булмаған берҙән-бер намаҙ — ул йыназа, ул аяғөҫтө тороп, доғалар араһында ҡулдарҙы күтәреп, тәкбир әйтеүҙән тора.

Көн һайын биш тапҡыр намаҙ уҡыу

үҙгәртергә
 
     Иша, Йәстү намаҙы      Фәжер, Иртәнге намаҙ      Ҙүхри, Өйлә намаҙы      Ғаср, Икенде намаҙы      Мәғриб, Аҡшам намаҙы

Мосолмандарҙың тәүлек ваҡытына ҡарап көн һайын ҡылған биш намаҙы иң мөһимдәре һәм билдәлеләре булып тора. Был намаҙҙарҙы уҡыу бәлиғ булған һәр мосолман-мөслимәнең бурысы булып тора.

  1. Фәжер(ғәр. فجر‎, сабах — ҡояш сыҡҡанға тиклем уҡыла торған иртәнге фарыз намаҙ. 2 рәҡәғәтле.
  2. Ҙуһри (ғәр. ظهرөйлә намаҙы — ҡояш зениттан ауалай башлағандағы, төшкө фарыз намаҙ.
  3. Ғаср (ғәр. عصر‎, икенде — эңер алдынан, предметтарҙың күләгәһе үҙҙәренән ике тапҡырға оҙонайғас, уҡыла торған фарыз намаҙ — 4 рәҡәғәтле.
  4. Мәғриб (ғәр. مَغْرِب‎, аҡшам — ҡояш байығас, шәфәҡ яҡтыһы бөткәнсе уҡыла торған 3 рәҡәғәтле фарыз намаҙ.
  5. Иша (ғәр. عشاء‎ «киске аш ваҡыты»), йәстү намаҙы — 4 рәҡәғәтле төнгө фарыз намаҙ. Намаҙ ҡояш байығандан һуң шәфәҡ һүнгән ваҡытта башлана һәм таңға тиклем дауам итә (ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, йәстү төн уртаһында тамамлана).

Фарыз намаҙҙар

үҙгәртергә

Фарыз намаҙҙар — мосолмандарҙың мотлаҡ үтәлергә тейешле бурысы һәм уларҙың үтәлмәүе өсөн гонаһ иҫәпләнә.

Йыназа намаҙы

үҙгәртергә

Йыназа намаҙы (ғәр. صلاة الجنازة‎ — мәрхүмде ерләр алдынан башҡарылған доға. Мәрхүм мосолман өсөн йыназа намаҙын үтәү — коллектив бурыс, әгәр йәмәғәттән бер мосолман да уны башҡармаһа, бөтәһенә лә гонаһ яҙыла[1]..

Йома намаҙы

үҙгәртергә

Йома намаҙы (ғәр. صلاة الجمعة‎ — «йәмиғ намаҙы», «йома намаҙы») — өйлә намаҙы урынына йәмиғ мәсәтендә уҡыла торған ике рәкәғәтле йәмәғәт намаҙы.

Ғәйет намаҙы

үҙгәртергә

Ғәйет намаҙы (ғәр. صلاة العيد‎ — «байрам намаҙы»),— Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамдарында ҡояш ҡалҡҡандан һуң ярты — бер сәғәт үткәс башҡарыла торған ике рәкәғәтле байрам намаҙы. Ирҙәргә һәм ҡатын- ҡыҙҙарға байрам намаҙын мәсеттә уҡыу яҡшы.

Сөннәт намаҙҙар — мосолмандың мотлаҡ булмаған һәм үтәлмәгән өсөн мосолманға гонаһ һалынмаған намаҙҙар.

Дүртенсе (аҡшам) һәм бишенсе (йәстү) намаҙҙар араһында ҡылынған сөннәт намаҙ. Рәҡәғәттәр һаны: теләк буйынса 6-нан 20-гә тиклем[2][3].

Витр (ғәр. وتر‎ — «таҡ һанлы намаҙ») — йәстүҙән һуң уҡыла торған 3 рәҡәғәтле сөннәт намаҙ. Рамаҙан айында тәрәүих намаҙынан һуң һуңғы рәҡәғәтендә Ҡонот доғаһы ҡушып уҡыла. Ҡайһы бер ислам ғалимдары (башлыса хәнәфиҙәр) уны мотлаҡ (вәжиб) тип һанаған[4].

Тәһәрәт намаҙы, вуду (ғәр. صلاة الوضوء‎) мәкруһ ваҡыт ҡына булмаһа, ритуаль тәһәрәт алыныу менән уҡыла торған намаҙ (тәндәге һыу кипмәҫ элек); ул ике рәкәғәттән тора[5]..

Духа (ғәр. ضحى‎ — Ҡояш тулыһынса сыҡҡас уҡыла торған сөннәт намаҙ. Намаҙ ваҡыты төшкә тиклем дауам итә[6].

Рәҡәғәттәр һаны 2-4. Ҡояш тулыһынса сыҡҡас, 15—20 минуттан уҡыла[7]. [8]

Күсүф менән Хүсүф

үҙгәртергә

Күсүф (ғәр. كسوف‎) — «Ҡояш тотолоуы», Хүсүф (ғәр. خسوف‎) — «Ай тотолоуы» — ваҡытында башҡарылған күмәк намаҙ[9].. Күсүф менән Хүсүф намаҙҙары күк есемдәре тотолғандан алып күк йөҙө яҡтырғанға тиклем башҡарыла[10]..

Истисҡа (ғәр. اِسْتِسْقَاء‎ — ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр теләү намаҙы.

Истихара

үҙгәртергә

Истихара (ғәр. اِسْتِخَارَة‎ . Истихара намаҙы дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙә ярҙам һорап башҡарылған ике рәҡәғәтлек сөннәт намаҙы[11]..

Рәтибәт намаҙы (ғәр. ‎ фарыз намаҙҙарға тиклем һәм һуңынан уҡыла торған 2 рәҡәғәт сөннәт намаҙҙар[12].. Түбәндә таблицала һәр доға алдынан һәм унан һуң уҡыла торған рәтибәт-намаҙ рәҡәғәттәре һаны килтерелгән.

Рәҡәғәттәр һаны таблицаһы
Фажиғә Зөһрә Аср Мәғриб Иша
Фарыз намаҙға тиклем 2 2, 4 2, 4 0 2
Фарыз намаҙҙан һуң 0 2, 4 0 2 2

Тәсбих намаҙы (ғәр. تسبيح‎) эшләнгән гонаһ өсөн тәүбә итеү намаҙы[13].

Тәүбә намаҙы (ғәр. توبةнәфел намаҙы кеүек 2 рәҡәғәт итеп уҡыла. «Әл-Фатиха» сүрәһенән һуң теләгән бер сүрәне уҡыйҙар[14].. .

Тәһәжжүд

үҙгәртергә

Тәһәжжүд (ғәр. تهجُّد‎), Тәрәүих (ғәр. قيام الليل‎ — йәстүҙән һуң уҡыла торған төнгө намаҙ. Рамаҙан айында уҡылғаны — тәрәүих (ғәр. تراويح‎). Тәрәүих витр алдынан уҡыла[15]..

Тәхиәт әл-мәсет

үҙгәртергә

Тәхиәт әл-мәсет (ғәр. تحية المسجد‎ — ишек төбөндә уҡылған «мәсет сәләмләү» намаҙы[16].

Хәжәт намаҙы (ғәр. حاجة‎ — берәй эш килеп сыҡһын өсөн йә ауырлыҡты еңеп сығыуҙы һорап уҡылған намаҙ. Был намаҙҙа мосолмандар Аллаһтан ауырлыҡтарҙан, тормош проблемаларынан һәм уңышһыҙлыҡтарҙан ҡотолдороуын һорай. Намаҙ мотлаҡ төнгө намаҙҙан һуң башҡарыла һәм 2, 4 йәки 12 ракааттан тора[17]..

Доға ҡылыу формалары

үҙгәртергә

Шәхси намаҙ

үҙгәртергә

Шәхси намаҙҙы ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа башҡара.

Ҡатын-ҡыҙ намаҙы

үҙгәртергә
 
Ҡатын-ҡыҙҙар коллектив намаҙы

Ҡатын-ҡыҙ намаҙы ирҙәрҙекенән бер аҙ айырылып тора. Ғәүрәт мотлаҡ ҡаплаулы булырға тейеш. Айырмалыҡтар:

  • Руҡуғта һәм сәждәлә ҡорһағын янбаштарына яҡыныраҡ тота һәм шулай уҡ терһәктәрен тәненә ҡыҫа.
  • Доғаларҙы тауышланып уҡығанда ҡатын-ҡыҙҙар тауышын күтәрмәй[18].
  • Әл-Фатиха сүрәһен уҡығанда ҡатындар бер усын икенсеһе өҫтөнә ҡуйып, түшенә һала.
  • Руҡуғ эшләгәндә ҡул ҡатын-ҡыҙҙар арҡаһын һәм тубығын бер аҙ бөгәләр, бармаҡтарын тубыҡ өҫтөнә йәйеп һалмайҙар[19].
  • Әгәр ҙә имам намаҙ ваҡытында хата эшләһә, ул бер ни ҙә әйтмәйенсә, ҡулын сәпелдәтеп алырға тейеш[20]..

Йәмәғәт намаҙы

үҙгәртергә

Йәмәғәт намаҙы (ғәр. صلاة الجماعة‎ — коллектив намаҙ уҡыу фарызға тиңләштерелгән сөннәт[21].. Ир-егеттәр өсөн мәсеттә намаҙ уҡыу шәхси намаҙға ҡарағанда 27 тапҡырҙан ашыуға сауаплыраҡ[22], ә ҡатын-ҡыҙ өсөн өйҙә уҡыған намаҙ сауаплыраҡ[23].

Ҡәсер намаҙ (ғәр. قصر الصلاة‎ — « доға») — ҡыҫҡартылғаннамаҙ, кеше юлда саҡта ҡулланылған ике намаҙҙы берләштереү[24]..

Хәүеф намаҙы

үҙгәртергә

Хәүеф намаҙы (ғәр. خوف‎ — « ҡурҡыу») — коллектив намаҙ формаһы, доға ҡылыусыларҙың ике төркөмө сиратлап имам артынан күмәк намаҙ ҡыла. Мөхәммәт Пәйғәмбәр тәүге тапҡыр Үхүд һуғышы алдынан ҡуллана. Хәүеф намаҙы йыртҡыстар һөжүм итеү ҡурҡынысы янағанда, вулкан атылғанда, ер тетрәгәндә, һыу баҫҡанда башҡарыла. Ҡурҡыныс янағанда ҡылынған намаҙҙа хаталар иғтибарға алынмай[25].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Джаназа-намаз. Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано 24 май 2014 года.
  2. Аввабин. ДУМ Чувашской Республики. Дата обращения: 22 апрель 2013. Архивировано 1 февраль 2012 года.
  3. Вопросы, связанные с намазом. Медресе (2011-28-07). Дата обращения: 22 апрель 2013. Архивировано 22 апрель 2013 года.
  4. Способы совершения молитвы «Витр». Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано 3 июль 2013 года.
  5. Нафиль намазы 2011 йыл 28 декабрь архивланған.
  6. Духа 2012 йыл 1 февраль архивланған.
  7. Ишрак. Namaz.uz. Дата обращения: 25 май 2013. Архивировано 8 май 2013 года. 2013 йыл 28 май архивланған.
  8. Хадис: Кто выполнит утренний намаз (фаджр) с группой, и продолжая сидеть на том же месте, читает зикр до восхода Солнца, а потом выполнит два ракаата намаза-ишрак, тот получит награду как за хадж и умру

    — передал Тирмизи

  9. Салят аль-кусуф (молитва при затмении). Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. ВНИМАНИЕ! Полное лунное затмение 15 июня 2011 года 2015 йыл 14 сентябрь архивланған.
  11. Что такое истихара? AskImam.ru. Дата обращения: 8 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 17 август 2013 года.
  12. Не упустите своё вознаграждение! Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано 1 ноябрь 2011 года.
  13. Намаз-тасбих. Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано 12 ноябрь 2011 года.
  14. Намаз ат-тасбих и намаз ат-тауба 2014 йыл 27 июль архивланған.
  15. Таравих намаз
  16. Приветственная молитва. Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 17 август 2011 года. 2011 йыл 17 август архивланған.
  17. Приветственная молитва. Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 17 август 2011 года. 2011 йыл 17 август архивланған.
  18. Намаз женщины. Дата обращения: 26 ноябрь 2011. Архивировано 9 октябрь 2015 года.
  19. Намаз женщины. Дата обращения: 26 ноябрь 2011. Архивировано 15 ноябрь 2011 года.
  20. Голос женщины и пение. darulfikr.ru. — «Пророк С.А.С. сказал: «Произнесение тасбиха — это для мужчин, а хлопок в ладоши — для женщин» (имеется в виду, что, если имам сделал ошибку в молитве, мужчины должны привлечь внимание имама словами «СубханАллах», а женщине следует хлопнуть в ладоши). (Фатх аль-Кадир, 1/260).» Дата обращения: 25 май 2013. Архивировано 12 май 2013 года.
  21. Джамаат намаз (намаз в коллективе). Дата обращения: 26 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 1 декабрь 2011 года. 2011 йыл 1 декабрь архивланған.
  22. Мухаммад Гаджиев аль-Инчхи. Коллективный намаз. Islamdag.ru (3 октябрь 2009). — «Вознаграждение за намаз, выполненный коллективно, в 27 раз больше, чем за намаз, выполненный по отдельности.» Дата обращения: 25 май 2013. Архивировано 26 март 2010 года.
  23. Кулиев Э. Брак и семья. Guliyev.org (5 апрель 2005). — «Женщинам желательно совершать обязательные и все остальные намазы дома.» Дата обращения: 25 май 2013. Архивировано 14 май 2013 года. 2013 йыл 14 июнь архивланған.
  24. Объединение молитв, его виды и степени. 2015 йыл 18 май архивланған.
  25. Булуг аль-Марам, Книга 2: Намаз, «Глава 13: Намаз во время опасности». Дата обращения: 14 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә