Рәкәғәт
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Рәҡәғәт (ғәр. ركعة) — намаҙ уҡығандағы һүҙҙәр һәм хәрәкәттәр тәртибе. Рәҡәғәттәрҙең ике төрө бар — фарыз һәм сөннәт. Нәфел намаҙҙарында рәҡәғәттәр ирекле.
Башҡарыу тәртибе
үҙгәртергәФарыз рәҡәғәттәрҙең сөннәттән айырмаһы бар. Сөннәт рәҡәғәттәрҙә Ҡөрьән сүрәләре күңелдән генә, тауышһыҙ уҡыла. Фарыздың ике рәҡәғәтендә, бары өйлә менән икенденән башҡа, Ҡөрьән сүрәләре тауыш менән уҡыла.
Балиғ булған сәләмәт кеше юлда булмаһа йә башҡа ғәфү итерлек сәбәптәр булмаһа, фарызды ла, сөннәтте лә үтәргә тейеш.
Һәр рәҡәғәт бер тапҡыр билдән бөгөлөүҙән һәм ике сәждәнән тора.
Биш фарыз намаҙҙа рәҡәғәттәр һаны төрлө (2 — 4). Рәҡәғәткә инә:
- Тәкбир; был ваҡытта намаҙ уҡыусы баҫып тора, ирҙәр баш бармаҡтарын ҡолағына тейҙерә, ә ҡатын-ҡыҙ ҡулдарын яурын тәңгәленә күтәрә[1].
- Фатиха сүрәһе уҡыла. Уҡый башлар алдынан: әғүҙү билләһи минә шайтан рәжим тип әйтергә кәрәк (Рәхмәттән һөрөлмөш шайтандың яуызлығынан Аллаһы тәғәләгә һығынамын)
- билдән бөгөлөү (руҡуғ). Эйелерҙән алда «Аллаһу әкбәр» тип, эйелгән саҡта өс тапҡыр «субхәнә рабби әл-ғәҙим» тип әйтелә
- сәждә, ҡабат теҙгә ултырып, йәнә сәждә ҡылыу[2].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Боголюбов А. С. ас-Салат // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 204.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә