Сөннәт (фарс. سنت сүннәт, ғәр. سنة‎ «сүннәһ», башҡ. сөннәт) — ислам хоҡуғында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең әйткән һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре, йәғни хәҙистәре[1]. Ул шәриғәттә Ҡөрьәндән һуң икенсе урында тора. Пәйғәмбәр сөннәтте теп-теүәл үтәргә ҡушҡан.

Сөннәт
Рәсем
Этнохороним Sunit
Автор Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле

Сөннәт өйрәтеү мосолмандарҙың дини белем алыуының мөһим өлөшө булып тора. Бер ислам хоҡуҡ белгесе лә (факиһ), сөннәт буйынса белеме етерлек түгел икән, ислам хоҡуғы өлкәһендә абруйлы булып һанала алмай[2].

Сөннәттең икенсе төрлө мәғәнәһе — ул мотлаҡ булмаған, ләкин хупланған эш. Риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәд (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) эшләгән ғәмәлдәр («меиб»). Сөннәт ике өлөштән тора:

Сөннәт һәм Ҡөрьән

үҙгәртергә

Сөннәт һәм Ҡөрьәндең бәйләнеше мәсьәләләре дин нигеҙе буйынса яҙылған хеҙмәттәрҙә мөһим урын алып тора. IX—X быуаттарҙа фиҡһ нигеҙҙәре буйынса хеҙмәттәрҙә Ҡөрьән һәм Сөннәттән башҡа сығанаҡтарҙы ҡулланыу мөмкинлеге мәсьәләләре тикшерелә.

Сөннәт Коръәндә «хикмәт» һүҙе аҫтында телгә алына. Шулай уҡ унда Пәйғәмбәргә буйһоноу, эйәреү, уға ҡаршылашмау әмерҙәре бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәрәп телендәге سنة «сүннәһ» һүҙе уның اثنان «итнәни» («иш; ике; ҡабатланыу») һүҙенә тамырҙаш. Ғәрәптәге «сүннәһ» арамей телендәге ܬܢܐ «тана» («ҡабатланыу») һәм йәһүдтәрҙәге שנה «шәнә; мишнә» («ҡабатланыу») тигәнгә лә тап килә. Шулай итеп, «сүннәһ» — яҙма Ҡөрьәнде телдән ҡабатлау йәки шәрехләү булып тора.

«Бидғәт» — дингә индерелгән яңылыҡтар, сөннәткә тап килмәгәнлекте аңлатыусы төшөнсә. Бидгғәт оло гөнаһтарҙан һанала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [ Сунна] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Ислам: ЭС, 1991, с. 214
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
  • Пиотровский М. Б. ас-Сунна // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 214.