Тәкбир
Тәкби́р (ғәр. تكبير — ҙурлау) — Исламда: Аллаһу тәғәләне «Аллаһу әкбәр» тип ҙурлау (ғәр. الله أكبر)[1]. Ғәрәп теленән «Аллаһу әкбәр» ғибәрәһе: «Аллаһ — бөйөк!» тигәнде аңлата[2] йәки «Аллаһ — бөйөктәрҙән бөйөк»[3]. Тантаналы осраҡтарҙа ҡулланыла. Тәкбир аҙанда, намаҙҙа, Ҡорбан байрамында һәм зекерҙә әйтелә. «Аллаһу әкбәр» ғибәрәһе бер нисә дәүләттең байрағында яҙылған. Тәкбир Ҡөрьән Кәримдә,[4] Ислам барлыҡҡа килгән осорҙағы риүәйәттәрҙә билдәләнгән, шулай уҡ хәҙерге ислами сәйәси төркөмдәрҙә ҡулланыла[2].
Тәкбир | |
ғәр. تَكْبِير ғәр. اللّٰهُ أَكْبَر | |
Исем | ꠔꠇ꠆ꠛꠤꠞ |
---|---|
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Тәкбир Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Этимологияһы
үҙгәртергәӘкбәр — кәби́р тигән сифаттың сағыштырма һәм артыҡлыҡ дәрәжәһе(كبير) — «олораҡ», «мөһимерәк» тигәнде аңлата. Аллаһы тәғәлә сифаты булараҡ «бөйөктәрҙән бөйөк» мәғәнәһендә ҡулланыла[3]. «Аллаһу әкбәр» ғибәрәһе тәкби́р тип атала (تكبير «данлау»), шул уҡ к-б-р өндәренә ҡоролған (كبر).
Ҡулланылышы
үҙгәртергәТәкбир төрлө осраҡта ҡулланыла; йышыраҡ тантана, шатлыҡ билдәһе булып тора. Атап әйткәндә, тәкбир мосолман яугирҙәрҙең ораны булараҡ ҡулланыла. Мөһим телмәрҙәрҙән һуң ҡул сабыу урынына ла тәкбир әйтелә.
Мосолман йолаларында тәкбир йыш ҡулланыла. Хәләл иткә лә мал тәкбир әйтеп салына. Многократное произнесение такбира является одной из характерных особенностей мусульманского культа. Ғәрәп яҙмаһында шамаилдәр өсөн дә файҙаланыла[2]. «Аллаһу әкбәр» ғибәрәһе Ҡорбан байрамы ваҡытында йыш әйтелә һәм тәшриҡ-тәкбир тип атала[5].
Намаҙ
үҙгәртергә«Аллаһу әкбәр» ғибәрәһе намаҙҙа ла ҡулланыла. Тәкбир намаҙҙы башлағанда (тәхримдә) мотлаҡ, ҡалған өлөштәрендә сөннәт[1]. Намаҙҙа тәкбирҙә әкбәр һүҙендә тәүге ә өнөнә баҫым яһап әйтәләр[6].
Ҡорбан байрамында
үҙгәртергәҠорбан байрамында һәм тәшриҡ көндәрендә тәкбир былай әйтелә: «Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр, лә илаһа иллә-Ллаһ, үә Ллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр үә ли-Ллаһи-л-хәмд»[8]
Байраҡтарҙа
үҙгәртергә«Аллаһу Әкбәр» ғибәрәһе бер нисә дәүләт байрағында яҙылған:
- Ираҡ байрағында
- Иран байрағында
- Афғанстан байрағында
- Вәзирстан байрағында (Пакистандың бер өлкәһе)
Ливия гимнында
үҙгәртергә«Аллаһу әкбәр» һүҙҙәре гимныңдың ҡушымтаһында яңғырай. Ул 1969 йылда Мүғәммәр Ҡаддафи идара иткәндә ҡабул ителгән.
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ислам: ЭС, 1991, с. 221
- ↑ 3,0 3,1 Хилал ас-Саби. Установления и обычаи двора халифов / Пер. с арабского, предисл. и примеч. И. Б. Михайловой. — М.: «Наука», Глав. ред. восточной лит-ры издательства, 1983. — С. 140. — 147 с. — (Памятники письменности Востока. LXVII).
- ↑ Әл-Мудәҫҫир https://ru.quranacademy.org/quran/74:3-3/kul, Әл-Исра https://ru.quranacademy.org/quran/17:111-111/kul
- ↑ Ташрик-такбиры . AskImam.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2013.(недоступная ссылка)
- ↑ Махди Шамсуддин. Ошибка при произнесении такбира . youtube.com. Дата обращения: 17 декабрь 2013.
- ↑ «Такбир — Аллаху акбар» 2013 йыл 3 апрель архивланған. — Ислам и семья
- ↑ Фетва № 158543 «Форма возвеличивания Аллаха (такбира) во время праздников»
Әҙәбиәт
үҙгәртергәТәкбир Викимилектә | |
Тәкбир Викияңылыҡтарҙа |