Йәстү намаҙы

(Иша битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йәстү намаҙы — киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәндән алып иртәнге намаҙға хәтле дауам итә. Төнгө намаҙҙа (Йәсғү, Әл-Ишә) 4 рәҡәғәт фарыз, 2 рәҡәғәт сөннәт. Аҙаҡтан 3 рәҡәғәт витр-важиб ҡушып уҡыла.

Дүрт рәкәғәт фарыз

үҙгәртергә

1-се рәкәғәттә «Ҫәнә доғаһы», әғүҙү-бисмилләһте әйткәс, «Фәтиха» сүрәһе һәм Ҡөръәндән бер нисә аят йәки сүрә (мәҫәлән, «Кәүҫәр» сүрәһен) уҡыйбыҙ ҙа, бер рәкүғ һәм ике сәждә ҡылабыҙ.

2-се рәкәғәттә торып баҫҡас, бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен һәм бер ҡыҫҡа сүрәне (мәҫәлән, «Ихлас» сүрәһен) уҡыйбыҙ, бер рәкүғ, ике сәждә ҡылғас, ултырып "Әттәхиййәт"те уҡыйбыҙ һәм өсөнсө рәкәғәткә торабыҙ.

3-сө рәкәғәттә Бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен уҡыйбыҙ, бер рөкүғ, ике сәждә ҡылғас, дүртенсе рәкәғәткә торабыҙ.

4-се рәкәғәттә Бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен уҡыйбыҙ, бер рөкүғ, ике сәждә ҡылғас, ултырып «Әттәхиййәт» менән "Салауат"ты, Раббәнә доғаһын уҡыйбыҙ ҙа, ике яҡҡа сәләм биреп, Сәләм доғаһын уҡыйбыҙ.

Ике рәкәғәт сөннәт

үҙгәртергә

1-се рәкәғәттә «Ҫәнә доғаһы», әғүҙү-бисмилләһте әйткәс, «Фәтиха» сүрәһе һәм Ҡөръәндән бер нисә аят йәки сүрә (мәҫәлән, «Кәүҫәр» сүрәһен) уҡыйбыҙ ҙа, бер рөкүғ һәм ике сәждә ҡылабыҙ.

2-се рәкәғәттә торып баҫҡас, бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен һәм бер ҡыҫҡа сүрәне (мәҫәлән, «Ихлас» сүрәһен) уҡыйбыҙ, бер рөкүғ, ике сәждә ҡылғас, ултырып «Әттәхиййәт» менән "Салауат"ты, Раббәнә доғаһын уҡыйбыҙ ҙа, ике яҡҡа сәләм биреп, Сәләм доғаһын уҡыйбыҙ.

Өс рәҡәғәт витр намаҙы

үҙгәртергә

1-се рәкәғәттә «Ҫәнә доғаһы», әғүҙү-бисмилләһте әйткәс, «Фәтиха» сүрәһе һәм Ҡөръәндән бер нисә аят йәки сүрә (мәҫәлән, «Кәүҫәр» сүрәһен) уҡыйбыҙ ҙа, бер рәкүғ һәм ике сәждә ҡылабыҙ.

2-се рәкәғәттә торып баҫҡас, бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен һәм бер ҡыҫҡа сүрәне (мәҫәлән, «Ихлас» сүрәһен) уҡыйбыҙ, бер рәкүғ, ике сәждә ҡылғас, ултырып "Әттәхиййәт"те уҡыйбыҙ һәм өсөнсө рәкәғәткә торабыҙ.

3-нсө рәкәғәттә Бисмилләһте әйтеп, «Фәтиха» сүрәһен һәм бер ҡыҫҡа сүрәне уҡыйбыҙ ҙа,ҡулдарҙы күтәреп тәкбир әйтәбеҙ һәм уларҙы кире кендек аҫтына бағлап, Ҡунут доғаһын уҡыйбыҙ.

Шунан һуң бер рәкүғ, ике сәждә ҡылғас, ултырып «Әттәхиршәт» менән "Салауат"ты, Раббәнә доғаһын уҡыйбыҙ ҙа, ике яҡҡа сәләм биреп, Сәләм доғаһын уҡыйбыҙ. Намаҙҙан һуң берәй сүрә йәки аят уҡып, әруахтарға доға ҡылабыҙ ҙа, ике яҡҡа сәләм биреп, Сәләм доғаһын уҡыйбыҙ.

Намаҙҙа һәр ваҡыт бер үк сүрәләрҙе уҡыу мәкруһ һанала. Шуға күрә, намаҙ уҡырға ойрәнеү менән бергә күбрәк сүрәләрҙе яттан белергә тырышырға кәрәк.

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев

Һылтанмалар

үҙгәртергә