Әл-Фатиха сүрәһе[1] (ғәр. الفاتحة, Китапты асыу ), башҡорт телендә Әл-Фәтихә[2] исеме менән дә осрай. — Ҡөрьән Кәримдең 1 сүрәһе. Мәккәлә бишенсе булып һәм бар аяттары ла бер ваҡытта иңгән беренсе сүрә. 7 аяттан, 29 һүҙҙән, 139 / 142 өндән (хәреф) тора.

Әл-Фатиха сүрәһе
الفاتحة

Әл-Фатиха сүрәһе
Синыфы

Мәккә

Мәғәнәһе

Китапты асыу

Статистика
Сүрә номеры

1

Аяттар һаны

7

Жуз

1

Руҡуғ

1

Һүҙҙәр һаны

29

Хәрефтәр һаны

139

Алдағы сүрә

Киләһе сүрә

Әл-Бәҡара сүрәһе

QuranAcademy.org

Иң киң таралған сүрә, һәр намаҙҙа мотлаҡ уҡыла.

Уҡылышы үҙгәртергә

Сүрә үҙгәртергә

Был бүлектә сүрәнең ғәрәп телендә яҙылышы, кирил һәм латин хәрефтәрендә башҡорт теленә транскрипцияһы, башҡорт телендә тәфсире бирелә.

1:1 بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمـَنِ الرَّحِيم

* Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахиим
* Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

1:2 الْحَمْدُ للّهِ رَبِّ الْعَالَمِين

* Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәләмиин
* Ғәләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтау !

1:3 الرَّحْمـنِ الرَّحِيم

* Әр-Рахмәәнир-Рахиим
* Мәрхәмәтлегә, Рәхимлегә.

1:4 مَـالِكِ يَوْمِ الدِّين

* Мәәлики йәүмид-диин
* Хөкөм көнөнөң батшаһына.

1:5 إِيَّاك نَعْبُدُ وإِيَّاكَ نَسْتَعِين

* Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә настәғиин
* Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Һинән генә ярҙам һорайбыҙ.

1:6 اهدِنَــــا الصِّرَاطَ المُستَقِيمَ

* Иһдинә-ссыираат-аль-мүстәҡиим
* Беҙҙе тура юлдан алып бар — Узең ниғмәт күрһәткәндәрҙең юлынан.

1:7 صِرَاطَ الَّذِينَ أَنعَمتَ عَلَيهِمْ غَيرِ المَغضُوبِ عَلَيهِمْ وَلاَ الضَّالِّين

* Сыраат-әл-ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайри-әл-мағдууби ғәләйһим үә ләәд-дааальлииин
* Һинең асыуға торғандар һәм аҙашҡандар юлынан түгел.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  2. «Ҡөрьән академияһы» сайтындағы сүрә

Һылтанмалар үҙгәртергә