Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Хәүеф намаҙы — ҡурҡҡан саҡта доға ҡылырҙан алда уҡый торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

Берәй бәлә йәки афәт килеүенән ҡурҡҡан саҡта, берәй зыянға, зарарға тарымаһам ярар ине тип, доға ҡылырҙан алда уҡый торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы ул.

Ҡаты ел, дауыл булғанда, күк күкрәп йәшен йәшнәгән саҡта, ямғыр йәки боҙ борсаҡ яуғанда, һыу ташҡанда, ер тетрәгәндә, ҡаты эҫе йәки көслө һалҡын булғанда, хәүеф намаҙы уҡыла.

Был намаҙҙың айырым доғаһы юҡ. Әммә Аллаһы Тәғәләгә ялбарып, уға ғына һыйынып, изге теләктәр теләү тейешле. Аллаһтың исемен зекер итеү кәрәк. Сөнки Аллаһтың ихтыярынан тыш һис бер эш эшләнмәҫ.

Аллаһҡа, хәүефтән һаҡлауҙы һорап, ялбарабыҙ. Әлхәмдү лиллаһи, хәүефһеҙ яҡшы саҡтарыбыҙ ҙа күп була. Ана шундай яҡшы саҡтарҙа Аллаһты онотмаһаҡ икән.

Әгәр яҡшы саҡта Аллаһты онотмаһаҡ, уға шөкөр итһәк, ин шәәъ Аллаһ, ауыр саҡта Аллаһ, һис шикһеҙ, ярҙам итер

Башҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6