Ғөсөл
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғөсөл — ул бөтә тәнде йыуып, һыу менән ҡойоноу.
Ғөсөл тәртибе
үҙгәртергә- истинжә ҡылып, ғәүрәттәрен нәжестән таҙартыу;
- беләҙектәренә тиклем ике ҡул суғын йыуыу;
- башта аяҡтарҙы йыумай ғына тәһәрәт алыу;
- тәүҙә башына, унан һуң уң яғынан башлап тәненең һәр бер ерен һыулап сығыу;
- ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыу
- икенсе мәртәбә, йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойор һәм ҡулдары менән буйы еткән тиклем тәненең һәр бер ерен ышҡып сығыу;
- өсөнсө мәртәбә йәнә уң яғынан башлап бөтә тәненә һыу ҡойоу;
- иң аҙаҡтан уң яғынан башлап ике аяғын шайтан ашығына тиклем йыуыу.
Ошо рәүештә ғөсөл алған кеше камил тәһәрәтле булыр. Намаҙ уҡыу өсөн яңы ғына ғөсөлләнгәндән һуң тәһәрәт алыу кәрәк түгел.
Ғөсөлдөң фарыздары
үҙгәртергә- ауыҙ эсен сайҡау;
- танау эсен сайҡау;
- тәндең һәр бер еренә һыу тейҙереү.
Ғөсөлләнгәндә тәндең һәр бер еренә һыу тейһен өсөн сәс, ҡаш, һаҡал, мыйыҡ кеүек төктәрҙең төптәренә, күҙ соҡоро кеүек эскә батып йәки йыйырылып торған урындарға һәм йөҙөк аҫтарына, тәнгә йәбешкән ҡамыр йәки дегет кеүек нәмәләр аҫтында ҡалған ерҙәргә лә һыу тейергә тейеш. Ҡатын — ҡыҙҙарҙан айырмалы булараҡ, ирҙәргә ғөсөл алғанда сәстәренең һәр бөртегенә һыу тейеҙереү фарыз. Әммә ҡатын — ҡыҙҙарҙың сәс толомдарына һыу теймәһә лә ярай, сәс төптәренә генә һыу тейҙереү ҙә етә. Сөнки ҡатын — ҡыҙҙар өсөн сәс зиннәт. Уларға сәстәрен алдырыу йә ҡыҫҡартыу дөрөҫ түгел.
Ғөсөлләнеүҙе фарыз иткән сәбәптәр
үҙгәртергә- Йөнөб булыу: енес ағзаларынан еүешлек килеү;енси яҡынлыҡ ҡылыу, шәһүәтләнеү арҡаһында төшләнеү.
- Хәиз (күрем) тамамланыуы.
- Нифас ҡаны (бала тыуғандан һуң) тамамланыуы.
Ғөсөлһөҙ кеше пак булмай. Уға Ҡөрьән Кәримде тотоу һәм мәсеткә инеү кеүек эштәр тыйыла. Шуның өсөн уға мөмкин тиклем тиҙерәк ғөсөлләнеп, пакланыу тейеш. Әммә тәһәрәтһеҙ кешегә Ҡөрьән Кәримде тотоу мәкруһ булһа ла, Ҡөрьәнде яттан уҡыу мәкруһ түгел. Доға ҡылыу, сәләм биреү, сәләм ҡайтарыу һәм тәсбихтәр әйтеү йөнөб кешегә лә, тәһәрәтһеҙ кешегә лә дөрөҫ.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. — Дәғүәт нәшриәте, 2010.