Назар Нәжми
Назар Нәжми (тулы исеме — Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов, 5 февраль 1918 йыл — 6 сентябрь 1999 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI һәм VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1978), I (1985) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм "Почёт Билдәһе" (1999) ордендары кавалеры.
Исеме: |
Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Псевдонимдары: |
Назар Нәжми | |||||||
Тыуған көнө: | ||||||||
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы[1] | |||||||
Вафат булған көнө: |
6 сентябрь 1999 (81 йәш) | |||||||
Вафат булған урыны: | ||||||||
Гражданлығы: | ||||||||
Эшмәкәрлеге: | ||||||||
Йүнәлеше: |
социалистик реализм | |||||||
Жанр: |
шиғырҙар, поэмалар | |||||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | ||||||||
Премиялары: |
| |||||||
Наградалары: |
| |||||||
Биографияһы
үҙгәртергәХәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште[1] ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡырға инә. Өсөнсө курстан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына һәм миҙалдарға лайыҡлы була.
Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.
Ижады
үҙгәртергәНазар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре «Беренсе йыр» (1938), «Икенсе йыр» (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда «Октябрь» журналында «Ауыл эскиздары» исемле шиғырҙар циклы сыға.
1950 йылда Назар Нәжмиҙең «Тамсылар» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан «Тулҡындар», «Көтөлмәгән ямғыр», «Ер һәм йыр», «Шиғырҙар һәм поэмалар» тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада» тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған «Дуҫ тураһында ун бер йыр», «Күлдәк», «Иблес», «Урал» исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.
Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус телендә баҫылып сыҡты.
Назар Нәжми выждан һәм тәрән аҡыл тойғоларын уятҡан ҡыҙыҡлы драматург булараҡ та сығыш яһаны. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары менән дә шулай булды. Улар барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Назар Нәжми башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты.
1944 йылдан КПСС, 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Назар Нәжми 1999 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.
Китаптары
үҙгәртергә- Тамсылар. Шиғырҙар. Өфө. 1950.
- Лирика. Москва, «Молодая гвардия». 1954.
- Тулҡындар. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1955.
- Һиндостан сәхифәләре. Юл яҙмалары. Өфө.1960.
- Көтөлмәгән ямғыр. Шиғырҙар. Өфө.1960.
- Яҙғы йыр. Пьеса. Өфө.1961.
- Ер һәм йыр. Шиғырҙар. Өфө.1961.
- Открывающий ворота. М, Детгиз, 1963.
- Мои звезды. Стихи и поэма. Уфа. 1963.
- Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1964.
- Көҙгө һуҡмаҡтар. Шиғырҙар. Өфө. 1967.
- Һайланма әҫәрҙәр. Өфө. 1968.
- Березы. Стихи. Уфа. 1969.
- Осенние тропы. Москва, «Советский писатель». 1969.
- Ҡарҙар яуа. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1971.
- Яҡтылыҡ юғарынан төшә. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, иҫтәлектәр, әҙәби портреттар. Өфө, 1972.
- Көтмәгәндә. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1973.
- Вслушиваясь в тишину. Стихи и поэмы. Москва, «Советская Россия». 1973.
- Спасибо этому дому. Стихи и поэмы. Москва, «Советский писатель». 1974.
- Всегда под звездами. Стихи и поэмы. Москва, «Современник». 1975.
- Дыхание. Лирика. Уфа. 1976.
- Әҫәрҙәр. I том. Шиғырҙар. Өфө. 1977.
- Әҫәрҙәр. II том. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1978.
- Әҫәрҙәр. III том. Пьесалар. Өфө. 1978.
- Тарафтар. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1980.
- Приглашение другу. Стихи и поэмы. Москва, «Советская Россия». 1981.
- Стороны. Стихи, поэма. Москва, «Советский писатель». 1982.
- Кем уйлаған. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре. Өфө. 1983.
- Яҡты күҙҙә. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1984.
- Атай йорто. Шиғырҙар. Өфө. 1988.
Шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙар
үҙгәртергә- Ағастар (Н. Сабитов музыкаһы)
- Ағиҙелдә аҡ туман (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Ағиҙел аша (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы); Ағиҙел аша (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Аҡ бабай йыры (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Аҡ сәскә (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Аҡ шишмә (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы); Аҡ шишмә (Н. Нәжми һүҙҙәре. М. Мырҙаханов музыкаһы); Аҡ шишмә (Н. Нәжми һүҙҙәре. В. Ғәлимов музыкаһы)
- Атай йорто (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Бар әле, бар (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Батырҙар йыры (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Беҙ үтәбеҙ көҙгө һуҡмаҡтарҙан (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Беҙҙең ауыл (Н. Нәжми һүҙҙәре. М. Валеев музыкаһы)
- Беҙҙең автономия (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Ғәзизов музыкаһы)
- Бер йылы һүҙ әйталманым кәүәк (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы);
- Бер йылы һүҙ әйталманым кәүәк (Н. Нәжми һүҙҙәре. В. Гәлимов музыкаһы)
- Бер ғүмер етмәй икән (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы); Бер ғүмер етмәй икән (Н. Нәжми һүҙҙәре. Т. Шәрипов музыкаһы)
- Бөтәһе лә һуңлап килде миңә… (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Гүзәлгә йыр (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Ғәзизов музыкаһы)
- Дуҫлык, дуҫлык… («Гармунсы дуҫ» спектакленән. Н. Нәжми һүҙҙәре. Х. Әхмәтов музыкаһы)
- Дүртөйлөм (Дүртөйлө тарафтары) (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Ике йылға (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Исеме Зифа икән (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Йөрәктән булһа… (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Кандаулы тау (Н. Нәжми һүҙҙәре. М. Морҙаханов музыкаһы)
- Киске Ағиҙел (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Котелок (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Көҙгө уйҙар (Н. Нәжми һүҙҙәре. В. Гәлимов музыкаһы)
- Күҙҙәреңә ҡарап туя алманым (Н. Нәжми һүҙҙәре. С. Галин музыкаһы);
- Күҙҙәреңә ҡарап туя алманым (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Күҙ нурҙарың һинең (Н. Нәжми һүҙҙәре. А. Ғабдрахманов музыкаһы)
- Күлдәк (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Күңел ташҡындары (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Ҡара муйыл сәскәһендәй (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Дауытов музыкаһы)
- Ҡайтам балдыҙ туйынан (Н. Нәжми һүҙҙәре. Х. Әхмәтов музыкаһы)
- Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Ҡатындар ҡулына йыр (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Ләлә (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Матур була (Н. Нәжми һүҙҙәре. А. Лукманов музыкаһы)
- Мендем бейек Уралтау башына (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Мин оҙатам… (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Мин барам һөйөу юлынан (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Мин йәшәйем Нижегородта (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Минең ҡоштар (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Дауытов музыкаһы)
- Миндә син бар (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Мине юлдар саҡыра (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы
- Өфө йүкәләре (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Өфө урамҙары матур (Н. Нәжми һүҙҙәре. М. Морҙаханов музыкаһы)
- Татар теле (Н. Нәжми һүҙҙәре. А. Локманов музыкаһы)
- Тауҙар йыры («Яҙғы йыр» пьесаһынан. Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Туған моңдар (Н. Нәжми һүҙҙәре. Ш. Кульбарисов музыкаһы)
- Тыуған ҡалама (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Тыуған яғыма (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Дауытов музыкаһы); Тыуған яғыма йыр (Н. Нәжми һүҙҙәре. В. Гәлимов музыкаһы)
- Уралым сәскәһе — Башкортостан (Н. Нәжми һүҙҙәре. Ш. Кульбарисов музыкаһы)
- Уттар, минуттар… (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Үҙебеҙ өсөн генә (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Үкенерлек түгел («Күршеләргә ҡунаҡ килгән» пьесаһынан. Н. Нәжми һүҙҙәре. Ш. Кульбарисов музыкаһы)
- Үткәнгә бит кире кайтып булмай… (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Дауытов музыкаһы)
- Үтте был матур көн (Н. Нәжми һүҙҙәре. Ш. Кульбарисов музыкаһы)
- Фонтан янында (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Һин ғүмер ағыштарым (Кышкы романс) (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Һин минең иң матур йырым… (Н. Нәжми һүҙҙәре. А. Кубагушев музыкаһы)
- Һинең ниндәй улыңмын мин (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы); Һинең ниндәй улыңмын мин (Н. Нәжми һүҙҙәре. Ш. Кульбарисов музыкаһы)
- Һинһеҙ йәшәү мөмкин түгел (Н. Нәжми һүҙҙәре. Х. Әхмәтов музыкаһы)
- Һиндостан ҡыҙына (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Һиңә барам (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Һиңә тағы мин бер киләм әле (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Һөйгәнемә сәләм әйтергеҙ (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Дауытов музыкаһы)
- Һөймәһәң, һөйкәлмә! (Н. Нәжми һүҙҙәре. М. Яғафаров музыкаһы); Һөймәһәң һөйкәлмә! (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Ғәзизов музыкаһы)
- Һөйөү йырын йырла һөйгәнеңә (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Һөйөү минуттары (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Һөйһә лә, һөймәһә лә (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы); Сөйсә дә, сөймәсә дә (Н. Нәжми һүҙҙәре. Б. Гайсин музыкаһы)
- Һуңғы йырым (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Дауытов музыкаһы)
- Һыу һибегеҙ гөлдәргә (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Шулай булһын ғүмергә (Н. Нәжми һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы)
- Шулдыр индә мөххәббәт (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Сабитов музыкаһы)
- Эй тыуған ер, тыуған ер (Н. Нәжми һүҙҙәре. Н. Дауытов музыкаһы)
- Әтиемә (Н. Нәжми һүҙҙәре. Вәсил Ғәлимов музыкаһы)
- Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
- Яҙғы урман (Н. Нәжми һүҙҙәре. Хөсәйен Әхмәтов музыкаһы)
- Япраҡтар бит ҡойолмаған (Н. Нәжми һүҙҙәре. В. Гәлимов музыкаһы)
- Ярай әле ерҙә һағыныу бар (Н. Нәжми һүҙҙәре. Р. Хәсәнов музыкаһы)
Тормошо һәм ижады хаҡында
үҙгәртергә- Әхмәтйәнов К.Ә. Н.Нәжми — шиғыр оҫтаһы. Монография. Өфө, 1974 й., 167 бит.
- Хөсәйенов Ғ.Б. Назар Нәжми. — «Ағиҙел», 2002 й., № 11, 170-179-сы биттәр.
- Мостай Кәрим. Шағир юлда (Баш һүҙ). — Н.Нәжми. Шиғырҙар һәм поэмалар.Өфө. 1964.
- Ҡәҙим Аралбай. Әҙәбиәтебеҙҙең арҙаҡлы аҡһаҡалы. — «Йәшлек» гәзите, 1993 й., 11 февраль.
- Мусин Н. С. Моң. — Ихлас күңелдән һөйләшеү. Өфө, 1990 й., 13-30-сы биттәр.
- Асанбаев Н. В. Тауҙар бейек. — «Ағиҙел», 2000 й., № 11, 130-137-се биттәр.
- Левшин И. Сосед по огню. — «Литературная Россия» — 1982 г., 10 декабря.
- Хәбиров Ә.Х. Поэтик бейеклектәрҙе яулап. — «Башҡортостан уҡытыусыһы», 1982 й., № 4, 37-40-сы биттәр.
- Хәбиров Ә.Х. Назар Нәжмиҙең «Ике Зөләйха» поэмаһында шәхес, ғаилә һәм әхлаҡ мәсьәләләре. — «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, 1998 й., № 2, 30-35-се биттәр.
- Кинйәбулатов И. Л. Төштәремә керҙе Ваҡыт… — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 5 февраль, № 23.
- Кинйәбулатова К. К. Моңло йыр өҙөлдөмө ни? — «Башҡортостан» гәзите, 2003 й., 5 февраль, № 23.
- Хәмиҙуллина М. Йәшәү хәҡиҡәте. — «Ағиҙел», 1998 й., № 2, 25-30-сы биттәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993)
- РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982)
- БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972)
- Октябрь Революцияһы ордены (1978)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1968),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1999)
Хәтер
үҙгәртергә- Өфө ҡалаһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана янында Назар Нәжмигә һәйкәл ҡуйыласаҡ[2].
- 2018 йылдың февраль башында республикала Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үткәрелде[3].[4]
- 2015 йылдың 15 декабрендә Өфөлә 300 дана менән «Йырҙың булмай һуңлағаны» («Песнь не бывает запоздалой») тигән рус, башҡорт һәм татар телдәрендә китап донъя күрҙе. Унда тупланған шиғыр һәм поэмалар Назар Нәжмиғә арналған[5].
- Ҡәҙим Аралбай һәм Ирек Кинйәбулатов — Назар Нәжми исемендәге әҙәби премия лауреаттары
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы
- ↑ Өфө үҙәгендә башҡорт яҙыусыһына тағы бер һәйкәл ҡуйыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. 27 ғинуар 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
- ↑ Башҡортостанда Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына арналған юбилей саралары бара. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 5 февраль (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2018)
- ↑ Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына төшөрөлгән фильмдың исем туйы уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 6 февраль (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2018)
- ↑ В Уфе увидела свет книга посвящений народному поэту Башкортостана Назару Наджми. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 15 декабрь (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Назар Нәжми // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
- башҡа сығанаҡтарҙа
- Аралбаева Л. В Уфе увидела свет книга посвящений народному поэту Башкортостана Назару Наджми . «Башинформ» (15 декабрь 2015). Дата обращения: 15 декабрь 2015.
- «Китап» нәшриятында татарча ике яңа китап чыкты. Татарстан — Яңы Ғасыр телеканалы сюжеты.
- 02.05.18. Зөһрә Арсаева. Дүртөйлө районының Миңеште ауылынан репортаж. 2018 йыл 8 сентябрь архивланған. «Юлдаш» радиоһы. «Атайсал» тапшырыуы.