Мөхтәр (исем)
Мөхтәр — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәМөхтәр — мосолман халҡында күп ҡулланылған «һайлап алынған» мәғәнәһендәге ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәМөхтәр Мофаззал улы Сәғитов (башҡ. Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов, 1933—1986) — башҡорт ғалим-фольклорсыһы, филология фәндәре кандидаты (1965).
Мөхтәр Абдрахман улы Сабитов (20 декабрь 1946 йыл) — журналист, яҙыусыһы, драматург, топонимист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2001—2006 йылдарҙа Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан «Салауат» гәзите мөхәррире. 1992 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, 2002 йылдан — Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989), Х. Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).
Мөхтәр Исхаҡ улы Мутин (25 декабрь 1886 йыл — 3 июнь 1941 йыл) — актёр, режиссёр, театр эшмәкәре. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1926). Татар һәм башҡорт халҡының беренсе трагик актёры. Сәйәси золом ҡорбаны.
Мөхтәр Батыргәрәй улы Ҡарамышев (1895 — ?) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында (хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы) тыуған.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ Әхтәмов (15 ғинуар 1929 йыл — 19 октябрь [2020 йыл]) — башҡорт тел белгесе, 1972—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
Мөхтәр Әхмәтғәзи улы Байымов (10 май 1905 йыл — 10 июль 1938 йыл) — уҡытыусы, филолог, тәржемәсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1932 йылдан «Культура революцияһы» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының яуаплы мөхәррире. 1933 йылдан Башҡортостан партия нәшриәте етәксеһе, 1934—1936 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1936—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
Мөхтәр Хәйҙәр улы Баһауетдинов — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, полк батареяһы разведчигы, гвардия старшинаһы.
Мөхтәр Батталов (1922—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡурайсы.
Мөхтәр Бәхтиғәни улы Назарғәлиев (10 апрель 1930 йыл — 27 май 1990 йыл) — совет нефтсеһе, Ләнтор нефть ятҡылығын асыусы һәм Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы.
Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы (1917 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант, 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы пулеметсыһы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры.
Мохтар Әүәзов (ҡаҙ. Мұхтар Омарханұлы Әуезов 16 (28 сентябрь) 1897 йыл — 28 июнь 1961 йыл) — совет ҡаҙаҡ яҙыусыһы, драматург һәм ғалим. Ленин (1959) һәм Сталин премияһы (1949) лауреаты. Ҡаҙаҡ ССР-ы ФА академигы (1946), Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы рәйесе. Уның дүрт томлыҡ «Абай юлы» романы «бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы» на инә. Уның хикәйәһе буйынса фильм СССР-ҙан «Оскар» премияһына дәғүә итә.
Архитектурала
үҙгәртергәМөхтәров мәсете (йәки Сөнниҙәр мәсете) — Владикавказда Терек йылғаһының һул ярында урынлашкан сөнниҙәр мәсете. Ҡала символы булараҡ һәм дәүләт тарафынан һаҡланған архитектура ҡомартҡыһы булып һанала.
Мөхтәров һарайы — Әзербайжандың Баҡы ҡалаһында Истиглалият урамының үҙәк өлөшөндәге бина. Һарай 1911—1912 йылдарҙа нефть сәнәғәтсеһе, миллионер-меценат Мортуза Мөхтәров аҡсаһына Иосиф Плошко проекты буйынса төҙөлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |