Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы
Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы (рус. Гаитбаев Мухтар Базетдинович; башҡа документтар буйынса — Ғәйетбаев Мөхтәр Ғәйетбай улы[1] (1917 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант[2]. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы пулеметсыһы[2]. Ҡыҙыл Йондоҙ (1943)[2], II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары[3] кавалеры.
Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1917 |
Тыуған урыны | Буранбай ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхтәр Бәҙетдин улы Ғәйетбаев 1917 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған[2]. 1941 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов) составында хәрби юлын 1943 йылдың 19 февраленән алып 1945 йылдың 26 апреленә тиклем 148-се гвардия артиллерия-миномет пулеметсыһы булып үтә. Тиңһеҙ алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендарға һәм миҙалдарға лайыҡ була.
Һуғыштан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- Ватан һуғышы ордены (1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- ГАИТБАЕВ Мухтар Базетдинович (Гаитбаевич). Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Память народа. Гаитбаев Мухтар Базетдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Память народа. Гаитбаев Мухтар Гаитбаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)