Стендаль

француз яҙыусыһы

Мари́-Анри́ Бейль (франц. Marie-Henri Beyle; 23 ғинуар 1783 йыл, Гренобль — 23 март 1842 йыл, Париж) — Франция яҙыусыһы, психологик романға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Матбуғатта мәҡәләләрен төрлө псевдонимдар менән баҫтыра, мөһимерәк әҫәрҙәренә Стенда́ль (Stendhal)[13] исемен ҡуя. Иҫән сағында беллетрист булараҡ ҡына түгел, ә Италияның иҫтәлекле урындары тураһындағы китап авторы булараҡ та таныла.

Стендаль
франц. Stendhal[1]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[2][1][3]
Гражданлыҡ  Франция[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Marie-Henri Beyle[1]
Псевдоним Stendhal[1], Henri Stendhal[4][1], Stendalis[4][1], Louis Alexandre Bombet[1], Anastase de Serpière, Don Flegme, William Crocodile һәм Dominique
Тыуған көнө 23 ғинуар 1783({{padleft:1783|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3][5][6][…]
Тыуған урыны Гренобль[3][7][1]
Вафат булған көнө 23 март 1842({{padleft:1842|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3][5][6][…] (59 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Сена[d], Франция короллеге[d][3][7][1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе инсульт
Ерләнгән урыны кладбище Монмартр[d][8]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Chérubin Beyle[d]
Әсәһе Henriette Gagnon[d]
Бер туғандары Pauline Beyle[d]
Туған тел Француз теле[1]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле[1]
Һөнәр төрө яҙыусы, автобиограф, автор дневника, биограф, романист, дипломат, искусствовед
Биләгән вазифаһы auditor at the Conseil d'État[d][9] һәм Consul of France[d][10]
Эшмәкәрлек йылдары 1825[11]
Сәләмәтлек торошо сифилис[d]
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d] һәм Романтизм
Жанр психологический роман[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображается на Q118610578?
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе Мәғрифәтлек дәүере[12], Романтизм[12], Италия, музыка һәм живопись
Хеҙмәттәре тупланмаһы Городской музей[d][11]
Писал для Журналь де Пари[d], The New Monthly Magazine[d] һәм The London Magazine[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Stendhal
 Стендаль Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Үҫмер йылдары

үҙгәртергә

Анри Бейль (псевдонимы - Стендаль) 1783 йылдың 23 ғинуарында Греноблдә адвокат Шерюбен Бейль ғаиләһендә тыуа. Әсәһе — Генриетта Бейль Анриға ете йәш тулғанда вафат була. Шуға күрә уны атаһының һеңлеһе Серафи һәм атаһы тәрбиәләй. Атаһы менән буласаҡ яҙыусының үҙ-ара мөнәсәбәттәре бик үк яҡшынан булмай. Тик олатаһы Анри Ганьон ғына Анриға иғтибарлы ҡарай. Аҙағыраҡ Стендаль «Анри Брюларҙың тормошо» автобиографияһында түбәндәгеләрҙе яҙа: «Мине тулыһынса олатайым Анри Ганьон тәрбиәләне. Үҙ ваҡытында ул Вольтерҙы күреү өсөн Фернейға бара, һәм уны Вольтер бик яҡшы ҡабул итә…». Анри Ганьон мәғрифәтселәрҙе хөрмәт итә һәм ейәнен Вольтер, Дидро һәм Гельвеций хеҙмәттәре менән таныштыра. Шунан алып Стендаль клерикализмға кире ҡарашта була. Бала сағында Анри иезуит Райян ҡулына эләгә, Библияны уҡырға мәжбүр иткәндәре өсөн ул ғүмере буйына руханиҙарҙы яратмай һәм уларға ышанмай.

Греноблдең үҙәк мәктәбендә уҡығанда Анри, мөһимлеген аңламаһа ла, Бөйөк француз инҡилабының үҫешен күҙәтә. Ул был мәктәптә өс йыл ғына уҡый һәм, үҙенең әйтеүе буйынса, тик латинса уҡырға ғына өйрнә ала. Бынан тыш ул математика, логика менән мауыға, философия менән шөғөлләнә, сәнғәт тарихын өйрәнә.

1799 йылда Анри Политехник мәктәпкә уҡырға инеү ниәте менән Париж ҡалаһына юллана, ләкин Наполеондың илдә яһаған түңкәрелеше менән илһамланған йәш егет Францияның хәрәкәт итеүсе армияһына хеҙмәткә инә. Уны драгундар полкына сублейтенант итеп алалар. Дарю ғаиләһенән абруйлы туғандары Анри Бейлде Италияның төньяғына ебәреүҙе юллай, һәм үҫмер егет ғүмерлеккә был илгә ғашиҡ була. Масонлыҡты өйрәнеүсе тарихсы А. Меллор «бер ни тиклем ваҡыт Стендаль масонлыҡ орденына ҡараһа ла, уның масонлығын киң даирә белмәй», тигән фекерҙә тора[14].

1802 йылда, Наполеонға ҡарата ышанысын юғалтып, Анри Бейль (Стендаль) отставкаға сыға һәм артабанғы өс йылын Парижда үткәрә, философияны, әҙәбиәтте һәм инглиз телен үҙаллы өйрәнеп, белемен камиллаштыра. Ул ваҡытта яҙған көндәлектәре буйынса фекер йөрөткөндә, Стендалдең драматург — «яңы Мольер» - карьераһы тураһында хыялланыуы күренә. Яҙыусыла актриса Мелани Луазонға ҡарата мөхәббәт уты тоҡана, шуға ла йәш егет актриса артынан Марселгә юллана. 1805 йылда ул кире армия хеҙмәтенә ҡайта, әммә был юлы интендант сифатында. Наполеон армияһының интендант хеҙмәте офицеры вазифаһында Анри Италия, Германия, Австрия илдәрендә була. Хәрби походтар мәлендә ул уйланыуҙар өсөн дә ваҡыт таба, живопись һәм музыка тураһында мәҡәләләр яҙа. Мәҡәләләре менән ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәрҙе тултыра. Был дәфтәрҙәрҙең бер өлөшө Березин йылғаһы аша сыҡҡанда юҡҡа сыға.

1812 йылда Анри Наполеондың урыҫ кампанияһында ҡатнаша. Буласаҡ яҙыусы Оршта, Смоленск, Вязьмала булып, Бородино һуғышының шаһиты була. Хәрби тәжрибәһе булмаһа ла, Мәскәүҙең яныуын үҙ күҙҙәре менән күрә.

Әҙәби эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Мемориальная доска на доме в Вильнюсе, где останавливался Стендаль в 1812

Наполеон еңелгәндән һуң, буласаҡ яҙыусы, Бурбондар власын ҡайтанан тергеҙеүгә ҡаршы һәм Бурбондарға кире ҡарашта булғанға күрә, отставкаға сыға һәм ете йылға Италияға, Миланға күсенеп китә. Тап ошонда ул үҙенең тәүге китаптарын: «Гайдн, Моцарт һәм Метастазиоларҙың тормош һәм ижад юлы» (1815), «Италияла живопись тарихы» (1817), «1817 йылда Рим, Неаполь һәм Флоренция» тип аталған китаптарын яҙа. Был китаптар тексының ҙур ғына өлөштәре башҡа авторҙар әҫәрҙәренән күсереп алынған[15].

Яңы Винкельман кеүек танылырға дәғүә итеп, Анри Бейль был автор тыуған ҡаланың атамаһын үҙенең төп псевдонимы сифатында ала. Италияла Анри республикан — карбонарийҙар менән яҡынлаша. Ошонда ул Польша генералы Я. Дембовскийҙың ҡатыны Матильда Висконтиниға үлеп ғашиҡ була. Был ханым бик иртә вафат була, әммә яҙыусының йөрөгендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.

1820 йылда Италияла карбонарийҙарҙы, шул иҫәптән Стендалдең дуҫтарын эҙәрлекләүҙәр башлана, шуға ла ул ике йылдан һуң тыуған иленә ҡайтырға мәжбүр була. Италияның төньяғында үҙ хакимлығын урынлаштырған реакцион австрия режимына ҡарата кире ҡарашын Стендаль «Пармская обитель» романында сағылдыра. Уның Италияла шикле кешеләр менән яҡынлашыуы тураһындағы хәбәр Парижға ла килеп етә, шуға ла яҙыусыға бик һаҡ булырға тура килә. Ул, исемен ҡуймайынса ғына, инглиз журналдарында үҙенең әҫәрҙәрен баҫтыра. Йөҙ йыл үткәс кенә был мәҡәләләрҙең авторы Стендаль булыуы асыҡлана. 1822 йылда ул «Мөхәббәт тураһында» тип аталған китабын баҫтырып сығара. 1823 йылда Стендалдең француз романтизмы манифесы — «Расин һәм Шекспир» трактаты Парижда донъя күрә.

20-се йылда Стендаль әҙәби салондарҙа үҙен зирәк һәм тапҡыр һүҙле бәхәссе итеп күрһәтә. Шул уҡ йылдарҙа уның реализмға табан йүнәлеш алыуын раҫлаған бер нисә әҫәре баҫылып сыға. «Арманс» (1827) атамаһы аҫтында беренсе романы, «Ванина Ванини» (1829) повесы нәшер ителә. Шул уҡ 1829 йылда уға Рим ҡалаһы буйынса белешмә төҙөргә тәҡдим итәләр. шулай итеп, уның «Рим буйлап сәйәхәт» тигән китабы баҫыла, унда Стендаль француз сәйәхәтселәренең Италия буйлап сәйәхәт итеүе хаҡында бәйән итә. 1830 йылда яҙыусының «Ҡыҙыл һәм ҡара» романы донъя күрә. Яҙыусы өсөн был йылдар ярайһы уҡ ауыр була, сөнки даими эш хаҡы алып эшләгән эш урыны булмай, шуға күрәлер, ул үҙенең ҡульяҙмаларының ситенә пистолет һүрәттәрен төшөрә, күп һанда васыятнамәләр яҙа.

Һуңғы осор

үҙгәртергә

1830 йылдың 28 июлендә Францияла Июль монархияһы урынлашҡандан һуң, Стендаль дәүләт хеҙмәтенә эшкә төшә. Ул тәүҙә Триестаға, артабан Чивитавеккияға француз консулы итеп ебәрелә, ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр Чивитавеккияла консул булып тора. Был бәләкәй генә портлы ҡалала, әлбиттә, Парижда тыуған кешегә бик күңелһеҙ була, чиновник эше ижади эшмәкәрлек өсөн ваҡыта та ҡалдырмай[15]. Күңелен бушатыу өсөн ул ваҡыт-ваҡыт Римгә юлланыр була. 1832 йылда Стендаль «Эгоист хәтирәләре» романын яҙа башлай, тағы ике йылдан «Люсьен Левен» романына тотона, әммә уны тамамлап ҡуймай. 1835 йылдан 1836 йылға тиклем был «Анри Брюлар тормошо» тип аталған автобиографик романын яҙа.

1835 йылдың 15 ғинуарында Стендаль Почётлы легион ордены менән бүләкләнә.

Сире көсәйеүе сәбәпле гүмеренең һуңғы йылдарында яҙыусы бик ауыр хәлдә була. Көндәлектәренең береһендә ул дауаланыу өсөн терегөмөш һәм калий иодиды ҡушылған дарыу ҡулланыуы тураһында яҙа. Был дауа уның хәлен ала, хатта ручка тотоп яҙа алмағанлыҡтан, әҫәрҙәренең текстарын диктовка менән башҡа кешенән яҙҙыра. Стендаль сифилистан вафат булған, тигән фекер раҫланмай, XIX быуатта европаның күп кенә мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — Гейне, Бетховен, Тургенев һәм башҡалар тап ошо сирҙән вафат була.

23 марта 1842 йылдың 23 мартында Стендаль урамда аңын юғалтып тәгәрәй һәм бер нисә сәғәттән һуң вафат була. Инсульттан үлгән фараз бар.

Стендаль Монмартр зыяратына ерләнгән.

Васыятнамәһендә ҡәбер ташына түбәндәгеләрҙе яҙырға ҡушып ҡалдыра (итальян телендә яҙалар):

Арриго Бейль

Миланец

Яҙҙы. Яратты. Йәшәне.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
 
Эстетик күрәғәрәшлыҡ: эпигондың был картинаһын СтендальЛеонардо да Винчиның гениаль әҫәрҙәренең береһе тип атай[16]
Романдары һәм повестары
  • Беренсе романы — «Арманс» (франц. «Armance»«Armance», т. 1-3, 1827) — Рәсәйҙә йәшәгән ҡыҙ репрессияланған декабристтан мираҫ ала, был әҫәре уңышҡа өлгәшмәй.
  • «Ванина Ванини» (франц. «Vanina Vanini»«Vanina Vanini», 1829) — аристокрак ҡыҙ һәм карбонарийҙың мөхәббәте тураһындағы повесть, 1961йылда Роберто Росселлини экранлаштыра.
  • «Ҡыҙыл һәм ҡара» (франц. «Le Rouge et le Noir»«Le Rouge et le Noir»; 2 т., 1830; 6 ч., 1831; русский перевод А. Н. Плещеева в «Отечественных записках», 1874) — Стендалдең иң мөһим әҫәре; Пушкин һәм Бальзак рамонды юғары баһалай.
  • «Пармская обитель» («La Chartreuse de Parme»; 2 т. 1839—1846) .
Тамамланмаған әҙәби әҫәрҙәре

Баҫылып сыҡҡан китаптары

үҙгәртергә

Стендаль һүҙҙәре

үҙгәртергә

«Булмағаны өсөн генә Алланы ғәфү итергә мөмкин».

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Синдром Стендаля

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. BeWeB
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118617648 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. 5,0 5,1 Henri Marie Beyle (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  6. 6,0 6,1 Stendhal // RKDartists (нидерл.)
  7. 7,0 7,1 Стендаль Анри Мари // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  8. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. https://www.conseil-etat.fr/le-conseil-d-etat/histoire-patrimoine/les-grandes-figures-du-conseil-d-etat/henri-beyle-dit-stendhal
  10. http://www.armance.com/Servoise2.html
  11. 11,0 11,1 D'un nouveau complot contre les industriels par Stendhal (Henri Beyle) 1825
  12. 12,0 12,1 Istituto dell'Enciclopedia Italiana Stendhal // Enciclopedia on line (итал.)
  13. Название немецкого города Штендаль, откуда происходил Винкельман, заново открывший художественные сокровища Италии для европейской читающей публики.
  14. Морамарко М. Масонство в прошлом и настоящем
  15. 15,0 15,1 Stendhal (French author) (англ.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
  16. The State Hermitage Museum: Hermitage Press Releases 2013 йыл 5 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә