Феликс Мендельсон
Я́коб Лю́двиг Фе́ликс Мендельсо́н Барто́льди (нем. Jakob Ludwig Felix Mendelssohn Bartholdy; 3 февраль 1809 йыл — 4 ноябрь 1847 йыл) — Германияның йәһүд сығышлы композиторы, пианист, дирижёр һәм педагог. Сәнғәттәге, атап әйткәндә музыкалағы романтизм йүнәлешенең арҙаҡлы вәкилдәренең береһе. Немец музыкаһындағы Лейпциг мәктәбе хакимы, хәҙерге Лейпциг консерваторияһына нигеҙ һалыусы, ғалим-философ Мозес Мендельсондың ейәне.
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы һәм йәшлеге
үҙгәртергәФеликс Мендельсон банкир Авраам Мендельсон ғаиләһендә тыуған. Уның олатаһы — билдәле йәһүд ғалим-философы Мозес (Моисей) Мендельсон, Хаскала («Йәһүд мәғарифы») хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы. Феликс тыуғас бер нисә йылдан һуң Мендельсондарҙың йәһүд сығышлы ғаиләһе лютеранлыҡ ҡабул итә[13] һәм Бартольди тигән икенсе фамилия ала. 1811 йылда Мендельсондар Берлинға күсенә.
Феликс бай ижади һәм интеллектуаль мөхиттә үҫә. Ул дәүерҙең билдәле шәхестәренең күбеһе, атап әйткәндә, танылған философ Фридрих Гегель һәм билдәле музыка педагогы, композитор Карл Цельтер, Мендельсондар йортонда йыш була. Үҫмерҙең музыкаль һәләтенә нәҡ Цельтер иғтибар итә һәм уның менән музыка теорияһы буйынса дәрестәр үткәрә башлай. Йәш Мендельсон бер үк ваҡытта композитор Людвиг Бергерҙа фортепианола, башта Карл Хеннинг, һуңынан Эдуард Риц менән скрипкала уйнарға өйрәнә башлай. Әйткәндәй, остаздарының һуңғыһына 1822 йылда ул үҙенең үҫмер ижади емеше ре-минор концертын бағышлай. Туғыҙ йәшендә үк Феликс пианист булараҡ уңышлы сығыш яһай, ә бер йылдан һуң Берлинда уның вокал дебюты үтә: Мендельсон яҡшы альт тауышлы була. Уның тәүге етди композиция тәжрибәләре лә нәҡ ошо ваҡытҡа тура килә: скрипка һәм фортепиано өсөн соната, фортепиано триоһы, ике фортепиано сонатаһы, орган өсөн бер нисә әҫәр. 1821 йылда Цельтер Мендельсонды Иоһанн Вольфганг Гёте менән таныштыра, шағир 12 йәшлек музыканттың һәләтен бик яҡшы баһалай. Тиҙҙән Мендельсон Берлинға үҙенең «Вольный стрелок» операһын ҡуйырға килгән композитор Карл Вебер менән дә таныша. Был йылдарҙа пианист һәм дирижёр булараҡ сығыш яһап, Мендельсон әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара. Уның ошо осор ижад емештәренән Беренсе c-moll симфонияһын, фортепианоның оркестр менән a-moll концерты, фортепиано квинтеты һәм секстетын әйтергә була, 1824 йылда уның «Два племянника» исемле операһы сәхнәгә ҡуйыла. Мендельсон нәҡ ошо ваҡытта билдәле пианист Игнац Мошелес менән таныша, был ике ижадсыны күп йыллыҡ дуҫлығы һәм нәтижәле хеҙмәттәшлегенең башланыуы була.
Ижади карьераһының башы (1825—1829)
үҙгәртергә1825 йылда Авраам Мендельсон Парижға юллана һәм үҙе менән улын да ала. Ошо дәүерҙәге Париж Европалағы музыкаль үҙәктәрҙең береһе була, бында үҙ заманының мәшһүр композиторҙары — Джоаккино Россини һәм Джакомо Мейербер йәшәп ижад итә. Мендельсон Париж Консерваторияһы ректоры Луиджи Керубини менән осраша, ул йәшталантҡа бик юғары баһа бирә. Шул саҡтағы хаттарынан күренеүенсә, Франция композиторҙар мәктәбе Мендельсонға әллә ни иҫ китерлек тәьҫир итмәй, шулай булһа ла ул илдең музыкаль даирәләрендә күп һанлы танышлыҡтар булдыра.
1825 йылдың майында Мендельсондар Берлинға әйләнеп ҡайта, Феликс ғүмерендә икенсе тапҡыр Гёте менән осраша. Яҙыусының өйөндә Мендельсондың уға бағышланған Фортепиано квартеты тәүге тапҡыр башҡарыла. Ошо йылдың авгусында композитор үҙенең «Свадьба Камачо» исемле ике актлы операһын тамамлай, әҫәр Сервантестың "Дон Кихот"ындағы бер эпизод буйынса яҙыла.
Мендельсондар ғаиләһе Leipziger Straße, 3 адресы буйынса урынлашҡан иркен боронғо йортҡа күсенә, бында ҙур музыка залы була. Нәҡ ошонда Феликстың шәмбе һайын ойошторған концерттары матур йолаға әйләнә, уға һәр саҡ бер нисә йөҙ кеше йыйыла.
1826 йылда Мендельсон үҙенең киң билдәлелек аласаҡ әҫәрен — Уильям Шекспирҙың «Сон в летнюю ночь» комедияһына увертюраһын ижад итә. Артабанғы концерттарына йыш ҡына нәҡ уны индереп, башҡарыуға үҙе дирижёрлыҡ итер була.
1827 йылда «Свадьба Камачо» операһы беренсегә ҡуйыла, оркестр менән Гаспаре Спонтини етәкселек итә. Тамашасылар әҫәрҙе яҡшы ҡабул итһә лә, төрлө интригалар арҡаһында уның икенсегә ҡуйылышы өҙөлә. Артабан үҙенең был әҫәренән Мендельсондың күңеле ҡайта, шуға ла ул башҡа бер опера ла яҙмай, башлыса инструменталь музыка һәм ораториялар ижад итә.
Шул уҡ йылда Мендельсон Гумбольдт исемендәге Берлин университеты Берлин университетына уҡырға инә, унда ғалим-философ Фридрих Гегель лекцияларын тыңлай.
Мендельсон ул ваҡытта бөтөнләй тиерлек онотолған композитор Иоганн Себастьян Бах музыкаһы менән әүҙем ҡыҙыҡһына. 1823 йылда уҡ оләсәһе уға Бахтың «Страсти по Матфею» ораторияһының күсермәһен бүләк иткән була. Композиторҙың хор әҫәрҙәрен уҡыу материалы итеп Мендельсонға Цельтер тәҡдим итә. 1829 йылда йырсы һәм режиссёр Эдуард Девриент менән берлектә Мендельсон «Страсти по Матфею» әҫәренә дирижерлыҡ итергә ниәтләнгәс, Цельтер быға әүҙем ҡаршы сыға. Шулай ҙа әҫәр сәхнәгә ҡуйыла, был Бахтың вафатынан һуң уның әҫәренең тәүге тапҡыр тамашасыға тәҡдим ителеүе була. Уның ҡыҫҡартылып башҡарылыуын айрым әйтеп үтергә кәрәк, сөнки тулы көйө әҫәр күп ваҡытты алған булыр ине, шуға ла Мендельсон ҡайһы бер арияларҙы, речитатив һәм хоралдарҙы төшөрөп ҡалдыра, оркстр составына ла бер ни тиклем үҙгәреш индерә, мәҫәлән, клавесин партияһы хаммерклавирҙа башҡарыла, һәм быны Мендельсон үҙ өҫтөнә ала[14]. Девриент Иисус партияһын башҡара. Тамаша ҙур уңышҡа өлгәшә, һәм Мендельсон уны яҡын арала тағы ла ике концертта тәҡдим итә.
Сит илдәргә гастролдәре (1829—1832)
үҙгәртергә«Страсти по Матфею» әҫәрен башҡарғандан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Мошелестың саҡырыуы буйынса Мендельсон Лондонға гастролгә бара. Бындағы Филармония йәмғиәтендә ул үҙенең оркестр өсөн яҙылған c-moll симфонияһы һәм «Сон в летнюю ночь» увертюраһы менән дирижерлыҡ итә, пианист булараҡ, Карл Вебер һәм Людвиг ван Бетховен әҫәрҙәрен тамашасыға еткерә. Сығыштарының береһендә Мендельсон Мошелес менән бергәләп үҙенең Ике фортепиано һәм оркестр өсөн концертын башҡара, үкенескә ҡаршы был әҫәр беҙҙең көндәрҙә бөтөнләй онотолған тиерлек. Мендельсон концерттары ҙур уңыш ҡаҙана. 1829 йылда ул Шотландия буйлап турне ойоштора һәм Берлинға Европала билдәллек алыусы булып ҡайта. Шотландияға визиты тәьҫирендә композитор симфония ижад итә, һуңыраҡ «Шотландия симфонияһы» исемен алған был әҫәр бары тик 1842 йылда тамамлана һәм башҡарыла.
Англияға барыу Мендельсондың атаһы бағымсылыҡ иткән грандиоз концерт турының бары тәүге өлөшө генә була. 1830 йылда композиторға Берлинда профессор дәрәжәһе тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта һәм яңы гастролгә сыға. Хәҙер ул Италияға китә, юл ыңғайы Веймарҙа туҡтала һәм унда йәшәгән Гёте менән күрешә.
Италиянан ҡайтҡас, Мендельсон концерттар менән Мюнхенда (бында ул g-moll Фортепиано концертын ижад итә һәм уны тәүгегә башҡара), Штутгартта һәм Майндағы Франкфуртта сығыш яһай һәм 1831 йылдың декабрендә Парижға килә. Бында дүрт ай була, композиторҙар Ференц Лист һәм Фредерик Шопен менән таныша. Париж тамашасыһы Мендельсондың яңы ижад емештәрен көтмәгәндә һалҡын ҡабул итә, атап әйткәндә, был тәү сиратта уның Реформацион симфонияһына ҡағыла. 1832 йылдың мартында холера йоҡтороу арҡаһында Мендельсон ҡалған концерттарын үткәрә алмай. Бәхеткә күрә, ауырыуынан композитор сағыштырмаса тиҙ ҡотола.
Ошо йылдың апрелендә уҡ Лондондағы концерттарында ул дирижёр ғына түгел, органсы музыкант булып та сығыш яһай, үҙенең артабан киң билдәлелек аласаҡ «Һүҙһеҙ йырҙар» йыйынтығының тәүге китабын баҫтырып сығара.
Йәй Мендельсон Берлинға әйләнеп ҡайта.
Дюссельдорф (1832—1835)
үҙгәртергә1832 йылдың майында Мендельсондың беренсе уҡытыусыһы, Берлиндағы Йыр Академияһы директоры Карл Цельтер вафат була. Атаһының настояние буйынса Феликс үҙ кандидатураһын остазы вазифаһына тәҡдим итә, әммә Академия ағзалары вице-директор Карл Рунгенхаген өсөн тауыш бирә. Эдвард Девринт раҫлауынса, бында Академияның ҡайһы бер ағзаларының йәһүдтәргә кире ҡараштары хәл иткес роль уйнай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң композитор Берлиндан китергә ҡарар итә.
1833 йылда Мендельсон өсөнсө тапҡыр Лондонға бара, бында ул үҙенең һуңыраҡ «итальян» исемен алған A-dur симфонияһын башҡара. Бынан һуң Мендельсонды Дюссельдорфтағы Рейн музыка фестиваленә дирижёрлыҡ итергә саҡыралар. Концерт ҙур уңыш менән үтә, һәм композиторға генеральмузикдиректор вазифаһын тәҡдим итәләр. Мендельсон риза була һәм ике йыл дауамында опера тамашалары һәм симфоник концерттар менән даими дирижёрлыҡ итә. Уларҙы тамашасы бик йылы ҡабул итә, әммә Мендельсондың ҡала театр дәирәһе етәкселеге менән мөнәсәбәттәре бик шыма булмай, шуға ла 1835 йылда Кёльн музыка фестивалендә бик уңышлы сығышынан һуң Лейпцигтың Гевандхаус филармонияһында симфоник концерттар капельмейстеры вазифаһын тәҡдим иткәс, композитор шунда уҡ уны ҡабул итә.
Лейпциг (1835—1841)
үҙгәртергә1835 йылдың 4 октябрендә Лейпцигта Мендельсон етәкселегендә тәүге концерт була. Унда «Диңгеҙ тынлығы һәм бәхеле сәйәхәт» увертюраһы башҡарыла. Тиҙҙән Лейпцигтың Гевандхаус оркестры концерттары Европаның музыка тормошонда мөһим ваҡиғаларҙың береһенә, ә Мендельсон иһә — уның төп фигураларының береһенә әйләнә. 1836 йылда Лейпциг университеты композиторға «философия докторы» дәрәжәһен бирә.
Дюссельдорфта эшләгән сағында уҡ Мендельсон библия темаһына «Илия — Павел — Христос» исеме менән оратория трилогияһы яҙыу тураһында уйлай башлай, әммә даими концерт эшмәкәрлеге был ниәтенә тотонорға бер ҙә мөмкинлек бирмәй. Лейпцигта композитор ижад хыялын тормошҡа ашыра башлай: 1836 йылдың яҙында «Павел» ораторияһын тамамлай, һәм ул тиҙҙән автор етәкселегендә Рейн музыка фестивале сәхнәһенән башҡарыла.
1837 йылдың мартында Мендельсон Сесилия Жан-Реноға өйләнә, артабан был парҙың биш балаһы була.
Мендельсон тағы ла Лондонға гастролгә бара, бында «Павел» ораторияһына дирижёрлыҡ итә, орган концертары менән сығыш яһай, оҫталыҡ дәрестәре бирә. Бер үк ваҡытта «Илия» ораторияһы өҫтөндә эш башлай.
Композиторҙың абруйы үҫкәндән-үҫә бара, уға башҡа музыканттар кәңәш һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, кемдеңдер яңы ижад емеше хаҡындағы уның уй-фекере бәхәсһеҙ ҡабул ителә. 1840 йылдың апрелендә Мендельсон Лейпцигта консерватория асыу тураһында юллау менән сыға. Етәксе вазифаһынан баш тарта, ә өс йылдан һуң немец консерваторияһы асылғас, уның башлығы була, айырым йыр, композиция һәм инструментовка кластары буйынса дәрестәр алып бара. Бер үк ваҡытта концерттарын да дауам иттерә. Ул бигерәк тә Англияла ҙур шатлыҡ менән сығыш яһай. Бирмингемда «Павел» ораторияһы һәм «Маҡтау йыры» менән дирижёрлыҡ итә, Лондонда үҙенең яңы ғына тамамлаған Шотланд симфонияһын башҡара.
Берлин
үҙгәртергә1841 йылда Пруссия короле Фридрих Вильгельм IV Мендельсонды Берлинға капельмейстер вазифаһына саҡыра. Хаким был ҡаланы Германияның мәҙәни үҙәге итергә теләй. Мендельсонға Король Сәнғәт Академияһында үҙгәрештәр индереү һәм собор хоры менән етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә.
Әммә Мендельсондың Берлиндағы реформаторлыҡ эшмәкәрлеге ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай, һәм ул кире концерттарын дауам итеү ҡарарына килә. 1842 йылда композитор ҡатыны менән тағы ла үҙенең сығыштарын йылы ҡабул иткән Англияға юллана. Был осорҙа ижадсы «Антигона», «Эдип батша» һәм «Йәйге төндәге төш» театраль тамашалары өсөн музыка яҙа.
Лейпцигтағы һуңғы йылдары
үҙгәртергә1843 йылда Мендельсондың туранан-тура һәм әүҙем ҡатнашлығы менән Лейпцигта Юғары музыка һәм театр мәктәбе (Консерватория) — Германиялағы тәүге юғары музыка уҡыу йорто асыла. Бында уҡытыусылар итеп ул замандың билдәле музыканттары Роберт Шуман, Фердинанд Давид, Игнац Мошелес һәм башҡалар саҡырыла. Бер йылдан һуң Мендельсон тағы ла Англияла концерттар менән сығыш яһай, унан ҡайтҡас, Берлин капельмейстеры вазифаһынан бушатыуын һорап королгә мөрәжәғәт итә.
1845 йылдың сентябрендә Мендельсон Лейпцигҡа ҡайта, бында ул Гевандхаузда симфоник концерттар дирижёры эшен дауам итә, Консерваторияла уҡыта һәм «Илия» ораторияһын яҙыуға тотона. Ижад емеше 1846 йылда әҙер була һәм беренсе тапҡыр Бирмингемда тамашасы хөкүменә сығарыла. Тиҙҙән композитор трилогияның өсөнсө өлөшө — «Христос»ҡа тотона, әммә һаулығы ҡаҡшап китеү сәбәпле, эшен туҡтата. 1847 йылда Мендельсон һуңғы тапҡыр Англияла була, Манчестер һәм Бирмингемда башҡарылған «Илия» ораторияһына дирижёрлыҡ итә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Мендельсон Швецияның опера йырсыһы Женни Линдҡа (1820—1887) ғашиҡ була. Композитор, ғаиләһен ташлап, яңы һөйгәне менән Америкаға китергә лә әҙер була, үҙ-үҙенә ҡул һалыу менән дә янай, әммә йырсы уның менән яҙмышын бәйләүҙән баш тарта. Яуапһыҙ мөхәббәт хистәре менән ғазапланған композитор үҙенең тойғоларын тиҙҙән киң билдәлелек аласаҡ "Скрипка өсөн концерт"ында сағылдыра. Был әҫәр, ысынлап та, хәҙер донъя музыкаһының иҫ киткес гүзәл әҫәре булып танылған.
1847 йылдың 14 майында Мендельсондың оло апаһы Фанни 42 йәшендә генә вафат була. Был ҡайғыны ауыр ҡабул иткән композитор концерт эшмәкәрлеген туҡтата һәм бер ни тиклем ваҡытҡа Швейцарияға юллана. Шул уҡ йылдың 28 октябрендә Лейпцигта ул инсульт кисерә, 3 ноябрҙә — был хәл тағы ҡабатлана. Икенсе көнгә Мендельсондың йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Гольдшмидтштрассе урамындағы композитор вафат булған 12-се йортта бөгөн уның музейы эшләп килә.
Берлиндә ерләү
үҙгәртергәМәрхүмдең һуңғы теләгенә ярашлы уның кәүҙәһе Берлинға алып барыла һәм Мерингдамм 22 адресы буйынса урынлашҡан зыяраттағы Мендельсондарҙың ғаилә участкаһында, уның күптән түгел вафат булған яратҡан апаһы Фанни ҡәбере янында ер ҡуйынына тапшырыла [15].
Мендельсон үлгәндән һуң ике йыл үткәс (1849), швед йырсыһы Женни Линд Феликс Мендельсон исемендәге стипендиялар фондын булдыра. 1896 йылда йырсының ире Отто Голдшмидт, 100 йыл арауығында баҫып сығармау шарты менән, вафат булған ҡатынының документтарын ошо фондҡа тапшыра. 1996 йылда Фонд әйтелгән архивтың йөкмәткеһен донъяға сығармай. Был фактты Мендельсондың фундаменталь биографияһы («A Portrait of Mendelssohn», 2003) авторы Клайв Браун «өндәшмәҫкә һөйләшеп ҡуйыу» тип билдәләй[16].
Мендельсон замандаштары һәм һуңыраҡ дәүер вәкилдәре күҙлегенән
үҙгәртергәЗамандаш музыканттары араһында Мендельсондың абруйы бик тә юғары була. Мәҫәлән, Роберт Шуман уны «19-сы йөҙ йыллыҡтың Моцарты» тип нарыҡлай, йәш Гектор Берлиоз, Мендельсондың пианист сәнғәте уның композитор генийлығы кеүек үк бөйөк, тип яҙа. ә уның һуңғы «Илия» ораторияһы тураһында «гармония йәһәтенән күтәренке мөһабәт һәм әйтеп бөтмәҫлек ҡупшы» [17].
Әммә Мендельсондың вафатынан һуң күп тә үтмәҫтән уның ижады Рихард Вагнерҙың «Музыкала йәһүдлек» мәҡәләһендә ҡаты һәм бер төрлө генә аңлап булмаҫлыҡ баһаға дусар ителә: Мендельсондың «ныҡ бай үҙенсәлекле талантын» танып, Вагнер уны Иоганн Себастьян Бахҡа оҡшарға тырышыуҙа ғәйепләй һәм «Мендельсондың аныҡ булмаған, ваҡ уй-фекеҙәре ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә аҡылға аптырарлыҡ тәьҫир итерлек сағылыш табыуына йүнәлтелгән ижади тырышлыҡтары беҙҙең музыка стилендәге әҙәпһеҙлеккә һәм баш-баштаҡлыҡҡа ныҡ ҡына булышлыҡ иттеләр» тип ғәйеп ташлап, Мендельсон музыкаһының был үҙенсәлектәрен авторҙың милләте менән туранан-тура бәйләнешкә ҡуя,[18].Хәйер, Вагнерҙың Мендельсонға ғәмәлдәге ҡарашы былай уҡ бер яҡлы кире булмай[19].Мендельсонды Вагнерҙан ҡурсалап уны һәр саҡ юғары баһалаған Пётр Ильич Чайковский сығыш яһай[20]Ул ироник планда түбәндәгеләрҙе яҙа: «Юғары һәләтле йәһүдкә немец эскерһеҙлеге менән Вагнер кеүек оҙайлы, ауыр, шаулы һәм ҡайһы саҡ түҙеп торғоһоҙ күңелһеҙ опералар менән кешелекте йоҡлатыу урынына уны шундай мәкерле мыҫҡыллау менән үҙенең инструменталь әҫәрҙәре ярҙамында кинәндереү оят булманымы икән!»[21]
Мендельсондың дирижёр булараҡ та ҡаҙаныштары юғары: Иоганн Себастьян Бах һәм Георг Фридрих Гендель әҫәрҙәре, шулай уҡ Франц Шуберттың До-мажор симфонияһы нәҡ уның етәкселегендә оҙайлы тәнәфестан һуң тәүгегә башҡарыла.
Мендельсондың төп әҫәрҙәре
үҙгәртергәОпералар һәм зингшпилдәр
үҙгәртергә- «Два племянника, или Дядюшка из Бостона»
- «Свадьба Камачо»
- «Любовь солдата»
- «Два педагога»
- «Бродячие комедианты»
- «Возвращение с чужбины» (переработано в вокальный цикл, op. 89; 1829)
Ораториялар
үҙгәртергә- «Павел», op. 36 (1835)
- «Илия», op. 70 (1846)
- «Христос», op. 97 (не окончена)
- Te Deum
Кантаталар
үҙгәртергә- «Christe, Du Lamm Gottes» (1827)
- «O Haupt voll Blut und Wunden» (1830)
- «Vom Himmel hoch» (1831)
- «Wir glauben all» (1831)
- «Ach Gott vom Himmel sieh darein» (1832)
- «Вальпургиева ночь», op. 60
- «Праздничные песнопения», op. 68 (1840)
- «Wer nur den lieben Gott lasst walten» (1829)
Оркестр өсөн әҫәрҙәр
үҙгәртергә- 13 симфоний для струнного оркестра (1821—1823)
- Симфония № 1 c-moll op. 11, (1824)
- Симфония № 2 B-dur (симфония-кантата «Хвалебная песнь»), op. 52 (1840)
- Симфония № 3 a-moll («Шотландская»), op. 56 (1842)
- Симфония № 4 A-dur («Итальянская»), op. 90 (1833)
- Симфония № 5 d-moll («Реформационная»), op. 107 (1832)
- Увертюра C-Dur («Увертюра с трубами»), op. 101 (1825)
- Увертюра «Сон в летнюю ночь», op. 21, (1826/1831)
- Увертюра «Сказка о прекрасной Мелузине», op. 32 (1833)
- Увертюра «Гебриды, или Фингалова пещера», op. 26 (1832)
- Увертюра «Морская тишь и счастливое плавание», op. 27 (1828/1833/1834)
- Увертюра «Рюи Блаз», op. 95 (1839)
- Музыка к трагедии «Антигона», op. 55 (1841)
- Музыка к комедии «Сон в летнюю ночь», op. 61 (1843, в том числе «Свадебный марш»)
- Музыка к пьесе «Аталия», op. 74 (1843—1845)
- Музыка к трагедии «Эдип», op. 93 (1845)
- Музыка к пьесе «Лорелея», op. 98 (1845)
Концерттар
үҙгәртергә- Концерт для скрипки с оркестром d-moll (1822)
- Концерт для скрипки с оркестром, e-moll op. 64 (1838, вторая редакция 1844)
- Концерт для фортепиано с оркестром a-moll (1822)
- Концерт для фортепиано с оркестром № 1 g-moll, op. 25 (1831)
- Концерт для фортепиано с оркестром № 2 d-moll, op. 40 (1837)
- Два концерта для двух фортепиано с оркестром (E-dur и As-dur) (1823—1824)
- Концерт для скрипки и фортепиано с оркестром d-moll (1823)
Камера әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Семь струнных квартетов;
- Два струнных квинтета;
- Струнный октет;
- Две сонаты для скрипки и фортепиано;
- Две сонаты для виолончели и фортепиано;
- Два фортепианных трио;
- Три фортепианных квартета;
- Соната для альта и фортепиано
Фортепиано өсөн әҫәрҙәр
үҙгәртергә- Прелюдии и фуги ор. 35
- Вариации: «Серьезные вариации» ор. 54
- Три сонаты
- Фантазия fis-moll op.28
- Этюды
- Каприччио
- «Песни без слов», восемь тетрадей
- Рондо-Каприччиозо
Орган өсөн әҫәрҙәр
үҙгәртергә- Прелюдия d-moll (1820)
- Анданте D-dur (1823)
- Пассакалья c-moll (1823)
- Три прелюдии и фуги, op. 37 (1836/37)
- Три фуги (1839)
- Прелюдия c-moll (1841)
- Шесть сонат op. 65 (1844/45)
- Анданте с вариациями D-dur (1844)
- Аллегро B-dur (1844)
Вокал һәм хор әҫәрҙәре
үҙгәртергә«Петь на просторе». Шесть песен. Op. 41
үҙгәртергә- № 1. «В лесу» (сл. А. Платена)
- № 2. «Беги со мной» (сл. Г. Гейне)
- № 3. «Как иней ночкой весенней пал» (сл. Г. Гейне)
- № 4. «Над её могилой» (сл. Г. Гейне)
- № 5. «Майская песня» (сл. Л. Хёльти)
- № 6. «На озере» (сл. И. В. Гёте)
«Первый день весны». Op. 48
үҙгәртергә- № 1. «Предчувствие весны» (сл. Л. Уланда)
- № 2. «Подснежник» (сл. Н. Ленау)
- № 3. «Праздник весны» (сл. Л. Уланда)
- № 4. «Песня жаворонка». Канон
- № 5. «Утренняя молитва» (сл. Й. Эйхендорфа)
- № 6. «Осенняя песня» (сл. Н. Ленау)
«Среди зелени». Шесть песен. Op. 59 (1844)
үҙгәртергә- № 1. «Среди зелени» (сл. Г. Шези)
- № 2. «Ранняя весна» (сл. И. В. Гёте)
- № 3. «Прощание с лесом» (сл. Й. Эйхендорфа)
- № 4. «Соловей» (сл. И. В. Гете)
- № 5. «Грёзы» (сл. Л. Уланда)
- № 6. «Охотничья песня» (сл. Й. Эйхендорфа)
Мотеттар
үҙгәртергә- Услышь молитву мою! (англ. Hear My Prayer, нем. Hör mein Bitten). Соль мажор, WoO 15, текст перевода Псалма 54 (55).
Алты хор. Op. 88
үҙгәртергә- № 1. «Новогодняя песня» (сл. Й. П. Гебеля)
- № 2. «Счастливый» (сл. Й. Эйхендорфа)
- № 3. «Пастушья песня» (сл. Л. Уланда)
- № 4. «Лесные птички» (сл. Щютца)
- № 5. «Германия» (сл. Й. П. Гебеля)
- № 6. «Странствующий музыкант» (сл. Й. Эйхендорфа)
Дүрт хор. Op. 100
үҙгәртергә- № 1. «Память»
- № 2. «Хвала весне» (сл. Л. Уланда)
- № 3. «Весенняя песня»
- № 4. «В лесу»
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118580779 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Felix Mendelssohn-Bartholdy (нидерл.)
- ↑ 4,0 4,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
- ↑ 5,0 5,1 Biographisches Lexikon der Münzmeister und Wardeine, Stempelschneider und Medailleure
- ↑ 6,0 6,1 Риман Г. Мендельсон-Бартольди (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. Юргенсон — М.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 2. — С. 835—838.
- ↑ Риман Г. Гензель (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. Юргенсон — М.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 333.
- ↑ Гензель, Фанни-Цецилия (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1892. — Т. VIII. — С. 337.
- ↑ Geni (билдәһеҙ) — 2006.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Grove Music Online (ингл.) — OUP.
- ↑ https://findingaids.loc.gov/exist_collections/ead3pdf/music/mu2005.wp.0058.pdf
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/6b8ff8a1-ace5-4749-b039-a85422a7a785 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ [1] Электронная еврейская энциклопедия. Феликс Мендельсон
- ↑ Был хаммерклавир беҙҙең көндәргә килеп еткән һәм хәҙер Берлиндағы музыка ҡоралдары музейында һаҡлана
- ↑ Felix Mendelssohn Bartholdy // Stiftung Historische Kirchhöfe und Friedhöfe in Berlin-Brandenburg wurde
- ↑ Музыковеды прольют свет на биографию Феликса Мендельсона . lenta.ru (12 ғинуар 2009). Дата обращения: 4 апрель 2019.
- ↑ John L. Holmes. Composers on Composers.(недоступная ссылка) — Greenwood Press, 1990. — P. 94
- ↑ Р. Вагнер. Еврейство в музыке 2009 йыл 20 август архивланған. / Перевод с немецкого И. Ю-са. — СПб.: С. Грозмани, 1908. Перепечатано: «Лебедь» (Бостон), № 288, 08 сентября 2002 г.
- ↑ Борис Хазанов. Примечания к Вагнеру // «Слово\Word», 2008, № 59.
- ↑ Например, в письме М. И. Чайковскому от 26.02.1879 (ст. ст.): «удивлялся чудному мастерству его». — Цит. по: Соколов В. С. Письма П. И. Чайковского без купюр: Неизвестные страницы эпистолярии // Петр Ильич Чайковский. Забытое и новое: Альманах. Вып. I. Сост. П. Е. Вайдман и Г. И. Белонович. (Труды 2013 йыл 21 февраль архивланған. Дом-музея П. И. Чайковского (Клин))— М.: ИИФ «Мир и культура», 1995. — С. 133.
- ↑ «Русские ведомости», 29.11.1872.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Иванов-Борецкий М. В. Мендельсон. — М., 1910.
- Дамс В. Ф. Мендельсон-Бартольди / Пер. с нем. — М., 1930.
- Ворбс Г. Х., Ф. Мендельсон-Бартольди. Жизнь и деятельность в свете собственных высказываний и сообщений современников. / Пер. с нем. М., 1966.
- Харківські асамблеї. Міжнародний музичний фестиваль 1994 р. «Ф. Мендельсон-Бартольді та просвітництво». Збірка матеріалів / Упорядник Г. І. Ганзбург. — Харків, 1994. — 148 c.
- Ф. Мендельсон-Бартольди и традиции музыкального профессионализма: Сборник научных трудов / Сост. Г. И. Ганзбург. — Харьков, 1995. — 172 с.
- Ranft P., Felix Mendelssohn-Bartholdy, Lpz., 1972.
- Brown C. A Portrait of Mendelssohn. Yale University Press. 2003. — 551pp.
- Cooper J. M.; Prandi J. D. (editor). The Mendelssohns: Their Music in History. Oxford University Press. 2002. — 382 pp.
- Михаил Воротной. Ф. Мендельсон-Бартольди. Серьёзные вариации. Op. 54. — 28с
Һылтанмалар
үҙгәртергәФеликс Мендельсон Викимилектә | |
Феликс Мендельсон Викияңылыҡтарҙа |
- Феликс Мендельсон: ноты произведений на International Music Score Library Project
- Записи «Песен без слов» и других произведений Мендельсона
- Феликс Мендельсон — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Международное мендельсоновское общество
- Сайт, посвящённый Феликсу и Фанни Мендельсонам
- Статья — Моцарт XIX века
- Тетельбаум М. Композитор-романтик XIX века