Ислам әҙәбе
Әҙәп (ғәр. أدب — әдәб) — шәриғәт нормалары менән билдәләнгән тәртиптәр ; үҙ эсенә яҡшы манераларҙы, әҙәп нормаларын, иплелекте, кешелеклелекте ала[1].
Ислам әҙәбе | |
ғәр. أدب | |
Яҙыу | Ғәрәп алфавиты |
---|
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Этимологияһы
үҙгәртергәӘҙәб һүҙе тарихы ғәрәп мәҙәниәтенең исламға тиклемге осорҙан алып беҙҙең көндәргә тиклемге эволюцияһын сағылдыра. Башта ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәте синонимы тип ҡарала, «ғәҙәт», «тәртиптең мираҫ булып килгән нормаһы», ата-бабаларҙан һәм башҡа кешеләрҙән алынған «йола» мәғәнәһендә була. Дини мәғәнәлә әҙәп — үҙ өммәте өсөн Пәйғәмбәрҙең сөннәте[2].
Этикет ҡағиҙәләре
үҙгәртергәИсламдың үҙ этикет ҡағиҙәләре бар, улар мосолман тормошоноң бөтә аспекттарын үҙ эсенә ала. Мосолмандар этикетҡа әҙәплелек, ихтирам кеүек сифаттарҙы индерә һәм үҙ эсенә хәжәт үтәү әҙәбе, таҙарыныу (тәһәрәт) һ. б. ала. Имам әл-Бохариҙың Сәхих әл-жәмиғ китабындағы хәҙис буйынса, иң яҡшы кешеләр — «иң яҡшы ҡыланышлы һәм иң яҡшы холоҡло» кешеләр[3].
Ислам хоҡуғында әҙәб термины «яҙылған һәм тыйылған» (әл-әмр үә ән-нәһий) төшөнсәһенә яҡын йәки унан туранан-тура сығарылған мәғәнәгә эйә. Был мәғәнәлә ул хаж әҙәбе (хаж ҡылыу ҡағиҙәләре) йәки Ҡөрьән уҡыу әҙәбе (ҡасан ҡулға Ҡөрьән алырға, ҡайҙа уҡырға, ҡайҙа ҡуйырға һ. б.) тигән һүҙбәйләнештә ҡулланыла[4].
Әҙәп әҙәбиәте
үҙгәртергәIX быуатта ғәрәп-ислам мәҙәниәтендә әҙәбиәт аша ата-бабаларҙан мираҫ итеп алынған «маҡтаулы тәртип образы» тәрбиәләү маҡсаты ҡуйған йүнәлеш формалаша. "Әҙәп әҙәбиәте"нең иң сағыу вәкилдәре әл-Жәхиз, Ибн Ҡотайба, Әбү Хәйән әт-Тәухиди.
Әҙәп дәреслектәре уҡыусыға математика, грамматика, тарих, ғәрәп шиғриәте, ғәрәп ҡәбиләләре генеалогияһы, риторика, этика һ. б. өлкәһендә башланғыс белем бирә[5]
Хәҙерге ғәрәп илдәрендә әҙәп нәфис әҙәбиәт тигәнде аңлата.
Әҙәп миҫалдары
үҙгәртергәХәйерле ғәмәлдәр | Хәйерһеҙ ғәмәлдәр |
---|---|
| |
|
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Firmage, Edwin Brown and Weiss, Bernard G. and Welch, John W. Religion and Law. 1990, page 202-3
- ↑ Gabrieli, F., 1986
- ↑ аль-Бухари Сахих Т.8, хадис № 6029.
- ↑ Смирнов, 2001
- ↑ Адаб . Энциклопедия Кругосвет. Дата обращения: 18 июнь 2013. Архивировано 19 июнь 2013 года.
- ↑ Муххамад Закария Кандехлави. Ценности Корана. Архивированная копия . Дата обращения: 9 июль 2015. Архивировано 10 июль 2015 года.
- ↑ 7,0 7,1 Правила поведения при чтении Корана, что желательно и что не желательно при чтении Корана. Священный Коран. Дата обращения: 10 июль 2015. Архивировано 26 май 2015 года.
- ↑ Сухайл Taрмахомед. Какие существуют правила и адабы относительно прослушивания аудиозаписей Корана? Ан-Ниса (27 декабрь 2014). Дата обращения: 9 июль 2015. Архивировано 10 июль 2015 года.
- ↑ Ахмедова, Айша Адабы Корана . assalam.ru. Дата обращения: 9 июль 2015. Архивировано 14 июль 2015 года.
- ↑ 10,0 10,1 А. А. Хисматулин. Туалеты и урны: ислам // Сосуды тайн: туалеты и урны в культурах народов мира. — СПб: Петербургское востоковедение, 2002.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- урыҫ телендә
- Смирнов А. В. Адаб // «Этика: Энциклопедический словарь» / Под общ. ред. Р. Г. Апресяна, А. А. Гусейнова. — М.: «Гардарики», 2001.
- башҡа телдәрҙә
- Adab / Gabrieli, F. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Azarnoosh A., Umar S. Adab // Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary Encyclopaedia Islamica. — Brill, 2015.
- Ohlander E. S. Adab, in Ṣūfism // Edited by: Kate Fleet, Gudrun Krämer, Denis Matringe, John Nawas, Everett Rowson Encyclopaedia of Islam, THREE. — Brill, 2015. Архивировано из первоисточника 10 июль 2015.