Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әҙәп (ғәр. أدب‎) — әхлаҡи-дидактик әҙәбиәт жанрын билдәләгән ислам термины. Йәмғиәттең эшмәкәрлек даирәһен камиллаштырыу бурысын үҙ өҫтөнә алған әҙәбиәтсе әҙип тип аталған. Әҙәптең иң сағыу вәкилдәре Әл-Жахиҙ, Ибн Ҡотайба һәм Әбү Хәйән әт-Тәухиди була.

IX быуатта ғәрәп-ислам мәҙәниәтендә ата-бабаларҙан мираҫ итеп алынған «маҡтаулы тәртип образы» әҙәбиәте аша тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған йүнәлеш формалаша[1]. Әҙәп әҙәбиәте төрлө йыйынтыҡтар, трактаттар, антология һәм очерктар рәүешендә була. Әҙәп йыйынтыҡтарына нәфис һүҙ, тәү сиратта шиғриәт өлгөләре, шулай уҡ Ҡөрьән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтенән өҙөктәр ингән[2].

Ислам хоҡуғында әҙәп термины «ҡушылған һәм тыйылған» төшөнсәһенә яҡын йә туранан-тура мәғәнәгә эйә (әл-әмр үә ән-нәхй). Был мәғәнәлә ул «хаж әҙәбе» «Ҡөрьән уҡыу әҙәбе» (Ҡөрьәнде ҡасан ала алаһығыҙ, ҡайҙа уҡырға, ҡайҙа ҡуйырға мөмкин һ.б.) һүҙҙәрендә ҡулланыла [2].

 
Ҡарғалар батшаһы үҙенең кәңәшселәре менән[3].

"Мосолман ренессансы " дәүерендә (IX—XI быуаттар), һуңыраҡ хакимдар һарайында ғалимдар, аҡыл эйәләре, шағирҙар, музыканттар, шулай уҡ уларҙы ҡурсалаусылар осрашыуҙары үтә. Әҙәп нигеҙендә рухи традицияларға эйәреү ята, ә уның маҡсаты донъяуи белем биреү була. Әҙәп дәреслектәре уҡыусыға математика, грамматика, тарих өлкәһендә башланғыс белем бирә[1] ғәрәп шиғриәте, ғәрәп ҡәбиләләре шәжәрәһе, риторика, этика һ. б. өйрәтә

Хәҙерге ғәрәп илдәрендә әҙәп нәфис әҙәбиәтте аңлата.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Адаб // Энциклопедия «Кругосвет».