Тәртил (ғәр. الترتیل‎‎ — әт-тәртил, көйләү; рус. Тартиль) — Ҡөрьәндең үҙенсәлекле рецитация стиле, талғынлығы һәм моңлолоғо, бөтә өндәрҙең асыҡ һәм дөрөҫ әйтелеүе, саманан тыш ҡупшыламай, Ҡөрьән тексында махсус билдәләр менән билдәләнгән паузаларҙы аныҡ тотоп уҡылыуы менән айырылып тора.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Морфологик йәһәттән «тәртил» термины «рәттәл» ҡылымынан килеп сыҡҡан, ул «йырлау», «көйләү» мәғәнәләренә эйә.

Ислам сығанаҡтарында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде тап ошо ысул менән уҡыуы тураһында хәҙистәр күп[1]. Шулай уҡ ислам дине тәғлимәтселәренең дөрөҫ һәм ентекле уҡып, аят мәғәнәһе өҫтөндә уйланыу менән бергә Ҡөрьәнде яйлап уҡыу кәрәклеге тураһында әйткән фекерҙәре лә бар.

Тәртил Ҡөрьәндә

үҙгәртергә
  Ул кафырҙар әйтте: "Ни өсөн һин Ҡөръәнде бер ю​лы индермәнең?" (Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны һинең ҡәлбеңә ныҡлы урынлашһын тип, шулай ҡылдыҡ, һәм Беҙ уны иң яҡшы рәүештә аңлаттыҡ (раттәлнәәһү тәртиилә)
 
транскрипцияһы

Үә ҡаалә-лләҙиинә кәфәруу ләү ләә нүззилә ғәләйһил-Ҡур'әәнү джүмләтәү-үәәхидәтәң кәҙәәликә линүҫәббитә биһи фү'әәдәкә үә раттәлнәәһү тәртиилә

25:32

Тәртил тәжүид структураһында

үҙгәртергә

Ҡөрьән уҡыу тураһындағы ғилем сиктәрендә (тәжүидтә) был Изге Китапты рецитациялауҙың бер нисә ысулы бар: тәхҡиҡ (өйрәнеүселәр өсөн әкрен уҡыу), һәдер (ашығыс уҡыу) һәм тәдүир (урта манера). Структураһы буйынса тәртил беренсе һәм өсөнсө уҡыу төрҙәренә — тәхҡиҡ һәм тәдүиргә - ҡарай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Баранов Х. К. Арабско-русский словарь: ок. 42 000 слов. — 3-е изд. — М., 2001.
  • tartīl // Encyclopaedia of Islam, Second Edition, Glossary and Index of Terms / P.J. Bearman, Th. Banquis, C.E. Bowworth, E. van Donzel, W. P. Heinrichs Bowworth. — Brill Online, 2014.