Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мисүәк (ғәр. المسواك‎), сүвәк (ғәр. سواك‎) — араҡ (фарсы сальвадораһы) тип аталған ағастың ботаҡтарынан һәм тамырынан эшләнә торған теш таҙартҡыс. Сәйнәгән ваҡытта ул сүсләнеп таралып, бумала рәүешенә инә.

Фарсы сальвадораһы
Мисүәк

Мисүәкте исламға тиклем үк файҙалана торған булғандар, әммә ул шәреҡтә бөгөнгәсә бик теләп ҡулланыла. Ул Яҡын Көнсығыштан Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш илдәренә таралып киткән һәм «сәйнәү таяғы» тигән атама менән билдәле (мал. Kayu Sugi).

Исламда мисүәк ҡулланыу — сөннәт ғәмәл. Хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, мисүәк тотоноу фарыз тип һаналыр дәрәжәгә еткән. Мөхәммәт Пәйғәмбәр әйткән:

Өммәтем өсөн ауыр булыр тип уйламаһам, мин мисүәкте һәр тәһәрәт алғанда файҙаланырға ҡушыр инем.

Имам әл-Бохари, «Сәхих» йыйынтығы

Тәбиғи туҡланыу яҡлылар (вегандар, вегетариандар, сейләй ашаусылар) мисүәкте бик күп ҡуллана.

Башҡорт халҡында мисүәк (сүвәк)

үҙгәртергә

Башҡорт телендәге «сүбәк сәйнәү» (буш хәбәрҙе күп һөйләү) тигән ғибәрә, ихтимал, сүвәк (мисүәк) сәйнәүҙән килеп сыҡҡандыр. Мисүәк менән теш таҙартыу фарыз ғәмәл дәрәжәһенә етә яҙған шарттарҙа, әлбиттә, уны ауыҙҙарында йыш тотҡандар, йыш сәйнәгәндәрҙер. Халыҡта «мисүәк» тигән вариант түгел, ә сүвәк тигәне таралған булғандыр[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • «Башҡорт теленең һүҙлеге», 2-се том. — Мәскәү, 1993 — 245-се бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  1. «Башҡорт теленең һүҙлеге», 2-се том. — Мәскәү, 1993 — 245-се бит.