Ихрам
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ихрам (ғәр.إحرام ҡотолоу, ваз кисеү, бағышлау) - айырым бер төр кейемде һәм ихрам халәтен аңлата.
Ихрам (кейем)
үҙгәртергәМәккәлә хаж ҡылыусы кейә торған кейем. Ул - етен йәки мамыҡтан туҡып эшләнгән ике буй аҡ туҡыма. Береһе яурын аша тәнгә һалына, икенсеһе билгә урала. Бындай туҡымаға энә теймәгән булырға тейеш. Был кейем элек-электән хажға барыусыларҙың яҡшы ниәт менән сәфәр тотоуын аңлата.Был кейем тулы ғөсөл алып, ихрам хәленә инергә ниәт итеп кейелә. Ихрам кейеме һәр кешенең ихлас ниәттә булыуын һәм Аллаһ алдында тигеҙлеген һынландыра. Ир-аттың аяҡ кейеме лә тегелмәгән булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ихрам хәленә инеү ниәтен әйтеп, мөслимәләр кейеменә талаптарға ярашлы теләгән күлдәген кейә. Ихрам халәтенә ингәндә 2 рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Ихрам халәтенә ингән кеше өсөн айырым тыйыуҙар бар. Был тыйыуҙар ниәт һәм тәлбиә әйтеү менән үк көсөнә инә. Ихрам халәтенә ингән кеше мөхрим тип атала [1]
Ихрам халәте
үҙгәртергәМосолманға ихрам хәлендә бер ниндәй йән эйәһен дә үлтерергә, ерҙән бер генә үҫемлекте лә йолҡорға, ағас йәки ҡыуаҡ ботаҡтарын һындырырға, сәс алдырырға йәки тырнаҡ киҫергә, ҡырынырға, енси яҡынлыҡ ҡылырға, ләззәткә бирелергә рөхсәт ителмәй.Уға сауҙа һәм донъя эштәренә ҡағылышлы нәмәләр менән шөғөлләнергә ярамай, шулай уҡ ҡатын һората йәки өйләнә алмай.Асыуланыу, кемделер рәнйетеү тыйыла; ҡырыныу, сәс һәм тырнаҡ ҡырҡыу, биҙәүестәр тағыу һәм тартыу шулай уҡ рөхсәт ителмәй. Ихрам халәтендәге кешеләр хаҡында яҙыусы, хажиә Гүзәл Ситдиҡова үҙенең "Йәннәт баҡсаһы" тигән китабында ошолай бәйән итә:
Хаж - ул ахыры заманда ҡубарылыр халыҡтың кескәй өлгөһө, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ихрам да бит кәфенде хәтерләтә... Үҙ төркөмдәшең генә булмаһа, һис кемдең һис кемдә эше юҡ. Битарафлыҡ тип атап булмайҙыр быны, бәлки хажға килеүселәрҙең үҙ эске донъяһын барлауы, тәүбәгә килеүе, хистәренә башкөллө сумыуы ла барҙыр. Әммә яһилланып кешегә ҡанығыуҙы ла, тупаҫлыҡты ла күрмәнем [2].
Ихрам кейгән урын
үҙгәртергәХаж ҡылыусылар ихрам халәтенә ингән урын миҡат тип атала. Хажға төрлө илдәрҙән киләләр, шуның өсөн уларға айырым ихрам кейеү урыны тәғәйенләнгән. Рәсәйҙән барыусылар ихрамды Мәҙинә миҡатында кейә. Беҙҙең көндәрҙә күптәр ихрамын самолетҡа ултырыр алдынан уҡ кейеп ала
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Ихрам // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. - Өфө, 2014. - 232 бит
- З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәhttp://islam-today.ru/blogi/kamil_xazrat_samigullin/mikaty__mesta_vxozhdeniya_v_ixram/
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://islam-today.ru/veroucenie/cto-takoe-ihram/
- ↑ Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)