Сәждә
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сәждә ((ғәр. ُسجدة — намаҙ, Ҡөрьән уҡыған ваҡытта мосолмандарҙың Аллаһы тәғәләгә шөкөр итеп ергә эйелеүе, маңлайын ергә тейҙереүе.
Сәждә әс-сәхү
үҙгәртергәСәждә әс-сәхү — намаҙ уҡығанда ебәрелгән хата өсөн өҫтәмә сәждә ҡылыу [1][2].
Сәждә-тиләүә
үҙгәртергәСәждә-тиләүә — Ҡөрьән уҡыған ваҡытта ҡылына торған сәждә. Ҡөрьәндә шундай 14 аят бар, уларҙы уҡығанда йәки тыңлағанда мосолмандар сәждә ҡылырға тейеш[3]. Имам Әбү Хәнифә фекеренсә, Ҡөрьән уҡыған саҡта сәждә ҡылыу вәжип (мотлаҡ) ғәмәл [4]. Тиләүә сәждә ҡылына торған урындар Ҡөрьәндә ошондай махсус ۩ тамға менән билдәләнгән.
Сәждә әш-шөкөр
үҙгәртергәШөкөр сәждәһе — берәй бәләнән ҡотолғанда йә берәй шатлыҡлы хәбәр алғанда мосолмандар ҡыла торған сәждә [5].
Шиғыйҙар сәждәһе
үҙгәртергәЖафари мәҙһәбе шиғыйҙары сәждә ҡылғанда баштарын тик ер затына ғына тейҙерергә тейеш. Бының өсөн улар «түрбә» тип аталған махсус балсыҡ йәки таш таҡта ҡуллана (ғәр.تربة — түрбә), йәки ер затлы берәй әйбергә маңлайын тейҙерә[1].
Ҡөрьәндә сәждә төшөнсәһе
үҙгәртергәҠөрьәндә Әс-Сәждә («Баш эйеү») тип аталған сүрә бар. Бынан тыш Ҡөрьәндә «сәждә» һүҙе Ҡөрәндең ошо аяттарында телгә алына: Ҡөрьән|22|18, Ҡөрьән|48|29, Ҡөрьән|23|77.
Сәждәнең ҡылыныу тәртибе
үҙгәртергә- Сәждәгә эйелгәндә иң башта тубыҡтар, шунан ике ус, һуңынан маңлай менән танау намаҙлыҡҡа терәлә. Сәждәлә бармаҡтар бергә, ҡулдар йөҙ тапҡырында, тубыҡтар бер—береһенән күкрәк киңлеге самаһы алыҫлыҡта, аяҡ бер — береһенә тейеп, бармаҡтары ерҙән айырылмай, ҡиблаға ҡарап тора. Сәждәлә ир-аттар иркен (ҡултыҡтары асыҡ, ә терһәктәре ергә теймәй тора), ә ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, мөмкин тиклем йыйнаҡ ятырға тейеш.
- Сәждәнән һуң ирҙәр арттары менән һул аяҡ өҫтөнә ултыралар, уң аяҡ ергә терәлә,бармаҡтары Ҡәғбә тарафына йүнәтелә. Ҡул бармаҡтары иркен килеш, бер аҙ асылған хәлдә тубыҡтың өҫтөнә ҡуйыла. Ҡараш тубыҡҡа төбәлә.
Ҡатын-ҡыҙҙар бер аҙ башҡа төрлөрәк, һул яҡҡа, бөгөлгән аяҡтарҙы уң яҡҡа сығарып, иркенерәк ултыралар. Шулай уҡ ҡулдар тубыҡ өҫтөнә ҡуйыла [6]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, А. А., 2007, Саджда ас-сахв, с. 622—624
- ↑ Саджа сахв по мазхабу имама Абу Ханифы . Assalam.Ru. Дата обращения: 31 декабрь 2013.
- ↑ Әл-Әғрәф https://ru.quranacademy.org/quran/7:206-206/kul, Әр-Рәғд https://ru.quranacademy.org/quran/13:15-15/kul, Ән-Нәхл https://ru.quranacademy.org/quran/16:50-50/kul, Әл-Исра https://ru.quranacademy.org/quran/17:109-109/kul, Мәрйәм https://ru.quranacademy.org/quran/19:58-58/kul, Әл-Хаж https://ru.quranacademy.org/quran/22:18-18/kul, Әл-Фурҡан https://ru.quranacademy.org/quran/25:60-60/kul, Ән-Нәмл https://ru.quranacademy.org/quran/27:25-25/kul, Әс-Сәждәһ https://ru.quranacademy.org/quran/32:15-15/kul, Саад https://ru.quranacademy.org/quran/38:24-24/kul, Фуссыиләт https://ru.quranacademy.org/quran/41:37-37/kul, Ән-Нәджм https://ru.quranacademy.org/quran/53:62-62/kul, Әл-Иншиҡаҡ https://ru.quranacademy.org/quran/84:21-21/kul, Әл-Ғәрәк https://ru.quranacademy.org/quran/96:19-19/kul,
- ↑ Али-заде, А. А., 2007, Тилава, с. 718
- ↑ Али-заде, А. А., 2007, Саджда аш-шукр, с. 624
- ↑ http://nazir1965.com/do%D2%93alar/nama%D2%99.html
Һылтанмалар
үҙгәртергәСәждә Викимилектә |