Исламда уҡыныу
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Исламда «уҡыныу» һүҙе ғәҙәттә намаҙ (сәләт) тип тә, доға ҡылыу тип тә аңланыла.
Намаҙ
үҙгәртергәНамаҙ бер-береһенән ҡылыныу ваҡыты, рәкәғәттәр һаны менән айырыла. Һәр бер намаҙ алдынан мосолман теге йәки был намаҙға ниәт әйтергә тейеш. Ислам дине буйынса ышаныслы сығанаҡтарҙың береһендә лә ҡысҡырып ниәт әйтеүҙең нигеҙе юҡ.
Исламдың икенсе терәге — тәүлеккә биш фарыз намаҙ ҡылыу.
- Фәжер, сабах, (Иртәнге намаҙ)
- Зүһр, Өйлә намаҙы — төшкө намаҙ
- Аср, Икенде — төштән һуңғы намаҙ
- Мәғриб, Аҡшам намаҙы- киске намаҙ
- Иша, Йәстү намаҙы — төнгө намаҙ
Бынан тыш күмәкләп уҡый торған фарыз намаҙҙар:Йыназа намаҙы, Йома намаҙы һәм Ғәйет-Байрам намаҙҙары. Шулай уҡ мосолмандар ямғыр һорап, ҡояш һәм ай тотолғанда һәм башҡа намаҙҙар ҡыла (ҡар. намаҙ төрҙәре). Сәләт шәхси рәүештә лә, күмәкләп тә башҡарылырға мөмкин , ә сәйәхәт ваҡытында һәм ҡурҡыныс янағанда ҡәсер намаҙы һәм хәүеф намаҙы уҡылыуы мөмкин.
Доға
үҙгәртергәНамаҙҙарҙан тыш, мосолмандар доғаларҙы йыш ҡуллана. Доға (ғәр. دعاء — ялбарыу) — был билдәле бер ваҡытҡа, тәһәрәткә бәйле булмаған ирекле доға. Мосолмандар йыш ҡына билдәле бер доғаларҙы төрлө тормош шарттарында, намаҙҙан һуң һәм зекер ваҡытында уҡый. Ҡайһы бер доғаларҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр рисаләте осоронда билдәләгән һүҙҙәр һәм мәғәнә бар. Был доғаларҙың тексы ҡануни һәм уларҙы үҙгәртеү дөрөҫ түгел. Ҡөрьәндә лә «ялбарыу» тип атап була торған аяттар бар. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: улар «Йә Аллаһ» тип башлана һәм Аллаһҡа мөрәжәғәт итә, сөнки ислам тәғлимәтенә ярашлы, Ҡөрьән Аллаһтың туранан-тура телмәре булып тора.
Ҡайһы бер осраҡтағы доғалар
үҙгәртергәИсламда төрлө ситуацияларҙа әйтелгән доғалар бар. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
- Бәҙрәфкә ингәндә һәм унан сыҡҡанда;
- Өйгә ингәндә;
- Мәсеткә ингән ерҙә ;
- Ауырыған кеше килгәндә ;
- Ҡәберҙәргә барғанда;
- Ямғыр һорағанда;
- Ямғыр ваҡытында;
- Аш алдынан;
- Ашағандан һуң .
Ҡыҫҡа доға кәлимәләре
үҙгәртергә- Әстәғәҙәт (أَعُوذُ بالله مِنَ الشَّيْطَانِ الرَّجِيمِ әғүҙү билләһи минә шәйтани ражим) — мосолмандар ниндәй ҙә булһа эш башлар алдынан ҡулланған һүҙҙәр.
- Бисмиллаһ (بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ (бисми лләһи рахмани рахим)
- Хаж ҡылғанда тәлбиәнән өҙөк (لبّيك اللهمّ لبّيك، لبّيك لا شريك لك لبّيك، إنّ الحمد والنعمة لك والملك، لا شريك لك) ләббәйкә-ллаһүмә ләббәйкә, ләббәйкә лә шәрикә ләкә ләббәйкә, иннәл-хәмдү вән-ниғмәтә ләкә үәл мүлк, лә шәрикә ләк
- Әт-Тәхиәт(اللَّهُمَّ صَلِّ عَلى مُحمَّدٍ، وَعَلى آلِ مُحمَّدٍ аллаһүммә сәлли ғәлә мүхәммәдин үә ғәлә әли мүхәммәт — Мөхәммәт Пәйғәмбәргә һәм уның ғаиләһенә изгелек теләп доға ҡылыу.
Ҡөрьән аяттары
үҙгәртергәҠөрьәндә Аллаһҡа ялбарыу ингән аяттар бар, уларҙы динле мосолмандарға тел менән әйтергә кәңәш ителә.
Зекер
үҙгәртергәЗекер (ذكر — «иҫкә алыу») — дини практика, исламда Аллаһы тәғәлә исемен данлап, ҡат-ҡат ҡабатлап салауат әйтеү.Ғәҙәттә, намаҙҙан һуң күпмелер тапҡыр әйтелә (3, 10, 33, 100)